«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бөгөн – Бөтә донъя һыу көнө



22.03.2011 Бөгөн – Бөтә донъя һыу көнө

Бөгөн – Бөтә донъя һыу көнөПланетаның 70 проценты донъя океаны, икенсе төрлө әйткәндә, һыу менән ҡапланған.
Ер шарындағы һыуҙың 3 проценты ғына тоҙло һыу булып иҫәпләнмәй, етмәһә, уның да күпселеге боҙ рәүешендә. Бөтә һыуҙың 1,1 проценты ғына эсергә яраҡлы.
Әле иң ҡиммәт эсәр һыу Лос-Анджелеста һатыла. Уның литры – 90 доллар. Шулай ҙа иң ҡиммәтле һыу бик тәмле, ул Сваровски кристалдары менән биҙәлгән махсус шешәләргә ҡойоп, сауҙаға сығарыла.
Ер йөҙөндә 400 миллионға яҡын кеше һыу етмәгән төбәктәрҙә йәшәй. Миллиардҡа яҡын кеше ябай эсәр һыуһыҙ интегә.
Кеше һыуһыҙ 3 – 5 көн генә йәшәй ала.
Оло кешенең организмы 60 – 70 процентҡа һыуҙан тора, ә инде балаларҙыҡы – 80 процентҡа. Биш айлыҡ яралғының 94 проценты – һыу.
Уртаса алғанда, кеше үҙ ғүмерендә 35 тонна һыу эсә.
Иң күп һыу ауыл хужалығында тотонола. Бер килограмм бойҙай етештереү өсөн – 4, ә инде бер килограмм һыйыр ите етештереү өсөн 10 литр һыу кәрәк.
Белгестәр 2015 йылға дөйөм халыҡтың 90 процентын булһа ла эсәр һыу менән тәьмин итергә ниәтләй.
Һыуҙы иң күп эсеүселәр Һиндостанда, ҡытайҙа, Америкала, Пакстанда, Японияла, Таиландта, Мексикала, Индонезияла һәм Рәсәйҙә йәшәй.
Диңгеҙҙәрҙең тоҙло һыуы сәнәғәт комплексында ҡулланыуға яраҡһыҙ.


Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға