19.03.2011 Тәбиғәт өсөн ҡыш уңышлы булған
Хәтерегеҙҙә булһа, былтырғы эҫе йәй, ҡоролоҡ кеүек катаклизмдар бөтөн кешелекте хәүефләндерҙе. Белгестәр хатта был тиклем дә эҫелектең һуңғы 35 йылда күҙәтелмәүен телгә алды. Хәйер, ҡыш та бүтәнсәрәк килде кеүек. Миҙгел сатнама һыуыҡтары менән хәтерҙә ҡалды. Әммә ул һауа шарттарының тотороҡлоғо арҡаһында ғына аномаль булып күренә икән. Ғәмәлдә иһә тәбиғәт өсөн был бик яҡшы, файҙалы осор, имеш.
Баҡтиһәң, беҙ бары тик ысын ҡышҡы һыуыҡтарҙың һәм мул ҡарҙың нисек булғанын онотҡанбыҙ. Шунлыҡтан ҡыш ныҡ һыуыҡ булғандай тойола. Әгәр һауа торошон күҙәтеүсе «Башҡортостан» ҡурсаулығы мониторинг секторының инженерҙарынан һуңғы биш йылдағы мәғлүмәтте алһаҡ, ошондай күҙәтеүҙәргә юлығырбыҙ: 2005 йылда ҡар 21 апрелдә иреп бөткән, ә сана юлы 15 декабрҙә генә һалынған. Был ваҡытты биологтар вегетатив осор тип атай, һәм ул 2005 йылда – 239, 2006 йылда – 235, 2007 йылда – 238, 2008 йылда – 259, 2009 йылда – 217, 2010 йылда 223 көн тәшкил иткән. Ә күп йыллыҡ уртаса күрһәткес – 199 көн. Күреүегеҙсә, был ҡыштың яҡынса ике аҙнаға һуңлап килеүен, ҡыҫҡараҡ була барыуын, ҡарҙың аҙыраҡ яуыуын аңлата.
Быйыл ҡар күп яуҙы. Был, үҙ сиратында, ҡоштарҙың сатнама һыуыҡтарҙа ҡарҙа «йәшенә» алыуын аңлата. Үҫемлек һәм ағастарға ла көрт аҫтында йылы. Ғөмүмән, 30 – 37 градуслыҡ һыуыҡтар тәбиғәт өсөн ҡурҡыныс түгел. Бары тик көндәрҙең йылытып, яңынан һыуытыуы ҡурҡыныс. Ошонан сығып, шундай һығымта яһарға мөмкин: беҙҙең киҫкен континенталь климатлы Көньяҡ Урал тәбиғәте өсөн быйылғы ҡыш бөтә күрһәткестәр буйынса ла уңышлы һәм яҡшы булған. «Башҡортостан» дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә һыуыҡтан үлгән ҡош-йәнлектәрҙең теркәлмәүе, ағастарҙың туңып ауыуы, ботаҡтар һыныуы күҙәтелмәүе лә шуны дәлилләй.
Р. ИШБИРҘИНА.