26.03.2011 «Банкылар ярҙамынан тыш бер эште лә тормошҡа ашырыу мөмкин түгел»
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй банк-ара конференцияла, республика 2010 йылды яҡшы социаль иҡтисади күрһәткестәр менән тамамланы, 2011 йыл тағы ла уңышлыраҡ буласаҡ тип фекер йөрөтөргә бөтә тәүшарттар бар һәм төбәкте артабан үҫтереү эшендә банк берләшмәһенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне.
Уның фекеренсә, банкылар ҡатнашлығында ғына халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрергә: эш хаҡын арттырырға, яңы эш урындары булдырырға, торлаҡ менән тәьмин итергә мөмкин.
Кредит ойошмаларының бығаса булған эшмәкәрлек стандарттарына төҙәтмәләр индереү һәм яңыларын ҡабул итеү юлы менән банкылар эшенең сифатын артабан яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү – «Банкылар. Процестар. Стандарттар. Сифат» исеме аҫтында үткән ғилми-ғәмәли конференцияның төп маҡсаты.
Рәсәй банкылары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян билдәләүенсә, стандарттар банкыларҙың үҙҙәренең теләге буйынса ҡабул ителә һәм үҙенә күрә тәртип, үҙ-үҙеңде тотоу мәҙәниәте лә булып тора.
Йыл һайын үткәрелеүсе ошондай форумда ҡатнашыусылар 17 сифат стандартын ҡабул иткән, тағы унауһының проекттары әҙерләнгән. Сарала тап ошолар тикшерелде лә инде.
«Башинформ».