«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » АЙЫРМА УНДА ҒЫНА ТҮГЕЛ...



05.03.2011 АЙЫРМА УНДА ҒЫНА ТҮГЕЛ...

Үҙ маҡсаттарына ирешеү өсөн ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙ булып һын-ҡиәфәтен, хатта енесен үҙгәртеүе күптәргә таныш. ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ирҙәрҙән ҡа­лыш­маҫҡа тырыша. Урыҫ мәрйәһе Надежда Дуро­ваның, ирҙәрсә кейенеп, рус армияһының офицеры булып киткәне тарихи факт. Хәҙерге Рәсәй эс­тра­даһында был күренеш ғәҙәти хәлгә әйләнеп кит­те. Был алымды разведка ла киң ҡуллана. Әммә, ни­сек кенә тырышмаһындар, ир менән ҡа­тын ара­һында «юйып» булмаҫлыҡ айырмалар байтаҡ. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
– Иҫнәгәндә ҡатын-ҡыҙ ауыҙын – усы, ирҙәр йоҙроғо менән ҡаплай;
– Мунсанан, ваннанан һуң ҡатын-ҡыҙ сәсенең төҫөнә, оҙонлоғона ҡарамайынса башына таҫтамал урай;
– Артҡа әйләнеп ҡарағанда ҡатын-ҡыҙ башын ғына бора, ирҙәр – бөтә кәүҙәһен;
– ҡулыңды күрһәт, тиһәң, ҡатын-ҡыҙ ҡулының һыртын, ирҙәр усын күрһәтә;
– ҡатын-ҡыҙҙа түш, ә ирҙәрҙә ҡорһаҡ менән тын алыу өҫтөнлөк итә;
– Тауға менгәндә (төшкәндә) ҡатын-ҡыҙ ҡабырғаһы менән хәрәкәт итә, ә ирҙәр аяҡтарын тарбайта;
– ҡыҙған ҡомда – ҡатын-ҡыҙ аяҡ осона, ирҙәр үксәһенә баҫып атларға тырыша;
– Ултырғыста ҡатын-ҡыҙға аяғын аяғына һалып ултырыуы бик уңайһыҙ.
– Ирҙәрҙең тән температураһы юғарыраҡ, шуға улар­ҙы хырлаусы күсермәле йылытҡыс тип йөрөтөргә була;
– ҡатын-ҡыҙ ҡулы буш булғанды яратмай: сумкаһыҙ йөрөгәндәре бик һирәк осрай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға