«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡарап торған аҡсам – пенсия



05.04.2011 Ҡарап торған аҡсам – пенсия

Пенсия – күптәрҙең күҙ төбәп торған аҡсаһы. Шунлыҡтан редакцияға ла был мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙар менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Шылтыратыусылар ҙа байтаҡ. Әле һуңғы айҙа килгән хаттарға яуап бирмәксебеҙ. Хаттар ҡыҫҡартылып, һорау өлөштәре генә бирелә. Яуаптар Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе ярҙамында әҙерләнде.

Ветеран ҡатыны үлгән иренең пенсияһын күсертә аламы?
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу­сы атайыбыҙ вафат булды. Әсәйе­беҙҙең пенсияһы бик бәләкәй. Был осраҡта тол ҡатын вафат булған иренең пенсияһын үҙенә күсертә аламы? Ул нисек эшләнә?
Ф. БИРҘЕҒОЛОВА.
Белорет районы.
– Мөмкин, күптәр шулай итә. Бының өсөн тәүҙә йә­шәү урыны бу­йынса Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белгестәр иҫәпләгәндән һуң, сағыштырып ҡарап, үҙегеҙ өсөн отошло вариантты һайлай алаһығыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: пенсияларҙың береһе генә түләнә.

Эш хаҡы түбән булһа, пенсия ла кәмерәк тәғәйенләнәме?
Һуңғы ике йылда йыйыштырыусы булып эшләйем, хеҙмәт хаҡын бик әҙ түләйҙәр. Ә етмешенсе йылдарҙа ҡәҙимге юғары эш хаҡы алып эшләнем. Пенсиям күпмерәк булыр икән?
Гүзәл МЫРҘАБУЛАТОВА.
Учалы районы.
– Пенсияны иҫәпләр өсөн 2002 йылдың 1 ғинуарына тиклемге стаждан иң күп аҡса алып эшләгән йылдарҙы һайлап алырға мөмкин. Тимәк, һеҙ етмешенсе йылдарҙы һайлай алаһығыҙ. Пенсия иҫәпләүҙә берҙән-бер шарт итеп өҙлөкһөҙ эшләгән биш йыл, йәғни алтмыш ай алынырға тейеш. Бер урында ғына эшләү ҙә мотлаҡ түгел. Икенсе вариантты ла һайлай алаһығыҙ, 2000/01 йылдарҙы, йәғни егерме дүрт айҙы иҫәпләтергә була. Был осраҡта эш хаҡы буйынса справкалар талап ителмәй.
2002 йылдан һуң пенсия күләменә эш биреүсе тарафынан күсерелгән страховка иғәнәләре туранан-тура йоғонто яһай. Был мәғлүмәттәр Пенсия фондында бар. Пенсияғыҙҙың күпме сығырын алдан белер өсөн туранан-тура Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Эшһеҙ ҡалыу пенсияның күләменә йоғонто яһаймы?
Хаҡлы ялға сығырға ике йыл ҡалды тигәндә, эшһеҙ ҡалдым. Шунда уҡ район үҙәгенә барып, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә иҫәпкә баҫтым. Тик файҙаһы булманы. Барыбер эш таба алманым. Хәҙер, пенсиям әҙ булырмы икән, тип борсолам.
Миңниса ЮНЫСОВА.
Баймаҡ районы,
ҡуянтау ауылы.
– Әгәр һеҙ эштән бушатылып, яңынан эшкә урынлаша алмаһағыҙ, хаҡлы ялға ике йыл алда китә алаһығыҙ. Пенсия хеҙмәт хаҡы һәм стажығыҙҙан сығып иҫәпләнә.

Зәғиф бала ҡараған өсөн аҡса тейешме?
Хаҡлы ялдамын, инвалид бала ҡарайым. Тик ни өсөндөр миңә компенсация түләнмәй. Сәбәбен аңлатһағыҙ ине...
Д. ФӘХРИЕВА.
Архангел районы.
– Компенсация тик закон нигеҙендә генә билдәләнә йә­ки кире ҡағыла. Шунлыҡтан һеҙ фе­кер йөрөткән 1380 һум күләмендәге ай һайын түләнгән компенсация эшләмәгән, өҫтәмә аҡса алмаған, пенсия түләнмәгән осраҡта ғына түләнә. Һеҙ, пенсия алыу сәбәпле, уға өмөт итә алмайһығыҙ.

Оло кешене ҡараған өсөн компенсация кемдәргә түләнә?
Үҙем ҡалала торам. Әсәйемә тиҙҙән һикһән йәш тула. Ул ауылда яңғыҙ йәшәй. Аңлауымса, оло йәштәге кешеләрҙе ҡараған өсөн компенсация түләнә. Ул автоматик рәүештә түләнә башлаймы, әллә юлларға кәрәкме?
Низам ШАҺЫБАЛОВ.
Йылайыр районы,
Һабыр ауылы.
– Юлларға кә­рәк. Бының өсөн йәшәү урыны бу­йынса Пенсия фон­дына ғариза яҙыу талап ителә. Иң беренсе әсәйегеҙҙе кем ҡараясаҡ, пособиены кемгә түләргә кәрәк булыуын билдәләгеҙ. Пособие түләнәсәк кешенең пенсионер һәм эш урыны булмауы шарт. Уның туған булыу-булмауы мөһим түгел. Пособиены күршегә, башҡа берәүгә лә билдәләргә мөмкин. Әгәр был кеше бурысын үтәмәгән осраҡта, унан баш тарта алаһығыҙ.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға