«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



02.04.2011 Был аҙнала беҙҙе...

ҡайғыртты...
Был аҙнала беҙҙе...Бер ваҡытта ла ҡартаймаҫтай тойол­ған, Рәсәй киноһы легендаһы булған СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Людмила Гурченконың яҡты донъяны таш­лап китеүе халыҡты ҡайғыға һалды. Оригиналь, ҡабатланмаҫ ролдәре, йырҙары менән халыҡ күңелен яулаған Людмила Гурченко, һуңғы көндәрҙә ҡаты ауырыһа ла, һуңғы һулышына тиклем сәнғәткә хеҙмәт итте.

ҡыуандырҙы...
«Ростуризм» Мысырҙа ял итергә теләүселәргә рөхсәт бирҙе. 1 ап­релдән илебеҙҙең теләгән бер гражданы ҡыҙыл диңгеҙгә барып ял итеү мөмкинлегенә эйә.
«Ростуризм» туристарҙы Мысыр­ҙа иғтибарлы булырға, илдең курорт зонаһына инмәгән башҡа райондарына экскурсияларға барыуҙан тыйылып торорға саҡыра.

Хәүефләндерҙе...
Японияның тәбиғәт һәләкәтенә эләккән атом станцияһында эшләүсе кешеләрҙең береһе лә тиерлек журналистар менән аралашмай. Шулай ҙа Америка журналистары халыҡ араһында «камикадзе», «ядро са­мурай­ҙары» тип йөрөтөлгән кешеләрҙең бе­реһенең әсәһе менән бәйләнешкә сыға алған.
Белгестәр фекеренсә, атом станцияһында булған фажиғә 100 йыл буйына Япо­нияның иң ауыртҡан урыны булып торасаҡ.

Өмөтләндерҙе...
Рәсәйҙең Энергетика министрлығы нефть һәм уның продукцияһын эшкәртеү, транспортировкалауға ҡағылған яңы закон проекты әҙер­ләне. Был закон ҡабул ителгән осраҡта, хөкүмәт нефткә хаҡты үҙе көйләйәсәк.
Һүҙ нефткә хаҡ бер ай эсендә 30 проценттан да ар­тығыраҡҡа күтәрелгән осраҡ хаҡында бара. Ғөмүмән, министрлыҡ нефткә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ рәүештә артыуын, уның законһыҙ һатылыуын ныҡлы контролгә алмаҡсы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға