«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » БАШҠОРТОСТАНДА ХУЖАҺЫҘ ЕР ҠАЛМАЯСАҠ



09.04.2011 БАШҠОРТОСТАНДА ХУЖАҺЫҘ ЕР ҠАЛМАЯСАҠ

БАШҠОРТОСТАНДА ХУЖАҺЫҘ ЕР ҠАЛМАЯСАҠТөрлө категорияларға ҡараған ерҙәрҙе файҙаланыу, уларға хоҡуҡты раҫлау мәсьәләләре кешеләрҙе һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындыра. Шуға ла бөгөнгө әңгәмәне Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминев менән ҡорҙоҡ.

– Әйҙәгеҙ, көнүҙәк мәсьәлә – ер пайҙары хаҡында һөйләшеп алайыҡ. Бөгөн Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу кампанияһы нисек бара? Республикабыҙҙа нисә кеше ер пайына хоҡуғын рәсми теркәгән?
– 2006 йылдың 1 ғинуарынан 2010 йылдың 1 ғинуарына тиклемге арауыҡта 350145 гражданға ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән пай алыу хоҡуғы бирелде. Уларға бөтәһе 2 278 255 гектар ер тапшырылды. Бынын тыш, 367 крәҫтиән (фермер) хужалығы яңынан бушлай теркәү ҡағиҙәһе буйынса ер участкаларына хоҡуҡ алды. Был ерҙәр ҙә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәгеләр иҫәбенән.
Бөгөнгө көнгә килгәндә, 2011 йылдың 1 мартына бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, ер пайына хоҡуғын 274 073 кеше теркәгән. Был – дөйөм халыҡтың 78,2 проценты. Бөтәһе ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 1 761 860 гектар ер шәхси ҡулдарға күскән.
– Ниндәй райондарҙа ерҙе хосусилаштырыу процесы әүҙем бара? Проблемалар булған урындар ҙа юҡ түгелдер?
– Ер пайына хоҡуҡты рәсми теркәү буйынса Благовещен һәм Саҡмағош райондарына етеүселәр юҡ, ундағы барса халыҡ та был эште еренә еткереп башҡарып ҡуйған. Күпселек райондарҙа пайға хоҡуҡты теркәү эштәре аҙағына яҡынлашып килә. Ә бына Архангел, Балаҡатай һәм Дәүләкән райондарында кампания бик аҡрын бара. Уларҙағы халыҡ әүҙемләшә төшһөн ине.
Әле республика хужалыҡтарында һәм ауылдарында дөйөм өлөшкә бирелгән ер участкалары менән идара итеү кеүек мөһим процестар бара. Шулай уҡ хужаһыҙ, бер кемгә лә кәрәкмәгән ер участкаларын муниципаль милеккә күсереү эштәре башҡарыла. Пайсылар араһында еренән баш тартҡандар ҙа булды, бындай ерҙәрҙе лә рәсми теркәп ҡуйырға кәрәк. ҡыҫҡаһы, башҡараһы эштәр байтаҡ. Проблемалар ҙа етерлек.
– Беҙҙең редакцияға теге йәки был сәбәптәр арҡаһында ер пайҙары алыусылар исемлегенә инмәй ҡалған кешеләрҙән хаттар йыш килә. Улар араһында ер пайынан законһыҙ рәүештә мәхрүм ителгәндәр ҙә бар. Бындай хәлгә тарыған граждандар нимә эшләргә һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә тейеш?
– Билдәле булыуынса, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән пай алыусылар исемлеге урындағы хужалыҡ эсендә үткәрелгән махсус йыйылышта төҙөлдө. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, был исемлекте һеҙҙең ауылдаштарығыҙ, күршеләрегеҙ төҙөй. Закон буйынса пайға хоҡуғығыҙ булған хәлдә лә, уны һеҙгә бирмәҫкә ҡарар сығарылған булһа, прокуратура органына йәки судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Башҡа юл ҡалмай. Тик тәүҙә тағы ла бушлай ер пайы алырға тейешле категорияға ҡараған кешеләрҙең исемлеген ҡарағыҙ. Был исемлекте «Йәшлек» гәзите генә лә әллә нисәмә тапҡыр баҫтырып сығарҙы.
Әгәр суд ҡарары буйынса һеҙҙең ер пайына хоҡуғығыҙ бар тип табыл­һа, Рәсәй Федерацияһы законының 59-сы статьяһына ярашлы, был ҡарар хоҡуҡты дәүләт теркәүе аша үткәрергә юридик нигеҙ булып тора.
Республикала халыҡҡа ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе бушлай таратыу кампанияһы 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтылды. Тимәк, хоҡуҡтарығыҙҙы раҫларға, ер пайын алырға әле ваҡытығыҙ бар.
Тик шуныһы – бындай мөнәсәбәттәрҙе көйләгән закон нормалары буйынса һеҙгә ер бирелергә тейеш булһа ла, законды үтәү өсөн ҡыйынлыҡтар сығыуы ихтимал. Мәҫәлән, һеҙ йәшәгән һәм эшләгән урында бушлай хосусилаштырылырға тейешле ерҙәр булмауы бар.
– Беҙҙең гәзит уҡыусылар яҙған хаттарҙан күренеүенсә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр иҫәбенән граждандарға бирелгән участкаларҙың майҙанының ысынбарлыҡҡа тура килмәгән осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, бер баҫыу 60 гектар тип билдәләп, пайсыларға бирелгән. Ерҙең яңы хужалары баҫыуҙы үлсәп ҡарағас, уның майҙаны ни бары 50 гектар ғына икәне асыҡланған. Бындай хәлгә ҡалған кешеләр нимә эшләргә тейеш һуң?
– 2006 – 2007 йылдарҙа ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр иҫәбенән участкаларҙы бушлай хосусилаштырыуҙы ойошторғанда күҙ уңында тотолған ерҙәр быға тиклем урындағы ойошмаларҙа, предприятиеларҙа берҙәм ҡулланыла ине. Мәҫәлән, тотош колхозда күпме ер барлығы иҫәпләнде, ә бер айырым яландың сиктәре 100 процентҡа аныҡ билдәләнмәне.
Шул дөйөм майҙанды айырым өлөштәргә һәйбәтләп, һәр ҡағиҙәне үтәп бүлделәр тип әйтеп булмай. Участкаларҙың сиктәре декларацияланған майҙандар буйынса ғына билдәләнде.
Урындарҙа ыҙан (межа) бүлеү кеүек эштәргә профессионалдарҙы ла саҡырып, еренә еткереп башҡармау аҡсаны экономиялауға ҡайтып ҡала, әлбиттә. Тик, «Һаран ике тапҡыр түләр» тигәндәге шикелле, мөлкәт, милек бүлгәндә һәр нәмәне еренә еткереп эшләү мотлаҡ. ҡытыршылыҡтар барыбер ҙә килеп сығасаҡ.
Хәҙер участканың координаттарын билдәләү өсөн урындарға сығып, уның ыҙан планын төҙөү талап ителә. Әгәр уның фактик майҙаны алдан билдәләнгәндән айырыла икән, был хаҡта дәүләт күсемһеҙ милек кадастр иҫәбенә үҙгәртеүҙәр индерергә кәрәк.
Ошондай кадастр хаталары киткән осраҡта хоҡуҡты билдәләүсе төп документтарға – район хакимиәтенең бушлай ер участкаһы биреү тураһындағы ҡарарына һәм пайсыларҙың ергә хоҡуғын дәүләт теркәүе таныҡлығына үҙгәртеүҙәр индерергә кәрәк.
Әлбиттә, дөйөм ер участкаһы майҙанының кәмерәк булып сығыуы пайсыларҙың ер өлөшөн кәметеүгә нигеҙ булып тормай. Ер пайының дәүләт теркәүе таныҡлығында билдәләнгән майҙан шул килеш ҡала.
– ҡайһы бер кешеләр, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр иҫәбенән бирелгән пайға хоҡуғын рәсми раҫлап, кәрәкле һалымды түләй ҙә башлаған. Тик ер пайҙарының ҡайҙа икәнлеген бөтөнләй аңламайҙар, күргәндәре лә юҡ, уларҙың ниндәй маҡсатта һәм кем файҙаланғанын да белмәйҙәр. Ошондай осраҡтар бик йыш күҙәтелә. Ерҙе шәхси ҡулдарға тапшырыу процесы, ғөмүмән, нисек башҡарылырға тейеш?
– «Башҡортостан Республика­һында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Закондың 21-се статьяһына ярашлы, ер пайҙарының буласаҡ хужаларының исемлеге дөйөм йыйылыштарҙа раҫлана. Әлбиттә, исемлектәрҙе төҙөү нормалары ла Закон менән көйләнә, бушлай ер алырға хоҡуғы булғандар категорияһы алдан уҡ билдәле.
Ер пайының ҡайҙа урынлашҡанлығы әйтелмәй. Сөнки ул айырым ер участкаһы булып иҫәпләнмәй, пайҙың сиктәре лә билдәләнмәй. Уның майҙаны документта ғына күрһәтелә. ҡыҫҡаһы, бер кем дә һеҙҙе баҫыуға алып барып: «Бына ошо ер һеҙҙеке», – тип күрһәтеп йөрөмәйәсәк.
Ер пайын файҙаланыу, ҡуртымға биреү, һатыу, йә булмаһа, уға ҡағылышлы башҡа килешеүҙәр төҙөү тураһында хәбәрҙар булыу өсөн үҙеңә лә дөйөм йыйылыштарҙа ҡатнашырға кәрәк. Был эште ышаныслы кешегә (доверенное лицо) тапшырып ҡуйырға ла мөмкин. Шул осраҡта ғына ерегеҙ менән нисек файҙала­ныр­ға йыйынғандарын, уның ҡуртымға бирелгән, йә булмаһа, бирелмәгән булыуы хаҡында белеп буласаҡ. Үҙегеҙҙең өлөшөгөҙҙө тулыһынса контролдә тотоғоҙ. Пай ерегеҙҙе ҡуртымға бирәһегеҙ икән, юридик яҡтан дөрөҫ килешеү төҙөү хаҡында онотмағыҙ.
Бер нәмә лә эшләгеһе килмәгәндәр ер пайынан баш тартыу мөмкинлегенә лә эйә.
Ер пайы, бөтә ер участкалары ла кеүек үк, тик төп тәғәйенләнешендә генә файҙаланылырға тейеш. Пайҙарҙы ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өсөн файҙаланалар.
– Ер пайының хужаларын ниндәй перспектива көтә? Ул ниндәй ҙә булһа дивидендтарға өмөт итә аламы? Әллә ер пайын алыу менән өҫтәмә бурыстар, проблемалар ғына артамы?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, ер участкаһының өлөшләтә хужаһы булыу еңелдән түгел. Милектең өлөшләтә ҡатнашыусыһы булыу, фатирмы ул, йорт булһынмы, һәр ваҡыт проблемалы. Бөтә эштәрҙе лә башҡа хужалар менән берлектә кәңәшләшеп һәм дөрөҫ итеп алып барырға кәрәк. Был инде һалым, дәүләт пошлинаһын түләүгә лә, ҡуртымға биреүгә лә ҡағыла.
Әлбиттә, һәр бер хужа ер пайын файҙаланыуҙан ниндәйҙер килем алырға тейеш. Мәҫәлән, пайҙы ҡуртымға биреүҙән аҡса йәки натураль продукт һорарға мөмкин. Килешеү ярҙамында ниндәйҙер хеҙмәт күрһәтергә лә була.
Шулай ҙа онотмаһағыҙ ине – ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәр ваҡытта ла килем килтерә торған тармаҡ түгел. Үткән йылды ғына иҫкә төшөрәйек – ҡоролоҡ арҡаһында килем булмауы ғына ла түгел, юғалтыуҙар ҙа күп булды. Шуға ла ерҙе файҙаланып, әллә ниндәй ҙур байлыҡ туплау тураһында артыҡ хыялланырға кәрәкмәйҙер. Әммә ер, тупраҡ үҙенә әсе тирен һалғандарға мотлаҡ уңыш бирәсәк.
– Пайҙың хужаһы ерен тәғәйенләнеше буйынса, йә булмаһа, бөтөнләй ҡулланмаған осраҡта нимә буласаҡ?
– Ер участкаһының өлөшләтә хужаһы булған граждан милкен дөрөҫ ҡулланмай икән, уның пайын көсләп тартып алыуҙы көйләгән дөйөм ҡағиҙәләр бар. Был «Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында»ғы Федераль закондың 6-сы статьяһындағы 4-се пункт­ҡа ярашлы башҡарыла. Пайҙы тартып алыу өсөн суд ҡарары кәрәк буласаҡ.
Әгәр ер өлөшөнә хоҡуҡ дәүләт тарафынан теркәлмәгән йәки уның хужаһы милкен өс йыл рәттән ҡулланмай икән, был ер бер кемгә лә кәрәкмәгән булып иҫәпләнә. Ул суд ҡарары менән муниципаль милеккә күсерелә ала.
– БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының коллегияһы ултырышында республикалағы ер участкаларының яртыһының бер кемдеке лә булып теркәлмәүе тураһында әйтелде. Шул уҡ ваҡытта илдә дәүләттең иҡтисадҡа ҡыҫылышын кәметеү буйынса стратегик курс та иғлан ителде. Был республикалағы ер участкаларының бөтәһе лә хосусилаштырылып бөтәсәк тигәнде аңлатамы? Ер участкаларын хосусилаштырған ваҡытта урындағы халыҡ өҫтөнлөктәр менән файҙаланасаҡмы?
– Һүҙ ерҙе, Рәсәй Федерация­һының, Рәсәй Федерацияһы төбәктәре һәм муниципалитеттары милкен дәүләт мөлкәте итеп теркәүҙе бер ни тиклем сикләү тураһында бара. Республика һәм муниципаль берәмектәр ер участкаларына хоҡуғын рәсми раҫлаһын өсөн был участкалар­ҙы формалаштырырға, кадастр иҫәбенә ҡуйырға кәрәк. Бының өсөн күп кенә ваҡыт һәм аҡса кәрәклеге аңлашыла.
Ерҙе шәхси ҡулдарға тапшырыуға килгәндә, бында закон менән нығытылған ҡағиҙәләр бар.
Беренсе – дәүләт йәки муниципаль берәмек иҫәбендә булған ер участкаларын шәхси милек итеп алыу өсөн аҡса түләргә тура киләсәк. Бының өсөн граждандар һәм юридик шәхестәр конкурстар, аукциондарҙа ҡатнашасаҡ.
Икенсе – быға тиклем ҡуртымға бирелгән ер участкаларын һатып алыу. Бындай осраҡта алдан ҡуртым­ға алған кешеләр өҫтөнлөк менән файҙалана.
Өсөнсө – шәхси милеккә ҡараған биналар, төҙөлөш объекттары, төрлө ҡорамалдар ултырған ер участкаларын бушлай йәки түләүле юл менән хосусилаштырыу. Бындай осраҡта объекттарҙың хужалары өҫтөнлөктәр менән файҙалана.
Дүртенсе – юридик шәхестәр ер участкаһын ғүмерлеккә ҡулланыу хоҡуғын түләүле нигеҙҙә шәхси милке итеп раҫлай йәки ҡуртымға ала ала.
Бишенсе – граждандар ғүмерлеккә мираҫҡа ҡалдырылған ер участкаларын шәхси милке итеп бушлай теркәй.
Алтынсы – «Башҡортостан Респуб­ли­каһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Закондың 10-сы статьяһына ярашлы, граждандарға һәм юридик шәхестәргә торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаһы бер тапҡыр бушлай бирелә.
Күреүебеҙсә, өҫтөнлөктәр менән файҙаланыусыларҙың исемлеге ярай­һы ғына. Бында бөтәһе лә кешеләрҙең һәм юридик шәхестәрҙең мөмкинлектәренә бәйле.
– Илдар Сәғитович, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең менән артабан да әүҙем хеҙмәттәшлек итергә өмөт итәбеҙ!

Әйткәндәй

Әңгәмәнең һорауҙары, башлыса, «Йәшлек» гәзите редакцияһына килгән хаттарҙа күтәрелгән мәсьәләләргә нигеҙләнеп төҙөлдө. Мәләүез райо­нынан Зөфәр Алтынсура ауылда йәшәүселәргә йорт төҙөү өсөн ерҙең тик аукцион йәки конкурстар менән генә бүленәсәгенә борсолоу белдереп хат яҙғайны. Яуаптарҙан күренеүенсә, Законға ярашлы, граждандарға ерҙе туранан-тура тапшырыу мөмкинлеге лә бар.
Белорет районының Аҙналы ауылынан Хәлим Муллағәлләмов ер участкаларының алдан билдәләнгән майҙаны ысынбарлыҡҡа тап килмәгән, кәмерәк булыу осраҡтары мәсьәләһен күтәрҙе. Әңгәмә барышында быға ҡағылышлы һорауға ла асыҡлыҡтар индерелде.
Әлбиттә, иң күп хат, һорау ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән бер тапҡыр бушлай пай алыусылар исемлегенә инмәй ҡалғандарҙан яуа. 45 йыл эш стажы булған, колхозда тимер иретеүсе, пенсияға тиклем ауыл советында эшләүсе Белорет районының Әзекәй ауылынан Сәлих Сәйәхов һәм башҡа бик күп гәзит уҡыусыларыбыҙға яуап итеп, ошоно әйтке килә: пай алыр­ға хоҡуғы булғандарҙың категориялары закон буйынса нығытылған. Исемлекте тағы ла бер тапҡыр ҡарағыҙ, ул «Йәшлек»тең 19 мартта сыҡҡан һанында ла баҫылды. Әгәр һеҙҙе законһыҙ рәүештә пайһыҙ ҡалдырһалар, судҡа мөрәжәғәт итеүҙән башҡа юл юҡ. Тик был эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәрәк.

Лилиә СИРАЕВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға