«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Йәнем өҙгөләнгән саҡтарымда дауаларҘЫ ҡайҙан алайым?..



12.03.2011 Йәнем өҙгөләнгән саҡтарымда дауаларҘЫ ҡайҙан алайым?..

Инфаркт кисереп, ҡала дауаханаларының береһендә дауаланып ятам. Бөгөн ҡатыным килгән. Хәлемде белергә, тип уйлай­һығыҙҙыр. Юҡ. Кредит түләү өсөн аҡса һорарға. Исем өсөн бер шешә һыу тотоп килһә икән? Палаталаштар алдында оят булып китте хатта.
Ә ҡасандыр уның өсөн йәнемде лә фиҙа ҡылырға әҙер инем. Үҙе аварияға осрап, бер-бер артлы ике операция үткәргәндә хәләлемде ҡотҡарыу өсөн көсөмдән килгәндәрҙең барыһын да эшләнем: ҡан бирергә кешеләрен дә таптым, ҙур бурысҡа батып, ҡиммәтле дарыуҙар ҙа алдым. Хатта түшәктә ятҡанда эшемдән түләүһеҙ отпуск алып та уны тәрбиәләнем. Тик ул һауыҡһын, Ғазраил йәнемдең яртыһын тартып алмаһын, балаларҙы әсәйһеҙ ҡалдырмаһын, тип көнө-төнө теләнем. Унһыҙ тормошомдо бер нисек тә күҙ алдына ла килтермәй инем.
Ә бөгөн шул тиклем дә күрә алмаҫ икән мине ошо кеше... Мин уға бөтөнләй кәрәк түгел... Йөрәгем әрней, томанлы уйҙарымдан арыныр сиктә түгелмен. 24 йыл хәләлем менән йәшәп, бер нәмәне аңлай алмайым: ни өсөн, ни гонаһтарым өсөн ошондай йән ғазабына дусар булдым икән? Ниңә һөйөүебеҙҙе һаҡлай алманыҡ һуң?
Ә бит уны тормошомдан артыҡ күреп ярата инем...
Беҙ 6-сы синыфтан дуҫлашып йөрөнөк, ут күршеләр булып, бергә үҫтек. Ул мине армиянан көтөп алды. Афған тауҙарында дошман пулялары аҫтында ҡалғанда, көн дә үлем һағалағанда һөйгәнемдең хаттары күңелемде тынысландыра, йәшәүгә өмөт уята ине. ҡайтҡас та өйләнергә уйлағайным, ҡыҙыбыҙ уҡыуын бөтһөн, тип ата-әсәһе никахты кисектереп торҙо. Мин ситтән тороп белем алдым, эшләнем, ул юғары уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлегендә уҡығас, һәр яҡлап ярҙам итергә тырыштым.
Ғашиҡ булған ҡыҙҙар булманы түгел, булды: мөхәббәтемә тоғролоҡ һаҡланым, уны юғалтыуҙан ҡурҡтым. «Однолюб» тиҙәрме әле ундайҙар­ҙы? Курсыбыҙҙа үҙенә ҡаратып алыр­ға теләүсе ҡыҙҙар ҙа бар ине, айырыуса Зилә исемлеһе арттан ныҡ йөрөнө. Үҙе ут ҡыҙ, төҫкә лә сибәр. Күңел тартмағас, ни хәл итәһең инде?!
Ә бер көн һөйгәнем менән бик ныҡ һүҙгә килештек. Бер ай һөйләшмәй йөрөнө, үҙем ғәфү үтенеп барһам да, ипкә килергә уйламаны. Ярай, ҡыҙ­ҙар бөтмәгән әле донъяла, тип үҙемде тынысландырҙым. Ә ул һаман да һыр бирмәне, үҙен әллә кемгә ҡуйып йөрөй бирҙе. Асыуымдан Зиләгә тәҡдим яһаным. Атай-әсәйемдәр менән никах уҡытып, кәләште өйгә алып ҡайтыуым да булды, һөйгәнем илап килеп тә еткән. Эш үткәс, ғәфү үтенеүҙән ни фәтүә? Хистәремде теҙгенләй алманым, бирештем, мин бит уны барыбер яратам. Зилә ҡайтып китте. Яңынан шулай никах яңырттым. Бер-бер артлы ике улыбыҙ тыуҙы. Һүҙ юҡ, ҡатыным тормош көтөүгә бик бөтмөр, тырыш булды. Уның теләгәнен һис һүҙһеҙ үтәй инем. Уҡытыусы булғас, матур кейенергә яратты, йыл һайын ял йорттарына, диңгеҙ буйына ял итергә йөрөй инек. Мохтажлыҡ күрһәтмәнем, Себерҙә эшләгәс, аҡсаны ла мул ҡулланды. Үҙем дә аҡса табырға тырыштым, һулдан да аҡса эшләй инем. Их, шул аҡса, мал табам тип йөрөп, һөйгәндәребеҙгә ваҡыт бүлә алһаҡ икән дә. Минең яҡтан да ҡатынға наҙ, иғтибар етмәгәндер, күрәһең.
«В 45 – баба ягодка опять», – тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер. Бер көндө осраҡлы ғына ҡатынымды сит ир менән тоттом. Ул миңә хыянат итер тип ғүмерҙә лә уйыма килтермәй инем. Тоттом да теге ирҙе һуғып осорҙом. Йөрәк түҙмәне, икенсе көнгә инфаркт булды. Ошоғаса йөрәктең ҡайҙа икәнен дә белмәй инем. Әле ҡатыным үҙенән йәш шул ир менән йәшәп ята. Күҙҙе наҙлар, муйынға үҙҙәре аҫылынған ҡатындар бар, әммә ҡатынымдан башҡа бер кемде лә ярата алмайым. Мин бит уны усымда ғына йөрөттөм, нимә етмәне икән уға, тип уйлайым. Беҙҙең айырым йәшәгәнгә ярты йыл инде. Үҙ хәлемде аңлай алмайым. Яҙмыш һынауымы был, әллә беҙҙе сихырланылармы икән, тип тә ҡуям. Күңелемдә тынғы юҡ. Көн дә эсеп йөрөй башлағас, эшемдән дә ҡолаҡ ҡаҡтым.
Күңел әрнеүҙәренә дауаны ҡайҙан табайым? Йөрәгем әрнемәй генә түгел, ә яна. Дауаханаға сираттағы эләгеүем дә ошо стресс арҡаһында. Хыянатты нисек кисермәк кәрәк? Нимәлә булды икән һуң минең ғәйебем? Кәңәш бирегеҙсе, зинһар.
Алмас.
Салауат ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға