19.03.2011 БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһе күңелегеҙҙә ниндәй уйҙар уятты?
Был етди документ киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа тиҙ арала барып етте. ҡайһы берәүҙәр бигүк иғтибар итмәһә лә, бәғзеләр йыл һайын Мөрәжәғәтнамәгә әһәмиәт бирә, тыңлай, уҡый, өйрәнә, фекерҙәрен еткерә. Әле лә етәкселәр, зыялылар, белгестәр, ябай граждандар йәнле рәүештә уны баһалау, ниндәйҙер йомғаҡтар яһау, күҙаллауҙар алып бара. Бер нисәүһенә ҡолаҡ һалайыҡ.
Лом-Али Исраилов, «Барт» чечен ижтимағи-мәҙәни үҙәге рәйесе:
– Күп файҙалы нәмә әйтелгән, улар араһынан байтағын һәр кем үҙ эшмәкәрлегенә нигеҙ итеп ала ала. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ла иғтибар бирелә. Әгәр бөгөн бизнес ил, республика етәкселегенең ярҙамынан тороп ҡала икән, ул һүнәсәк.
Торлаҡ, ипотека кредитына килгәндә, күп мәсьәләне эшләп еткерергә кәрәк. Бигерәк тә уҡытыусылар, табиптарға ауырға тура килә. Әгәр йәштәр торлаҡ менән тәьмин ителмәһә, киләсәктә ул быуын менән нимә булыр? Йәшәү шарттары булмаһа, ғаиләнең дә емерелеүе бар.
Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, БР мосолмандары диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй:
– Үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә Рөстәм Хәмитов беҙҙең республиканың күп милләтлелегенә баҫым яһаған. Уның төбәктә милләт-ара, дин-ара ыҙғыш ҡубыуға юл ҡуймаясағына ышанам. Мин шуға иғтибар иттем: тәүҙә Президент иҡтисади, социаль күрһәткестәр тураһында һөйләне лә, артабан, иҡтисад, социаль, сәйәси мөхит менән бәйләп, нәҡ милләт-ара мөнәсәбәттәргә туҡталды. Аллаһҡа шөкөр, республикала был юҫыҡта проблемалар юҡ. Был – етәкселектең, милли-мәҙәни үҙәктәрҙең, дини институттарҙың да ҡаҙанышы. Беҙ, диндарҙар, донъяуи власҡа артабан да тотороҡло йәмғиәт төҙөргә ярҙам итәсәкбеҙ. Башҡортостан Президенты ла төбәктә диндең үҫеүенә булышлыҡ итер, тип өмөтләнәм. Беҙҙең бурыстар бер, бергә ҙур эш атҡарабыҙ.
Хәмдиә Вәлитова, уҡытыусы, Кушнаренко районы:
– Мөрәжәғәтнамәлә аныҡ һәм асыҡ күҙаллауҙар, бурыстар ҡуйылған. Инвестицияға ла етди иғтибар биреү һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Һуңғыһы бер аҙ һағайта ла әле – инвесторҙарҙың барыһы ла ярҙам итергә киләме? Әммә мине, ябай кешене, иң ҡыуандырғаны шул булды: документта ипотека, эконом класлы торлаҡ тураһында әйтелгән. Был – күптәрҙе, бик күптәрҙе борсоған мәсьәлә. Әгәр ҡуйылған бурыстар үтәлә ҡалһа, власть, ысынлап та, халыҡты ишетә, тигәненә ышаныр инем.
Әлиә Хәкимова, йәмәғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһы:
– Һүҙ юҡ, Президенттың Мөрәжәғәтнамәһе күп кенә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләй, йәшәйештең байтаҡ тармағына ҡағыла. Әммә, күпме иғтибар менән тыңлаһам да, рухиәткә ҡағылышлы бер нәмә лә ишетмәнем. Шуныһы күңелде борсоуға һала. Бөгөн көн үҙәгендә булған туған телдәр мәсьәләһен күрергә теләр инем. Мәҙәниәт, мәғариф та иғтибар талап итә. Инвестиция, модернизация яҡшы, әлбиттә, тик ябай кешенең ябай талаптары ла бар бит әле.
Азамат ФАЗЫлов, зыялы, Өфө ҡалаһы:
– Президент үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә «Йәмғиәттең власҡа ышанысын нығытыу – уңышлы үҫеш нигеҙе» тип әйтте. Был бик һәйбәт. Тик ышаныс тигәндән, мин уның һәр сығышын иғтибар менән тыңлап барам. Мәҫәлән, октябрь айында БР Президенты вазифаһына тәғәйенләнеүенә 100 көн тулыуға арналған матбуғат конференцияһында былай тигәйне: «Башҡортостан Рәсәйҙә эш хаҡы буйынса – 40-сы, торлаҡ менән тәьмин ителеү буйынса 50-се урында килә». Ә хәҙер, ярты йыл үткәс, торлаҡ менән тәьмин ителеү 56-сы урынға тиң булып сыҡҡан. ҡайһы һанға ышанырға? Әллә Мәләүездә булған «ер тетрәү» арҡаһында күп торлаҡтан ҡолаҡ ҡаҡтыҡмы икән? Был күрһәткестәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә улай үҙгәрергә мөмкин түгел.
Әйткәндәй, форсат сыҡҡанда бер тәҡдимемде лә еткерәйем: власть менән халыҡ берлектә эшләһен, бер-береһен ишетһен өсөн, абруйлы белгестәрҙән Йәмәғәт советы төҙөп, мәҫәлән, БСТ каналында фекер алышыуҙар алып барырға мөмкин. Бында теге йәки был программаны, ҡарарҙы ҡабул итергәме-юҡмы тигән һорауға ла яуап табып буласаҡ.