«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Уҡытыусы балалар



12.03.2011 Уҡытыусы балалар

Бер нисә йыл элек Сиэтлдағы Олимпиадала 100 метрлыҡ йүгереү дистанцияһы стартына туғыҙ атлет сығып баҫты. Уларҙың бөтәһе лә физик йәки аҡыл яғынан зәғиф ине.
Стартты аңлатҡан атыу яңғыраны. Спортсылар йүгерә башланы, тиһәм, дөрөҫ булмаҫ: араларында йүгерә алмаусылар ҙа байтаҡ ине, әммә улар йүгереүҙән бигерәк ҡатнашыу теләге менән стартҡа сыҡҡайны.
Дистанцияның өстән бер өлөшөн үтеп тә өлгөрмәнеләр, бер малай абынды ла, бер нисә тапҡыр тәкмәсләп барып ятҡас, илай башланы. Шул саҡ йүгереп барыусылар, илаған тауышты ишетеп, арттарына боролоп ҡараны һәм... туҡтап, ҡолаған малай янына кире әйләнеп килде. Барыһы ла...
Даун синдромлы ҡыҙыҡай малай янына сүгәләп ултырҙы ла, уны ҡосаҡлап, былай тип һораны: «Хәҙер һиңә еңелерәк булып ҡалдымы?»
Аҙаҡ уларҙың барыһы ла – туғыҙы ла финиш һыҙығына бергәләп, иңгә-иң терәп, килеп етте...
Шул саҡ тамашасыларҙың, урындарынан тороп, балаларҙы алҡыштарға күмеүе... Ул ваҡиғаны күреүселәр һа­ман да шул турала ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та иҫкә ала.
Бына шундай хәл... Ысынлап та, был балалар ниңә шулай иткән? Бәлки, инвалид малай-ҡыҙҙар ирекһеҙҙән беҙ, һау-сәләмәт кешеләр, күрмәгән дә, һиҙмәгән дә нәмәләрҙе нығыраҡ тоялыр һәм беләлер? Ысынлап та, улар өсөн дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү, иң ҡуйыу, терәк булыу, башҡаларҙың хәлен аңлау кеүек сифаттар тәбиғи. Улар, ауыртыныу-һыҙланыуҙарын баҫып, төрлө сикләүҙәрҙе, әйләнә-тирәләгеләрҙең мөнәсәбәт-ҡарашын еңеп, үҙҙәренә генә хас булған Эске көс аша тәжрибә туплай. Һәм беҙгә, имен, көслө, сәләмәт кешеләргә, хыялдағы еңел булмаған Чемпион Кубогын яулау дистанцияһында абынып йығылғанда дуҫтарҙың ҡул биреп торғоҙоуының һәм хуплап йылмайыуының ни тиклем ҡәҙерле булыуын белергә өйрәтә түгелме?!

Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға