«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Теркәүселәр үҙҙәре килә



15.03.2011 Теркәүселәр үҙҙәре килә

«Росреестр»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы халыҡҡа күрһәткән дәүләт хеҙмәттәренең кимәлен күтәреү, уларҙы тиҙ һәм уңайлы башҡарыу өсөн яңы алымдар индереүен дауам итә.
Төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә милек хоҡуғын теркәү өсөн «Росреестр»ҙың район үҙәгендә урынлашҡан территориаль бүлексәләренә барып етеү күп мәшәҡәт тыуҙыра. Аралар алыҫлығынан башҡа, аҡса, ваҡыт сығымдары талап ителә. ҡайһы бер ауылдарға хатта автобус та йөрөмәй – нисек теләй­һең, шулай барып ет. Оло йәштәгеләр өсөн бигерәк тә ауыр, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ә милек хоҡуғы теркәлмәгән ер участкаһын, өй-фатирҙы һатып та, алмаштырып та, мираҫҡа ҡалдырып йәки ҡуртымға биреп тә булмай.
Шундай уңайһыҙлыҡтарҙы күҙ уңында тотоп, дәүләт хеҙмәттәрен халыҡҡа яҡынайтыу маҡсаты менән «Росреестр»ҙың БР буйынса идаралығы үткән йылдың октябрь айынан милек хоҡуғын теркәү өсөн документтарҙы күсмә рәүештә ҡабул итеүҙе башлап ебәрҙе.
Баш ҡаланан теркәүселәр иң тәүҙә Благовещен районының Бедеева Поляна ауылына юлланды. Ауыл хакимиәте башлығы менән һөйләшеүҙәр алдан уҡ алып барылғас, ауыл халҡы иҫкәртелгән, ҡабул итеү урыны ла әҙер ине. Күсмә ҡабул итеү һөҙөмтәһендә 16 кеше милек хоҡуғын теркәүгә документтарын тапшырҙы, теләгәндәре ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙарына яуап алды.
Артабан ҡырмыҫҡалы, Архангел, Стәрлетамаҡ, Белорет райондарында 10 күсмә ҡабул итеү үткәрелде, һәммәһе 400-ҙән ашыу ғариза алынды. Теләгән һәр кемгә дәүләт теркәүе, дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу тураһында консультациялар бирелде. Үткән йылдың октябрь айында Башҡортостан Республикаһы буйынса «Ер кадастр палатаһы» федераль дәүләт учреждениеһына милек хоҡуғын теркәүгә документтар ҡабул итеү, Берҙәм дәүләт хоҡуҡ реестрынан мәғлүмәт биреү буйынса өҫтәмә функциялар йөкмәтелгәйне. Шул ваҡыттан алып кадастр палатаһы хеҙмәткәрҙәре лә күсмә ҡабул итеүҙәргә әүҙем ҡушылып китте. Октябрь – декабрь айҙарында улар теркәү хеҙмәте регистраторҙары менән берлектә 1058 документ ҡабул итеп, 392 кешенең һорауҙарына яуап бирҙе.
Быйыл күсмә ҡабул итеүҙәр Дәүләкән районы ауылдарында дауам итеп, ике көн эсендә милек хоҡуғын теркәүгә 118 документ тапшырылды. Ошо арала теркәүселәр Туймазы, Илеш райондарының төпкөл ауылдарына барып етергә ниәтләй.
Килеп тыуған бындай уңайлыҡтар­ға ауыл халҡы ҡыуанып бөтә алмай, теркәү хеҙмәтенә рәхмәт хаттары ебәрә. Сөнки күптәребеҙ милек хоҡуғын теркәүҙе нимәнән башларға ла белмәй, ә кемдәрҙер ҡағыҙ-документтарын йыйып та, регистратор­ҙар­ға юлы төшмәй.
«Росреестр»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы төпкөл ауыл хакимиәттәренән күсмә ҡабул итеүҙәр үткәреү өсөн хаттар ҡабул итә. Әгәр һеҙҙең ауылығыҙ ҙа үҙәктән алыҫ урынлашып, унда милек хоҡуғын теркәргә теләүселәр бихисап икән, үҙегеҙҙә лә күсмә ҡабул итеү үткәртә алаһығыҙ. Бының өсөн ауыл хакимиәте исеменән «Росреестр»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһенә, шундай күсмә ҡабул итеүҙе үткәреүҙе һорап, хат ебәрергә кәрәк.
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн интернет селтәренә мөрәжәғәт итергә кәңәш итәбеҙ. Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының сайтында (www. to02.rosreestr.ru) ҡыҙыҡһындырған һорауығыҙ буйынса бөтөн мәғлүмәтте лә алырға була.

Ләйсән АБДУЛЛИНА,
Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға