«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йондоҙҙарҙан бейегерәк



12.04.2011 Йондоҙҙарҙан бейегерәк

Йондоҙҙарҙан бейегерәкАрабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән талантлы шағир Рәшит Назаровтың «Йөрәк» тип аталған шиғырын хәтерләйһегеҙме? «Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде...» Асмандағы бихисап йондоҙ ғүмер баҡый шунда ынтылып йәшәгән кешеләрҙең йөрәге түгелме икән? Әллә ҡәҙерле кешеләребеҙ юғарынан беҙгә күңел күҙе менән бағамы?
Иген игеүселәр, төҙөүселәр, мөғәллимдәр йә табиптар тураһында, ауыҙ тултырып, көн һайын һөйләһәк тә тәбиғиҙер, сөнки ошо кешеләрһеҙ тормош мөмкин түгел. Ә һуң Көньяҡ Урал армыттарына ғына һыйынып йәшәүсе беҙҙәрҙең Йыһанға, уның тәрәнлектәрен һәм серҙәрен самаларға тырышҡан кешеләргә ни ҡатнашлығыбыҙ бар? Донъяның хәстәре-хәсрәттәре хәҙер, алыҫта емелдәшкән йондоҙҙар ғына түгел, еҙ батмус һымаҡ балҡып тороусы Айға күтәрелеп бағырға ла форсат бирмәй. Уратыбыраҡ уйлап ҡараһаң инде, йыһангирҙарға һис бер ҡатнашлығыбыҙ юҡ, тип йөрөһәк тә, күптәребеҙҙең хеҙмәте фән һәм техниканы ошо йүнәлештә этеп алып китеүгә хәл ҡәҙәренсә өлөш индерә. Йондоҙҙар ерҙә ҡабына, тигән фекер һүҙ уйнатыу өсөн генә әйтелмәгәндер ул.
Шағирҙың күккә сорғотолған йөрәге әле лә шунда балҡып яна икән. Кеше хыялы ниңә ерҙә йөрөмәй, ҡанатланып, гел генә үргә ынтыла һуң? Йыһанға осоу, бүтән планеталарҙа нимәләр барлығын белергә тырышыу – ябай ҡыҙыҡһыныу ғынамы, әллә кешелектең артабанғы йәшәүе хаҡында хәстәрлек күреүме? Матбуғатҡа ышанһаң, йыһанды өйрәнерлек ҡеүәһе бул­ған дәүләттәр, алыҫ киләсәкте уйлап, яҡыныраҡ планеталарға күсеп йәшәргә, Айҙың өҫтөн ҡаплаған гелий исемле яғыулыҡты ергә ташып, энергия өлкәһендә үҙ монополияһын урынлаштырырға ниәтләй икән. Йондоҙлоҡ донъяһы, беҙ сихырланған һәм һоҡланып йырлаған бер мөхит булыуҙан туҡтап, фән, техника, ҡорал өлкәһендә ярыш майҙанына әүерелде.
Ләкин беҙ барыбер, ҡараштарыбыҙҙы ниҙер арбағандай, күтәреләбеҙ ҙә күккә бағабыҙ. Ай ҡыҙының да хыял ғына булыуына ышанғы килмәй. Беҙ белмәгән йондоҙҙар араһында үҙебеҙгә оҡшаш ҡәрҙәштәребеҙҙе осратырбыҙ һымаҡ. Йыһан төпкөлдәренән килеп еткән осраҡлы радиосигналдарҙан ниндәйҙер мәғәнә эҙләйбеҙ. Эй, хыял!.. Эх, шул хыял ҡанаттарының һис тә тала белмәүе!..
Һәр кем йыһан менән үҙенсә осраша, һәр кем ул осрашыуҙы йөрәге аша үҙенсә үткәрә. Күптәре­беҙ йыһанды 1957 йылдың 4 октябрендә Ерҙең тәүге яһалма юлдашын осорғас ҡына асты. Аяҙ төндәрҙә йондоҙҙар араһынан емелдәп үтеүсе кескәй генә ут нөктәһен күреү ни тиклем ғорурлыҡ һәм шатлыҡ килтерә ине! Әйтерһең, сикһеҙ йыһан киңлектәрендә күккә сорғотолған үҙебеҙҙең йөрәгебеҙ балҡып йөрөй.
Ә Юрий Гагариндың осоуы һуң? Йыһанға нәҡ совет иле кешеһе башлап осасағына беҙ, әлбиттә, шикләнмәй инек. Шулай булһа ла, был хәл шаҡ ҡатырҙы. Башҡорт дәүләт университетында ҡәҙимгесә лекциялар бара. Бер мәл аудиторияға лекцияларға бигүк иҫе китмәгән, буласаҡ яҙыусы Руслан Мәҡсүтов ярһып килеп инде. «Нишләп, ултыраһығыҙ, майор Гагарин йыһанға осҡан! Ура!» – тип һөрән һалмаһынмы был. Дәрес ҡайғыһы китте. Шаулашып, коридор­ға эркелеп сыҡтыҡ. Бүтән аудиториялар ҙа бушаны. Митинг. Сығыштар, шиғыр, йыр, бейеү менән ҡушылып үткән митингылар ҙа була икән. Йылдар үтә торҙо. Йыһангир һөнәре илдә иң маҡтаулы, йәш-елкенсәктең йөрәген дөрләткән романтик ореол­ға күмелде. Беҙ, әлбиттә, ул фән һәм техника тирәһендә барған көсөргәнешле хеҙмәт һәм ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙар булманыҡ. Һәр йыһангирҙың осоуы байрам, илебеҙҙең алдынғылығы тип ҡабул ителде. Беҙ үҙ илебеҙ космонавтарын ғына түгел, сит илдәрҙекен дә исемләп белә инек. Хатта улар араһында мосолман исемен йөрөткән берәү килеп сыҡмаҫмы, тип, өмөтөбөҙҙө йөрәк төбөндә йәшереп һаҡланыҡ.
Ваҡыт үтә килә, иҫ-аҡыл етмәҫ нәмәләргә лә күнегеп китәһең. Юрий Гагарин, Герман Титов, Валентина Терешковалар асманға олғашҡан саҡтар тарихта ғына ҡалды. Гел генә һәм күмәкләп оса килә, йыһанға барып ҡайтыу ҡаһарманлығы элекке юғарылығын һүрелтә төшкәндәй. Йәш-елкенсәк тә, күктә емелдәп үтеүсе юлдаштарҙы эҙләп, космонавтика менән һаташмай. Йыһан һәм космонавтика темаһы Башҡортостан журналистары өсөн «terra inkoqnita» (билдәһеҙ ер) булып ҡала килде. Һәм, ғәмәлдә, әле лә бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Ә төптәнерәк уйлап ҡарағанда, Башҡортостандағы фәндең һәм сәнәғәттең дә ракета техникаһы, реактив двигателдәргә, ғөмүмән, космик йүнәлешкә ҡайһылыр дәрәжәлә мөнәсәбәте бар. Мин бында Өфө моторҙар эшләү берекмәһен йәки «Мотор» федераль дәүләт унитар предприятиеһын ғына күҙ уңында тотмайым. Өфө авиация техник университетының механика институты ғалимдары ҙур, комплекслы тикшеренеү эштәренең ниндәйҙер өлөшөн башҡара.
Йондоҙҙарҙан бейегерәкМиңә «Сыҙамлылыҡ формулаһы» («Формула прочности») тигән китап өҫтөндә эшләгәндә космонавтикаға мөнәсәбәте булған ҡайһы бер ғалимдар менән осрашырға, икенселәренең ғилми биографияһы менән танышырға тура килгәйне. Йыһангирҙар отрядында әҙерлек үткән һәм артабанғы йылдарҙа космос фәнен ойоштороусы мәшһүр ғалимдар менән бергә эшләгән Урал Закиров исемле татар кешеһе менән таныштым. Уның «Йыһанда беҙҙең эҙҙәр ҙә бар...» тигән бүләк-китабын ҡәҙерләп һаҡлайым.
Һүҙ ҙә юҡ, ҙур фәнни традицияларға эйә булған ғилми үҙәк сифатында ҡаҙандың һәм, тәбиғи рәүештә, татар ғалимдарының космонавтика фәненә һәм техникаһына мөнәсәбәте бик яҡын. Мстислав Келдыш, Сергей Королев, Валентин Глушко, Хәмит Мөштәри, Вячеслав Але­масов, Роальд Сәғдиев, Георгий Жирицкий кеүек ҙур ғалимдар йә ҡаҙан фәнни мәктәбенә ҡарай, йә уларҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге ҡаҙан һәм фән менән тығыҙ бәйләнгән. Йыһанға осоуҙы тәьмин итеү һәм уның хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса ғилми мәктәбен Башҡор­тостан Фәндәр академияһы ағзаһы, профессор Марат Әҡсән улы Илһамов та ҡаҙанда булдырған.
ҡаҙан авиация институтының аэродинамика лабораторияһы нигеҙендә Н. Жуковский исемендәге ЦАГИ-ның филиалы ойошторолған. Шул аэродинамик торбала хәрби самолеттарҙың моделдәренә һынау үткәрелгән. Ошо ҡалала академик Валентин Глушко шыйыҡ яғыулыҡта эшләйәсәк ракета двигателдәре өҫтөндә эшләгән. Валентин Петрович эшләгән ҡаҙан дәүләт университеты бинаһына уға һәм Георгий Сергеевич Жирицкийға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. В. Глушко – ҡаҙандың почетлы гражданы. Әйткәндәй, 1945 йылдың майында ҡаҙан авиация институтында илдә тәүге ракета двигателдәре кафедраһы булдырылған. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ҡаҙан ғилми мәктәбенең күп йыллыҡ хеҙмәте емештәре булараҡ, В. Алемасов етәкселегендә ракета яғыулыҡтарының термодинамик характеристикалары буйынса күп томлыҡ уникаль белешмә төҙөлә. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы В. Алемасов артабанғы йылдарҙа ла ҡаҙанға килеп йөрөй.
Татарстандың баш ҡалаһы һәр ваҡыт йыһангирҙар әҙерләү үҙәге һәм шул профилдәге ғилми учреждениелар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Юғарыла телгә алынған Урал Нурый улы Закировтың хәтерләүҙәренә ҡарағанда, составында Гагарин булған беренсе космонавтар отрядына татар егете, хәрби осоусы Марс Рафиҡов та индерелгән. Журналистар Римзил Вәлиев менән Ярослав Головановты ҡабатламаҫ өсөн, Марс Закир улы хаҡында бер нисә һүҙ менән генә сикләнәм. Ул ҡырғыҙстанда тыуған, махсус хәрби-һауа мәктәбен һәм училище бөтөргән, авиацияла хеҙмәт иткән. Егәрле, асыҡ күңелле егетте йыһангирҙар отрядында Василий Теркин менән сағыштыралар.
Башҡалар менән бергә Марс Рафиҡов та ҡаты һынауҙар аша үтә. Уның һөҙөмтәһе буйынса Рафиҡов һайлап алынған алты космонавт исемлегенә инә алмай. Хәйер, һайланғандарҙың да бер нисәүһе төрлө сәбәптәр менән артабан төшөп ҡала.
Өфөгә хәҙер йыһан батырҙары килгеләйме икән, ишетелгәне юҡ. Элегерәк космонавтар Башҡортос­тандың баш ҡалаһын да урап үтмәй торғайны. Ә Владимир Комаров беҙҙе айырыуса яҡын күргәндер, уға Өфө халҡы үҙенеке һымаҡ мөғәмәләлә булды. Батыр йыһан сәфәренән ҡайтып килгәндә фажиғәле һәләк булғас, баш ҡалалағы балалар ижады һарайына В. Комаровтың исемен бирҙеләр.
Республикабыҙ тормошона космонавтика көтөлмәгән яҡтан килеп инмәһә, йыһанға осоусыларҙы һирәк-һаяҡ ҡына күреп, йә улар тураһында ишетеп кенә ҡәнәғәтләнеп йөрөр инек. Бына бер нисә йыл инде «Красноусол» шифаханаһы, реабилитация маҡсатында, йыһандан ҡайтҡан космонавтарҙы ҡабул итә. Ҙур илдәге йөҙҙәрсә шифахана араһынан беҙҙекен һайлауҙары – тәбиғи ҙә, ғорурланырлыҡ та хәл. «Красноусол»дағы минераль һыу ҙа, шифалы батҡаҡ та, ғәжәйеп матурлыҡ та йыһанда юғалтҡан минералдарҙы тиҙ үк кире ҡайтара икән. Юрий Гагарин исемендәге Рәсәй дәүләт космонавтар әҙерләү үҙәге начальнигы, Рәсәй Геройы Василий Циблиев, Геройҙар Михаил Тюрин, Максим Сураев, Юрий Батурин һәм башҡалар бында үҙ кеше.
Тормош юлы беҙ хыял иткәнсә һәм ынтылғанса ғына бармай шул. Уның боролоштарында, уңыштарҙан бигерәк, еңелеүҙәр һине йышыраҡ көтөп тора.
Профессор М. Илһамов – ғәжәп тыйнаҡ тәбиғәтле кеше. Ниндәй проблемалар хаҡында баш ватыуын ул тиҙ генә һөйләп бармаҫ. Ләкин Марат Әҡсәновичтың тәржемәи хәлен өйрәнә килә, уның фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары даирәһенең ғәжәп киң булыуына хайран ҡалаһың. Авиация һәм космонавтикаға туранан-тура мөнәсәбәте булған өлкәлә эшләгәс, математика, механика, физика фәндәренең иң оло маһирҙары менән аралашҡан, хеҙмәттәшлек иткән. Шулар араһында бөйөк математик Михаил Алексеевич Лаврентьев, механик, Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәлил Әхмәт улы Рәхмәтуллин, академик, Ленин премияһы лауреаты Валентин Новожилов, ҡаҙанда тыуған күренекле механик Алексей Ильюшин, ҡытай ғалимы Цянь Сюе Сень, Америка ғалимы Николас Хофф һәм башҡа күптәр бар. Цянь – Теодор фон Кармандың шәкерте, легендар шәхес. Ул ҡытай өсөн бер үҙе генә лә беҙҙең бөйөк Курчатов, Королев һәм Келдышты алмаштырған. ҡытайҙа атом һәм ракета ҡоралдары нәҡ Цянь етәкселегендә һыналған һәм булдырылған.
Ҙур сәйәсәттә күңелдәр бар-береһенә ихлас тартыла алмай, тиҙәр. Ә ҙур фәндә нисек икән? Бик күп оло фән эйәләренең ғүмер баҡый дуҫлашып йәшәүенә миҫалдар бихисап. Америка аэронавтика һәм астронавтика институтының сит ил ағзаһы булған Марат Илһамовтың бөтә донъяла тиерлек фекерҙәштәре һәм шәкерттәре бар. Уның талантлы шәкерттәренең береһе – Яңы Зеландиялағы Окленд университеты профессоры Шамил Усман улы Ғәлиев бына нимә тип яҙа: «Мәсьәләләрҙе ҡоласлы ҡуйыу һәм фәнни ҡыҙыҡһыныуҙарҙың төрлөлөгө йәһәтенән мин һеҙҙән һәм В. В. Новожиловтан күп нәмә алдым. Йәл, ҡаҙандан, һеҙҙең мәктәптән иртәрәк китергә тура килде». Хәйер, алыҫта йәшәүсе ғалим Шамил Ғәлиев үҙе лә, инглиз шағиры һәм рәссамы Уильям Блейк әйтмешләй, «бер тынала – мәңгелекте, ҡом бөртөгөндә донъяның сикһеҙлеген» күреүсе зирәк кеше.
Уҡыусыға шуны ла әйтергә тейешмен: был яҙмалар – Космонавтика көнөнә арналмаған һәм йыһан тураһында ла түгел. Ул ҡатмарлы даирәгә булыр-булмаҫ аҡылың менән тығылмау хәйерле. Әммә шул йүнәлештә эшләүсе кешеләрҙе хөрмәтләп иҫкә алыу яҙыҡ түгел. Йыһан, күк йөҙө улар өсөн эш майҙаны ғына булһа, беҙҙең өсөн хыялдарҙы ҡанатландырған сихри донъя булып ҡала. Бөйөк Туҡай, күккә бағып, «юҡ, яна минең йондоҙом» тип ғорурланған. Беҙ ҙә, шул бихисап йондоҙ күккә сорғотолған йөрәктәр түгелме икән, тип, емелдәшкән уттарға оҙаҡ-оҙаҡ ҡарап торабыҙ.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға