«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Беҙ балаларға кәрәк һәм терәк



02.04.2011 Беҙ балаларға кәрәк һәм терәк

ҡатыны ташлап киткән Алмастың «Йәшлек»тә сыҡҡан хатын уҡығас, үҙем тарыған хәлгә яңынан ҡайтҡандай булдым. Ирем менән 30 йыл йәшәгәндән һуң 58 йәшлек тормош иптәшем үҙ ҡоҙағыйым менән миңә хыянат итте. Алмастың кисерештәрен һәйбәт аңлайым. Бер кемгә лә еңел түгел яҡын кешеңдең хыянаты. Иремдең мине икенсе берәүгә алмаштырыуын белгәс, йөрәгем түҙмәй, бауға тотонғайным. ҡыҙым туҡтатты. Кем менән йөрөгән бит әле. Мине ҡоҙағыйына алмаштырған. Элек тә унда төндәрен эсеп ҡайта торғайны. Бер ҡатлылығыма хәҙер аптырайым. Ә ул мәлдә, ҡоҙағый булғас, ул хәтлегә тиклем барып етмәгәндер әле, тип уйлай торғайным.
Ә мин әсәһенән етем ҡалған өс йәшлек ҡыҙы: «Әсәй, әсәй», – тип ҡулын һуҙып торғас, шул сабыйҙы йәлләп, кейәүгә сыҡҡайным. Уртаҡ өс балабыҙ тыуҙы. Хәҙер, Аллаға шөкөр, барыһы ла үҙ тормоштарын ҡорҙо инде.
Хыянатты кисергән кеше генә аңлайҙыр ул ваҡыттағы булған ауыр күңел кисерештәрен. Мин дә, стресс кисергәс, 2 – 3 ай сирләнем. Ашауҙан яҙып, 12 килограмға ябығып, ҡаҡ һөйәккә ҡалдым. 1 – 2 сәғәт йоҡо менән ике ай йәшәнем. Үҙемде ҡулға алып, йөрәктәге серҙәремде ҡағыҙға төшөрә инем, сәғәтенә 4-әр шиғыр яҙғанмындыр. Тора-бара китаптарымды сығарҙым. Иремде ҡыуһам да, китмәне, ғәфү үтенде, намаҙға баҫтыҡ. Уның нисек аҙғынлыҡҡа барғанын уртаға һалып аңлаштыҡ.
Ғәйеп бер кешелә генә булмай ул. Балаларҙы үҫтерәйем, уларҙың донъяларын бөтәйтәйем тип, мин дә эш тип кенә йәшәнем. Уларға Өфөнән фатир алыштыҡ, икәүһенә йорт һалыштыҡ. Үҙем гел алдан йөрөнөм. Иремдең дорфалығына иғтибар итмәҫкә тырыштым. Тормош бит, барыһы ла булалыр инде, тип күҙ йомоп ҡараным, ирҙәр шулай инде, тип йәшәнем. Үҙ баһамды аңламағанымды, мине ҡәҙерләмәгән кеше менән йәшәгәнемде аңланым да бит, хәҙер ғүмер үткән инде.
Алмас, һин йәш әле. Тормош дауам итә, сәләмәтлегеңде һаҡла! Улдарыңа көслө рухлы атай, терәк кәрәк! Мин дә ҡыҙҙарыма кәрәклегемде ҡыҙымдың мине бауҙан төшөргәндә илауын күреп аңланым. Ғүмер ҡыҫҡа, балаларыңды аяҡҡа баҫтырғас, үҙең өсөн дә йәшәйһең бар әле. Һиңә кәңәшем шул: түҙеп торғоһоҙ ҡыйын булһа ла, ауыр уйҙарыңды яҡшы кисерештәргә йүнәлт. Рәсем эшләүҙә, йә шиғыр яҙыуҙа үҙеңде һынап ҡара. Намаҙ уҡыу бигерәк тә тынысландыра. ҡатының да бер саҡ аңлап, ғәфү үтенер. Сөнки кеше ирен үҙеңдеке итеүе, ай-һай, ауыр.
Һиңә сабырлыҡ һәм Аллаһы Тәғәләнең ярҙамын теләп – Серле апай.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға