«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Дан ғаиләләр



12.04.2011 Дан ғаиләләр

Атаһы ла, улы ла Кремль һарайында булды
Дан ғаиләләрАлтын ҙур булмай, тигәндәй, Йылайыр йыл­ға­һына һыйынып ултырған хозур тәбиғәтле бәләкәй генә Мәҡсүт ауылы үҙенең шәхестәре менән республикабыҙҙа дан тота. Мәҫәлән, Башҡортостан­дың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Фәрит Бикбулатов, иҡтисад фәндәре докторы Шәһит Бикбулатов, СССР-ҙың почетлы нефтсеһе Әхтәм Бикбулатов, байтаҡ фестиваль-конкурс лауреаты, йырсы Гөлсөм Бикбулатова, үткән быуат­тың 30-сы йылдарында ҡаҙанда эшләгән филология фәндәре кандидаты Зәбихулла Исҡужин, оҙаҡ йылдар Хәйбулла райо­нында совхоз директоры булып эшләгән Башҡорт­ос­тан­дың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре За­да Исҡужин, быуатҡа яҡын ғүмерендә оло ихтирам яулаған һуғыш ветераны Шәһишәриф Такалов, Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Ильяс Такалов һәм башҡа бик күп абруйлы кеше заманында ошо ауылда тыуып үҫкән. Башҡор­т­ос­тандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең Мәҡ­сүттә ике тапҡыр булыуы ла был ауылдың ҙур абруйы хаҡында һөйләй.
ҡан-ҡәрҙәшлек тамырҙары ошо ауыл менән ныҡ бәйле булған, бөгөн район үҙәге Йылайырҙа йәшәүсе Такаловтар нәҫеленән бер йәш ғаилә тураһында һүҙем.
Ике юғары белемле, дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен журналистикаға бағышлаған Мәҡсүт ауылының почетлы гражданы, райондың “Ауыл уттары” гәзите мөхәррире Ильяс Исмәғил улы менән 35 йыл буйы үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Сәфирә Ғәйнислам ҡыҙы Такаловтар ғаиләһендә өс малай үҫә. Бөгөн уларҙың өлкәндәре – Илфат менән Самат, юғары белем алып, ғаиләле булып, матур итеп эшләп йөрөй, кинйәләре Илгиз, Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатын тамамлап, БДУ-ның тарих факультетында белем ала. Илфат һаҡлыҡ банкыһының райондағы бүлексәһендә етәкселек итә, Самат – район хакимиәтендә спорт комитеты рәйесе. Өсәүһе лә – разрядлы спортсылар, сәнғәтте лә үҙ итәләр.
Илфат менән Айгөл Такаловтар ғаиләһе районда ғына түгел, республикала ла киң танылыу алды. 2005 йылда уларға республика йәштәр программаһы буйынса төҙөлгән йорт асҡысын Башҡортостандың беренсе Президенты үҙе тапшырҙы. Хәҙер был ғаилә бына тигән өс ул тәрбиәләй. Маҡсатлы, әүҙем йәшәүҙе төп бурыс итеп алған Такаловтар 2007 йылда “Йәш ғаилә” республика бәйгеһендә гран-при яуланы. Районда үткән һәр мәҙәни-спорт сараһының уртаһында ҡайнай улар. Спорт мәктәбендә шөғөлләнгән игеҙәктәр Айгиз менән Нургиз бокс буйынса һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшә. Шахмат, шашка менән дә ҡыҙыҡһыналар, футбол, хоккей уйнайҙар, саңғыла ярышалар, ҡурай, бейеү түңәрәктәренә йөрөйҙәр. Өйҙә улар атайҙарының кәңәш-талаптарын үтәһә, спорт залында улар менән тренерҙары – Самат ағайҙары күнекмә үткәрә. Бейеүселәр нәҫеленән булған әсәйҙәре Айгөл дә (ата-әсәләре Сәлимә менән Фәрит Яманғоловтар заманында районда билдәле сәнғәт оҫталары булды) үҙ һөнәрен ихлас күңелдән улдарына өйрәтә. Һөҙөмтәлә Алмас Такалов 2009 йылда Мораҡта үткән “Байыҡ” республика телевизион бейеү конкурсында беренсе урынды алды, ә былтыр ошо уҡ бәйгелә икенсе урынға лайыҡ булды. Ошо уңыштары өсөн ул “Орленок”ка путевка менән бүләкләнде. Ә Айгиз менән Нургиз былтыр Нефтекамала үткән 500-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашҡан кикбоксинг буйынса халыҡ-ара турнирҙа үҙ ауырлыҡтарында Рәсәй чемпиондары исемен яуланы. Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының 7-се синыфында уҡыған Алмас һәм ошо уҡ мәктәптең 3-сө синыфында белем алған ҡустылары Айгиз менән Нургиз Такаловтар уҡыуҙа ла һынатмай.
Быйылғы Яңы йыл байрамы Алмас өсөн тағы ла шуныһы менән иҫтәлекле булды – ул Мәскәүгә, Рәсәй Президенты шыршыһына барып ҡайтты. Әйткәндәй, 2008 йылда Рәсәйҙә Ғаилә йылын асыуға арнап Кремль һарайында үткәрелгән тантанала, “Йәш ғаилә” республика бәйгеһендә еңеүсеһе булараҡ, уның атаһы Илфат Ильяс улы ла ҡатнашып ҡайтҡайны. Ике йылдан һуң ошо уҡ Кремль һарайында улы Алмастың да буласағы хаҡында йәш атай ул саҡта уйламағандыр ҙа әле. Алмастың сағыу милли кейеменә, оҫта бейеүенә Мәскәүҙә барыһы ла һоҡланған, үҙен Рәхмәт хаты менән бүләкләгәндәр.
Бына шундай бар яҡтан да килгән йәш ғаилә йәшәй Йылайырҙа. Былтыр Мәҡсүт ауылында үткәрелгән Шәжәрә байрамында Такаловтар ғаиләһе ауылдаштарының иғтибар үҙәгендә булды. Мәҡсүттәр уларға ҡарап һоҡлана ла, ғорурлана ла.
Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы,
Юлдыбай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға