«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡатын-ҡыҙ ҡышҡы буранда ла сәскә эҙләй



05.03.2011 Ҡатын-ҡыҙ ҡышҡы буранда ла сәскә эҙләй

Ҡатын-ҡыҙ ҡышҡы буранда ла сәскә эҙләйҡыш, ҡар яуа. Бынан 20 йыл элек уны осратҡанда ла тап шулай ине. Бер-беребеҙҙең күҙҙәребеҙгә лә тура ҡарарға оялып, ҡулға-ҡул тотоношоп Өфө урамы буйлап атлайбыҙ. Шул тиклем рәхәт. Күңелдәребеҙ талпынып, йөрәктәребеҙ атылырҙай булып типһә лә, вәғәҙәләр бирешмәнек. Хистәрҙе йүгәнләнек. Бынан һуң ергә егерме тапҡыр буранлы ҡыш килде. Һәм, ниһайәт, беҙ тағы уның менән уйламағанда осраштыҡ. Тик беҙ яңғыҙ түгел, икебеҙ ҙә ғаиләле. ҡыҫҡаһы, һуңланыҡ. Бер-беребеҙҙе йылы, матур һүҙҙәр менән наҙлар, иркәләр мәлдең үтеүен аңланыҡ. Үкенесле.
Ә шулай ҙа бөгөн йәшермәйем: мин барыбыр ғүмер буйы һине эҙләгәнмен, һине генә көткәнмен икән. Йәшлек мөхәббәтемә ҡабаттан ғашиҡ булдым. Әйтерһең дә, йөрәгемдең иң түрендә йоҡлаған хис ташҡын булып урғылды. Әлбиттә, ир ҡатынының тағы ғашиҡ булыуына ышаныуы ауырҙыр ҙа, бәлки. Ләкин күңел, йөрәк нисә йәштә лә йәш көйөнсә ҡала, хис-тойғолар үҙенекен итә. Кейәүгә сығып, нисәмә йыл ир менән йәшәһәм дә, шулай тим.
Был юлы ул матур һүҙҙәрен йәлләмәне. Иҫерткес һүҙҙәрҙе ишетеүҙән мин, яңынан йәшәргә теләп, кемгәлер һаман да кәрәклегемде күреп, умырзая сәскәһеләй ҡар араһынан йылмайып, ҡабаттан терелдем. Көн дә көлөп йоҡонан уянам, йәшәйем. Таныштарым: «Хәлең нисек? Нисектер үҙгәреп, матурайып, йәшәреп киттең», – тип аптырай.
Ә мин бар донъяға: «Хәлемде һорашмағыҙ, үҙем генә беләм!» – тип ҡысҡырғым килә.
Был юлы ҡыйыулығымды йыйып: «Нишләп теге ваҡыт яратыуыңды әйтмәнең?» – тип һораным. «ҡыйманым», – тине. Ә хәҙер һуң, тип яуапланым күҙҙәренә тура ҡарап. Әммә бер нәмәгә лә үкенмәйем. Хоҙайыма уның менән тағы осраштырған өсөн, һөйөүемдең йәшәргә көс биреүенә рәхмәтлемен. Беләм, ул да көн һайын йылмайып йоҡонан уяна, ул да тормошҡа рәхмәтле, мине һағына.
Был ғүмер шул тиклем тиҙ үтә. Шуға һәр көндөң, бер-береңдең ҡәҙерен белеп, яманлашмай йәшәргә кәрәк. Һине яраталармы, юҡмы – был мөһим түгел, һин үҙең тормошто, кешеләрҙе ярат, ғашиҡ бул. Шул саҡта үҙеңде лә яратасаҡтар. Ғашиҡтар һәр саҡ матур. Тик быны һуңлабыраҡ аңланым, ҡышҡы буранда сәскә эҙләп.

Айһылыу.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға