«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тояғынан ер һелкенеп ҡала



12.03.2011 Тояғынан ер һелкенеп ҡала

Башҡорт егете башҡорт аттары менән бергә затлы сабыш аттары ла тәрбиәләп, Рәсәйҙе шаулатмаҡсы
Йәйен
Тояғынан ер һелкенеп ҡалаӨлкәндәр иҫләйҙер колхоз осорон. Эшләһәң дә, иген-ашлығы, аҡса-байлығы булды, эшләмәһәң дә... булды. Дәүләт барыбер бирҙе. Шулай илдә ялҡауҙар үрсене.
Тик һүҙем башҡа тураһында. Колхоздың хөрт яғы: дөйөм хужалыҡ малдарына бесән әҙерләмәйенсә тороп, үҙеңдекенә тотонорға ярамай ине. Колхозға бесәнде еткергәнсе әҙерләгәнсе ямғырҙар башлана. Килеп, бер генә эре мал аҫрарға рөхсәт. Ә атты бөтөнләй тоторға ярамай. Шул бер һыйырға һәм бер нисә ваҡ малға бесән әҙерләү коммунизм осоронда йәйгә һуҙылған оло бер мәшәҡәт ине. Ә инде сабынлығың булыуы... быныһы инде байлыҡ, баҫыу ситтәрен, әрәмәлектәрҙе ҡырып йонсомайһың. Беҙ бәхетле булдыҡ, сабынлыҡ бар, тик ул ауылдан тиҫтәнән ашыу саҡрымда ята ине. Оло транспорт, матай үткеһеҙ урман юлдары аша таң менән Быяла яланына ашығабыҙ. Таң менән ҡуҙғалғанда ла, сәғәт ун бер-ун икеләргә генә барып етәһең әле. Берәй ылау тап килһә – шатлыҡ, былай, ике аяғым иҫән булһын, тиһең дә тәпәйләй бирәһең.
Быяла яланы. Эргәһендә – Ниместәр аҡланы, арыраҡ – Әпәләүешней болоно, был яҡта – Атаман соҡоро... Һуғыштан һуң бында, әлбиттә, тормош ҡайнап торған, Красноусол быяла заводына утын, әрҙәнә киҫкәндәр, тау-таш иреткәндәр. Араларында әсиргә эләккән еңелеүселәр ҙә булғандыр... Иҫ киткес хозур яҡтар, тынлыҡ һәм тәбиғилек хужа унда. Бер күрше әйтмешләй, эргәңдә айыу кәк итеп ултырһа ла, аптырама, ҡыҫҡаһы.
Ат булмағас, Яурынбашты егеп барғанды иҫләйем. Өйҙә арба, ҡамыт-ыңғырсаҡ бар ҙа... ат юҡ. Ауыл осондағы сиҙәмдә йә баҫыуҙың яҙын һаҙамыт булып сәселмәй ҡалған аҡ сәскә үҫкән урынында йөрөгән (бәләүәттәр уны ҡыумай) Яурынбашты табып алып ҡайтырға ҡуша атай. Ул зәғиф ат, бер яҡ яурынбашы юҡ ине. Ул хәжәтһеҙ дүрт тояҡлы йән эйәһе. Тик ниңә үҙен иткә ебәрмәгәндәрҙер, быныһы билдәһеҙ. Уға ла кәрәге булмағандыр, күрәһең. Әйүп ҡарт онотҡанда бер бәләкәй йомошҡа еккеләй ине. Атай тәүәккәл заттан булды. Ул алашаның йығылып үлеп колхозға түләүле булыу­ҙан да, ғөмүмән, башҡа башбаштаҡлыҡтан да ҡурҡманы.
Киттек бесәнгә. 11–12 саҡрым ара. Юлы ниндәй. Ауылды сыҡҡансы ғына шартына килтереп атайҙың өс улы арбала ултырып киләбеҙ ҙә аттың тәүге тир һыҙаттары сағыла башлау менән, һикереп төшөп, йәйәү китәбеҙ. Арбала – эш ҡоралдары, сәйнүк-ҡаҙан, икмәк-тоҙ. Яурынбаш шуларҙы һөйрәп алып барып еткерһә, шул еткән, бурысы үтәлгән. Ә тегендә ул рәхәтләнеп һутлы үлән менән һыйланасаҡ.
Шулай йөрөнөк беҙ бесәнгә. Донъялар үҙгәреп, иркенлек тойғас, хужалыҡтар таратылып, ер бөтөнләй хужаһыҙ ҡалғас, ике-өс һыйырға, ике баш йылҡы малына ауыл эргәһендәге баҫыуҙарҙан, ялан-болондарҙан бесән еткерә лә ҡуя халыҡ. ҡул менән дә сапмай, техника барыһын да атҡара. Рәхәт.
Тик... үткән йылғы ҡоролоҡ быуынһыҙ итте халыҡты. Тирә-йүндә мал теленә йоғорлоҡ үлән булмағас, тиҫтә йылдар бармаған Быяла яланына юл тоттоҡ.Тәбиғәт шул килеш, ғиффәтле ҡыҙҙай, оялсан да, саф та. Һауаһын – һулап, үләнен – еҫкәп, шишмәһен уртлап туйғыһыҙ, ошо донъяла аҙашҡы килә хатта... Хозурлыҡ. Кеше ҡулы күптән теймәгәс, ялан-болондарҙы быуынлы-быуынлы айыу көпшәләре, быуынһыҙ ҡырҡурай, атҡолаҡтар баҫып киткән, йығылған ағастар ҙа етерлек. Үлән, ат дуғаһын күмерлек булмаһа ла, матай иңен ҡапларлыҡ. Һөйөнөп эшкә тотондоҡ, боронғоса ҡул менән сабабыҙ, кинәнес, тик тиҙ арыттыра. Нимес яланында, икенсе тарафтарҙа техника тауышы ишетелеп ҡала. Тимәк, беҙ генә түгел урманда, башҡаларҙы ла был яҡтарға килергә мәжбүр иткән ҡоролоҡ.
Төшкө ялға туҡтағанда, «Беларусь» тырылдаған яҡҡа барып, кемдәр йөрөгәнен белеп киләйем әле, тип ҡуҙғалдым. Таныш түгел егеттәр оҙон һәм киң яланды иңләп, үлән йыға. Беҙҙең ерҙә ниндәй сит әҙәмдәр йөрөй, тигән «башҡортлоҡ» рухы ла уянып ҡуйҙы. Ауылда, был ер­ҙәр­ҙе Мәскәү байы һатып алған, тип тә ишетеп ҡалғайным.
– ҡайҙанһығыҙ, егеттәр? Был бит беҙҙең ерҙәр,– тим, ҡулда бер ниндәй рөхсәт тә, ҡағыҙ ҙа юҡ.
Красноусолдан, Имән­дәш­тән булып сыҡтылар. Берәүһе:
– Элек һеҙҙең ерҙәр булғандыр, хәҙер Азамат ағайҙыҡы ул.
– Нисек?
– Шулай, ҡуртымға алған был ерҙәр­ҙе, бында өйөр-өйөр йылҡы буласаҡ. Шуға бесән әҙерләйбеҙ.
– Мәскәү байы алған, тиҙәр ҙәһә.
– Эйе, төп хужа баш ҡалала тиҙәр, беҙ ул тиклемен белмәйбеҙ.
... Бесән әҙерләп алып ҡайттыҡ, һыйырыбыҙ шул хуш еҫле Быяла яланы үләне менән ҡыш сығып килә. Яңыраҡ быҙаулап та һөйөндөрҙө.

ҡышын

Ғәлинур ҡалмырҙиндың хәлен белергә ҡайтҡайным районға. Ул, оҙаҡ йылдар хакимиәттә эшләгән шәхес, беҙҙең төбәкте ус төбөндәгеләй күрә, кешеләрен яҡшы белә. Үҙе менән ҙур ғына әңгәмә ҡорғас (гәзитебеҙҙә баҫылды ул), бер килгәс, ағай, берәй эшҡыуар хаҡында ла материал эшләйек әле, тим. Ул оҙаҡ та уйлап торманы:
– Яңыраҡ Азамат ҡырҡ баш башҡорт аты алып ҡайтты, ҡыҙыҡ күрһәң, Имәндәшкә барып ҡайт, – тине.
ҡыҙыҡ күрҙем. Азамат ағайға шылтыратабыҙ.
– Утарға юл ярып йөрөп ятам. Килегеҙ, ҡаршы алырмын, – тип саҡырҙы эшҡыуар.
Ярты юлда ҡаршы алды ағай. Һе, таныш бит был әзмәүерҙәй бәһлеүән. Ихлас йөҙөнән һис тә йылмайыу китмәгән Азамат Ибәтуллин бит. Райондың ғына түгел, республикала милли көрәштең данын күтәргән ир-азамат. Һәр ярышта тигәндәй ул үҙе, йә тәрбиәләнеүсеһе еңеп ҡайта торғайны. Район ғорурлығы булған Рәсәй ярыштары призерҙары Венер Рәхмәтуллин, Эдик Горин уның ҡаты ҡулы аҫтында бил нығытҡан. Ул үҙе генә алты Башҡортостан чемпионы тәрбиәләгән тренер. Улдары Салауат менән Урал да улар иҫәбендә.
Уның «Нива»һына күсеп ултырам. Танышлыҡ та булғас, һүҙ үҙенән үк бәйләнә.
– Милли көрәштән киттеңме ни, ағай? – тәү һорауым шул булды.
– Ат минең ғүмерлек хыялым булды. Көрәштә бил нығытып, рух тыуҙы. Хәҙер атҡа менеп, был рухты нығытып ҡуяйым, тим. Элек һабан­туй­ҙарҙа көрәш майҙаны батыры була торғайныҡ, хәҙер ат сабышы еңеүсеһе буласаҡбыҙ, – үҙе рәхәтләнеп көлә. Күңелендә ниндәйҙер кинәнес тулҡыны бар икәне һиҙелә ағайҙың. – Көн дә шул аттар тип район үҙәгенән илле саҡрымда ятҡан Ташйылғаға киләм. ҡунып та ҡалам. Аттар миңә балам кеүек, прямо кинәнес кисерәм, ял итәм улар янында. Еңгәң, олоғая белмәйһең һис тә, тип әрләштереп тә ҡуя, тик ... – ағай кинәнесле фекерен нисек аңлатырға белмәй, – ат ул ат, кешенән дә аҡыллы зат, – тип ҡуя.
– Атҡа һөйөү ҡайҙан килә һуң?
– Мин бала саҡта Елеклелә йәшәнем бит. Беләһеңме шундай ауылды?
– Беләм. Толпар яғында, бөткән ауыл шикелле.
– Йәшәгән кешеләр бар әле. Эйе, урман төпкөлөндә. 11 йәшкә тиклем шунда, өҫкә ауып килгән ҡарағастар араһында, үҫтем. Ул ауылға лесовоздар йә ат ҡына үтә ала. Көслө-көслө айғырҙар тота торғайныҡ. Унда йүнһеҙ ат булманы, оҡшаманы икән, ялан яғына һаталар. Ә унда ул аттар иң хәтәре булып йөрөй торғайны. Берәйһенең аты йөк тарта алмаһа, кеше көлдөрмә был колхоз атың менән, тип оялталар ине. Шул аттар араһында үҫтем. Уларҙан һис ҡурҡманым.
Үҫкәс, ике туған ағайым: «Урамдағы айғыр беҙҙе һеңгәҙәткәнсе тешләй, ә һиңә һис теймәй торғайны. Йүгәнләр өсөн һине сығара инек», – тип аптырап иҫкә ала шуны. Ат ҡото, ат сихыры бар миндә, ахыры, – Азамат ағай, салонды геүләтеп, тағы рәхәтләнеп көлөп ебәрә.
Алға китеп шуны әйтәйем, утарҙа ат ҡараусылар менән һөйләшкәндә, уларҙың да: «Азамат ағайҙың әллә ниндәй арбау көсө бар, уға бер айғыр ҙа, башҡорт аты ла теймәй, ә беҙҙе баҫтырғандары, тыңлашмағандары күп, Орлик кеүек уҫалдары бигерәк тә», – тип әйтеүе уйға һалды. Аҡбуҙат телен аңлар өсөн ҡуш йөрәкле ир-егет булырға кәрәктер, тип ҡуям.
– ҡырҡҡа яҡын ат алып ҡайт­ҡанһығыҙ, тиҙәр, – һөйләшеүҙе дауам итәм.
– ҡыҙыҡ булды ул. Учалыға, «Байрамғол» хужалығына бар­ҙым. Етәкселеккә индем дә, кәрәк булғас, туғандар, һеҙгә килдем әле, беҙ бит туған, тим. Тегеләр бер-береһенә ҡарашып алды. Һағайып киттеләр. Ниндәй лейтенант Шмидт балаһы әле, тинеләрме? Ғафуриҙан мин, Табын ырыуынан, ырыуҙаштар беҙ, тигәс, йылмайып ебәрҙеләр. Эй, ихлас, һәйбәт кешеләр икән ул күбәләк-табындар. Эш рәтен белгән, аттың күңелен аңлаған белгестәр эшләй унда.
Азаматтар Байрамғолдан утыҙ ике баш бейә, ике айғыр алып ҡайта. Тоҡомдоң сафлығын һаҡлау ниәтенән Арғаяштан тағы бер айғыр алыр­ға торалар. Башҡорт аттары арымай, аҡһамай. Һәр ат үҙ тамағын үҙе туйҙыра: ағас кимерә, ҡарҙа тибенеп, үлән таба. Башҡорт атының тояғы ҡаты бит ул, ватылмай. Ат ҡараусылар әйте­үенсә, был хайуандың бер мәшәҡәте лә юҡ. Әрһеҙ үҙҙәре, сереп-ҡарайған бесәнде лә ашай­ҙар, наҙланып тормайҙар. Шул тиклем беҙҙең тәбиғәткә яраҡлашҡандар, башҡорт аты менән башҡорт ере бергә берегеп барлыҡҡа килгәндер ул, тип шаярта егеттәр. Башҡорттан боронғолоҡ еҫе килә, тип Геродот дөрөҫ әйткән, тип ҡуяһың тағы. Башҡорт аты, ҡымыҙы, урманлы яланда үҫкән моңло ҡурай, халыҡ йырҙары, эпостар... – барыһынан да боронғолоҡ та, тәбиғилек тә еҫе килә шул. Башҡорт атының ҡымыҙын эсеп, итен ашап туйғыһыҙ тиҙәр. Азамат ағайҙар киләсәктә ҡымыҙ етештереүҙе лә яйға һалмаҡсы. Үрсетеп һатыу менән дә шөғөлләнмәкселәр. Ә әле һатып алынған аттар араһында йүгән кеймәгән өс йәшлек бейәләр ҙә бар. Уның әйтеүенсә, ҡырағай, уҫал аттар өйөрө был. Көҙөн шәп итеп ҡаралған был хайуандар ғинуар аҙағына тиклем бирешмәй.
– Хәҙер улар Атаман яланында, иркендә, – тип ҡуйҙы ағай.
– Соҡоронда... – төҙәтмә индерә һалам. Бына йәйен мин ишеткән Мәскәү байы кем булған ул? – Беҙҙең сабынлыҡ та шунда була торғайны. Мәскәү байы шул ерҙәрҙе ҡуртымға алған, тип һөйләйҙәр ине...
– Үҙебеҙҙең башҡорт ағайы ул. Камил Усманов ағай. Мәскәүҙә эшләй. Был фермер хужалығын уның менән астыҡ. Беҙҙеңсә, инвестор булып сыға инде. Урман дәүләт фонды ерен ҡуртымға алып һыу үҙәге, туризм базаһы ойошторорға ла ниәтләнәбеҙ.
Имәндәш ауылын үтеп, Уҡлыҡая тапҡырынан Еҙем йылғаһы ярынан тиерлек эскә үтәбеҙ. Ысынлап та, юл яңы ғына таҙартылған. Ике тау ҡосағынан сылтырап ҡына ағып ятҡан Ташйылға исемле йылғасыҡ янында оҙон һарай, ситтәрәк ике өй күҙгә ташлана. Машинанан килеп төшөүебеҙгә дүрт-биш лайка һырып та алды.
– Тешләмәйҙәрме? – тим.
– Һәйбәт кешеләргә теймәйҙәр, чистокровный улар. Бында бар йән эйәһе лә таҙа тоҡомло, – Азамат ағай тағы мут ҡына йылмая.
Һарай эргәһендә кәртәгә табан баҡтым да ауыҙымды асып шаҡ ҡаттым. Кәртә буйлап муйынын бөгә биреп, түбән ҡарап ҡына айғыр юрта, тояғынан ҡарҙар оса, ер һелкенеп ҡала. ҡойроғо, әйтерһең, бейеп йөрөгән ҡыҙҙар толомо – талпынған һайын талғын ғына тирбәлә. Үҙе ҡалай һоҡланғыс, тик күҙ теймәһен. Түше ҡайһылай бит, саҡ ҡына ҡуҙғалдымы, тарамыштары уйнап китә. Ғәйрәт ҡайһылай, һай. ҡуҙға баҫҡанмы ни, тик тора алмай үҙе. ҡалын ирендәрен ҡалтыратып, үҙенсә йомшаҡ, иркә генә итеп өндәшә, шунан йән тетрәткес итеп кешнәп ебәрә. Танауы таржайған, ике күҙе кәртә эсендә, бейәләрҙә. Унда тәпәшерәк, йөнтәҫ ике бейә моронон бесәнгә тыҡҡан. Кәртә аша ажарланып килгән айғырға ҡарап алалар ҙа, арт һандарын һикертеп-һикертеп ҡуялар. Яҡынлаша ҡалһаң, аяу юҡ, маңлайыңа эләгәсәк, тип туҙыналар, буғай.
Азамат ағай ҡулына шаҡмаҡлы шәкәр тотоп, айғыр янына килә. Муйынын тотоп ала. Менеүе генә түгел, ҡарауы ҡурҡыныс быға! Шәкәр ҡаптыра.
– ҡурҡма, кил бында, – тип мине саҡыра. – Ток был. Исеме шәпме? Английская чистокровная верховая ул, сабыш аты. Кеше ҡулынан тыуған, шуға кешегә һис тә теймәй. Үҙең генә яңылыш аяғы аҫтына барып инмәһәң. Унда ла һиңә типмәйәсәк.
– Нимә шул тиклем ярһыу һуң ул?
– Үҙенең «ҡатындары»н бикләп ҡуйғас, башҡорт ҡыҙҙарына күҙ ташлай, күрмәйһеңме ни, – ағай урман яңғыратып көлөп ебәрә. – Тик беҙ эш боҙорға ирек бирмәйбеҙ. ҡараңғы төшмәҫ борон, әйҙә әле, уның «ҡатындары»на күҙ ташлайыҡ.
Һарайға үтәбеҙ. Ул бик шәп, брус­тан һалынған, эсе йылы ла, таҙа ла. Ике буйсан бейә, оҙон ботло, йоп-йомро бейек осалы. Ысынлап та, Европа «ҡыҙҙары» былар. Тороҡ яллы, ҡарсыға түшле, тиҙәр улар хаҡында. Быларға һыбай менеп ултырырға баҫҡыс кәрәк. Хужаны күргәс, ҡалын ирендәрен ҡалтыратып, яғымлы ғына өн сығаралар үҙҙәре. ҡатын-ҡыҙ затынан шул, тыйнаҡтар.
Азамат ағай Кристела тигәненең муйынын ҡосаҡланы, башын ял араһына тыға. Кинәнә, бахырың.
– Аңлы заттан улар, яңыраҡ ҡына ҡолон бүләк итте был әсә, – ти, беҙгә боролоп. Бейә уға моронон терәй. Маҡтағанды, йылы һүҙҙе аңлай мәхлүгең. – Быныһы – Текома. Ул да әсә булырға йыйына ошо арала.
Был аттар, әлбиттә, үтә нескә тәрбиәгә мохтаж. Йәшел бесән менән мөрхәтһенмәй улар. Кәбеҫтә, кишер ҙә бирәләр. Таҙалыҡ тураһында әйтәһе лә түгел. ҡолон тыуғас та ат ҡараусы менән бергә тигәндәй йәшәй. Һарай эсендә шундай шарт булдырылған да, ҡоро урын һәм мейес тейешле температураны көйләй. ҡолон донъяға килгәс тә ап-аҡ простыняға төрөп алып инәләр ҙә, таҙа таҫтамал менән ҡоротҡансы һөртәләр. ҡыҫҡаһы, сабый урынына күреп ҡараясаҡ уны ат ҡараусылар. Әйткәндәй, улар бында һигеҙ. Тимәк, һигеҙ эш урыны, тигән һүҙ. Әйтеүҙәренсә, ауыл кешеһе өсөн эш хаҡы ла һәйбәт. Унан бигерәк, бар егеттәр ҙә ат йәнле, ә яратҡан эшең менән булыу үҙе бәхет тәһә.
– Былар – сабыш аттары. Киләсәктә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә ишетәсәкһең әле был исемдәрҙе, – тип ҡуйҙы Азамат ағай. – Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Киров өлкәһенән тағы ла дүрт тоҡомло сабыш аты алырға йыйынабыҙ (мәҡәлә сыҡҡанда, ул аттар беҙҙең башҡорт еренә килеп еткәйне). Аттар беҙҙең данды сит тарафтарға еткерәсәк әле.
Утарҙа был көндә ут юҡ ине. ҡоролмала ниҙер боҙолған, тинеләр. Эңерҙә йылғасыҡ буйында ҙур ғына йортта мейес йылыһында, шәм яҡтыһында табын ҡороп ебәрҙек. Ҙур һикегә ултырып, Азамат ағай гитара ҡылдарын сиртте. Күңелгә иҫ киткес рәхәт ине. Тышта ат кешнәгән, эттәр өргән тауыштар ишетелеп ҡала. Шулай ҙа донъя йәмле лә, аптырат­ҡыс та ул...

Мөнир ҡУНАФИН.
Ғафури районы.

Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға