«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ғорур бул, Алмас!



02.04.2011 Ғорур бул, Алмас!

(«Йәнем өҙгөләнгән саҡтарымда дауаларын ҡайҙан алайым», 12 март, 2011 йыл)
Алмастың гәзиттә баҫылған хаты мине уйландырҙы, шуға ҡарата үҙемдең уй-кәңәштәремде яҙып үтергә булдым, бәлки, уға әҙерәк ярҙам итә алырмын.
Алмас туғаным, яратам, тип ир-егеттәргә хас булмағанса, һуҡыр мөхәббәт менән ҡатыныңа мөкиббән киткәнһең. Үҙеңдең яҙмаңдан күренеүенсә, ҡатыныңдың үҙен генә яратыусы, аҡса ҡоло, әхлаҡһыҙ икәнлеге ярылып ята. Һуҡыр һөйөү менән, байлыҡ, аҡса менән күмеп, йыл да диңгеҙ буйында ял иттереп, былай ҙа тәкәббер бисәңде әллә кемгә ҡуяһың. Нисек ул уҡытыусы исемен күтәреп йөрөй икән, иҫ китерлек бит! Ике улы була тороп, уларҙың аталарына хыянат иткән кешене, һаман яратам, тиһең.
Ул байлыҡты, һинең аҡсаңды ғына ярата икәнлеге күренеп тора. Әллә тәүҙә никахлашҡан йәрең – Зиләнең рәнйешеме икән тип уйлағаның юҡмы? Йәшлегеңдә бик яңылышҡанһың. Өйләнешмәҫ борон уҡ бер ай һөйләшмәй йөрөгән тәкәббер сибәркәйҙең үҙеңде һанға һуҡмағанын, үҙен әллә кем итеп ҡуйғанын күреп, һығымта яһарға кәрәк ине. Уҡытыусы булып та балаларға тәрбиә бирәлер тип уйламайым, ундай кешенең тәрбиә эшенә хоҡуғы юҡ! Ниңә һаман уны уйлап, ебеп төштөң? Күтәр башыңды, үҙеңде тәртипкә килтер, эсеп кенә ҡайғы-хәсрәтте еңеп булмай. Ғорур бул! Башҡорт егеттәрен бит бөркөттәргә тиңләйҙәр.
«... Дауылдарҙа улар сынығалар,
Ауырлыҡтан шартлап һынмайҙар!» – тип йырлай­ҙар бит. Үҙеңде һанламаған таш ҡурсаҡ алдында ебеп төшмә. Тормошоңдо яңынан ҡор. Улдарың берәй ваҡыт үҙеңде аңлар әле. Үҙеңде һанлай белгән, хөрмәт иткән, һиңә терәк-таяныс итеп ҡараған һылыу заттар табылыр, моғайын. Ышаныс йәшәтә бит ул кешене, яҡшыға ышан!

Сәләм менән – Ғәшүрә апайың.
Күгәрсен районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға