«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡатын-ҡыҙ логикаһы



05.03.2011 Ҡатын-ҡыҙ логикаһы

Бер үк мәсьәләне ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың төрлөсә хәл итеүе һәр кемгә мәғлүмдер. Баҡһаң, был көслө енес менән көсһөҙ енестең психологияһы менән генә аңлатылмай, ә баш мейеһенең төҙөлөш үҙенсәлегенә лә бәйле икән.
Төрлө кешеләрҙең баш мейеһе төҙөлөшөн өйрәнгән ғалимдар хатта бер төрлө интеллектуаль һәләтле ҡатын-ҡыҙҙар менән ир-егеттәрҙең баш мейеһенең ҡайһы бер зоналарындағы аҡ һәм һоро матдәләр нисбәтенең ҡырҡа айырылыуын асыҡлаған. Мәҫәлән, ирҙәрҙең баш мейеһенең «интеллектуаль үҙәктәре»ндә (логик анализға һәм абстракт мәғлүмәтте эшкәртеүгә яуаплы зоналарҙа) һоро матдәнең ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына ҡарағанда алты тапҡырға артығыраҡ булыуы билдәләнгән. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш мейеһенең ошо уҡ зонаһында иһә аҡ матдә ирҙәрҙекенән туғыҙ тапҡырға күберәк булып сыҡҡан. Һоро матдә – нервы күҙәнәктәре тәнсәләре, йәғни баш мейеһенең мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙе тәьмин итеүсе структур элементтары, ә аҡ матдәләрҙең мәғлүмәттәрҙе тапшырыусы нейрондар үҫентеһе булыуын иҫәпкә алһаң, ирҙәр менән ҡатындарҙың баш мейеһенең физиологияһы төрлө булыуын аңлай­һың. Йәғни улар тыштан тапшырылған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм анализлауҙың төрлө база принциптарын ҡуллана, шулай уҡ абстракт мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярашлы стимулдарға төрлөсә яуап бирә.
Ғалимдар төрлө енес вәкилдәренең үҙен нисек тотоуының төп үҙенсәлектәрен аңлатҡан айырмалыҡтарҙы ла тапҡан. Мәҫәлән, логик мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ҡатындарҙың, башлыса, баш мейеһенең маңлай өлөшөндәге – хәрәкәтте, хис-тойғоларҙы һәм телмәрҙе контролләү үҙәктәре урынлашҡан баш мейеһе ҡабығы зоналары әүҙемләшә. Белгестәр­ҙең фекеренсә, был ҡатын-ҡыҙҙарҙың юғары эмоционаллеген, шулай уҡ улар өсөн хас һыҙаттарҙы – мәсьәләләрҙе логик яҡтан түгел, ә тойғо-эмоциональ яҡтан хәл итеүҙәрен аңлата.

Сәриә СУРАМАНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға