«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Мышы мөгөҙө



08.03.2011 Мышы мөгөҙө

Мышы мөгөҙөДаян менән Әнисә – бер туғандар. ҡыҙ ун бер йәшен тултырҙы, ә Даян һигеҙенсе йәше менән китте. Бер кисте улар араһында һөйләшеү булды. Даян:
– Апай, беҙгә шишәмбегә әсә теленән «Урманда көҙҙөң һуңғы айы» тигән темаға инша яҙырға. Гөлсинә Фәтих ҡыҙы, тәбиғәткә сыҡҡанда нимә күрәһегеҙ, йә тау баштарына ҡарап тороғоҙ ҙа, күҙаллауығыҙҙы яҙығыҙ, тине. Әйҙә, иртәгә төштән һуң урманға сығайыҡ, тип үтенде.
– Ярай һуң, – тине Әнисә, – тик иптәштәргә алдан әйтергә кәрәк, күмәкләп сыҡһаҡ, күңеллерәк тә булыр.
Даян был ваҡытты түҙем­һеҙлек менән көттө.
Көҙгө сыуаҡ бер көндө эреле-ваҡлы дүрт-биш бала тау башындағы урманға күтәрелде. Урман урман инде, ҡасан сыҡһаң да, буш ҡайтмайһың. Ана, аяҡ аҫтына ҡара: ҡарағай тубырсыҡтарының ниндәйе генә юҡ, имән сәтләүектәренең йәнең теләгәнен һайлап ал да, төрлө сувенирҙар, уйынсыҡтар яһа, ә япраҡтар һуң? Уңыш байрамына әҙерлек башланыуға бөтә кәрәк-яраҡ ҡул аҫтында буласаҡ.
– Апай, ҡара әле, ҡыҙыҡ ағас ботағы ята, – тип ҡысҡырып ебәрҙе Даян.
– Был мышы мөгөҙө лә баһа, – тине табышты ентекләп тикшереп ултыр­ған балаларҙың өлкәнерәге.
– Берәй уҫал һыйыр менән төкөштөмө икән, һыңар ғына мөгөҙө менән ҡалай йәмһеҙ булып йәшәп яталыр инде был мышыҡай, – тине хайуанды ысынлап ҡыҙғанған Гөлиә.
– Юҡ, улар үҙҙәре теләп ҡалдырып китә шикелле ул был тарбаҡты, – тине Әнисә.
Йөк һәлмәк булһа ла, йәш сәйәхәтселәр ирмәк «ботаҡ»ты ауылға алып ҡайтты. ҡайтышлай уҡ тәүге урам осонда йәшәгән һунарсы олатайға инделәр. ҡарт һунарсы уларҙы күреү менән:
– Ә-ә-ә, мышы мөгөҙ ташлар ҙа мәл еткән икән, – тине. Балалар, ҡыҙыҡһынып, бер-береһенә ҡараны. Ул арала Хәлиҙә инәй, хәстәрләп, ай-вайына ҡуймай, барыһын да табын артына ултыртты. Ниғмәтулла бабай – данлыҡлы һунарсы. Ул өс-дүрт мәртәбә айыу аулаған, иҫәпһеҙ-һанһыҙ бүре, төлкө тотҡан кеше.
– Балалар, был, ысынлап та, мышы мөгөҙө. Йыл һайын тап ошо ваҡытта ата мышылар мөгөҙөн ташлап китә. Инә мышының мөгөҙө булмай. Мөгөҙһөҙ хайуанҡай апрель – май айына тиклем йөрөй ҙә яңынан ныҡ һәм кәрәкле ҡоралына эйә була.
– Ә ҡышҡыһын улар нимә ашай? Бүреләр, мөгөҙ­һөҙ икәнен күреп, һөжүм итмәйме? – тигән һорауҙар менән күмеп ташланы балалар бабайҙы.
– Юҡ, бүренең башы икеме һуң? Берҙе типһә, яуыздың башы онтала ла баһа, тояҡтары ла шәп ҡалҡан булып тора мышының.
– Ә улар нимә ашай?
– Улар бәшмәк, мүк, һыу үҫемлектәре, ҡар аҫтындағы үләндәр менән туҡлана. Шуны әйтергә кәрәк, мышылар бик яҡшы йөҙә.
Бик күп нәмә белде балалар мышы хаҡында: уларҙың 20 – 22 йыл йәшәүен, был хайуандарҙа һиҙеү һәләтенең көслө булыуын, насар күреүҙәрен, инә мышының быҙауын яңғыҙ ҡарауын. Тағы ла һунарсы бабай ҡиммәтле ите һәм тиреһе өсөн мышыларҙы браконьерҙарҙың рөхсәтһеҙ ҡырыуы хаҡында ла әсенеп һөйләне.
– Ә быны нимә эшләтәбеҙ? – тине Даян, мөгөҙгә күрһәтеп.
– Атай-әсәйең күрһә, нимә эшләргә белерҙәр, – тип йылмайышты киң күңелле өлкәндәр.
Өйҙәренә ингәс тә, балалары алып ҡайтҡан мөгөҙҙө күреп, ата-әсә аптырап ҡалды.
Әнисә менән Даян кемуҙарҙан урмандағы хәлдәрҙе һәм олатайҙан ишеткәндәрҙе һөйләп бирҙеләр.
Ошо көндән тарбаҡлы мышы мөгөҙө баш кейемдәре элгесе вазифаһын үтәй башланы.
Ә өйгә эшен тәфсирләп эшләгән Даян инша өсөн «бишле» алып ҡайтты.

Әлфинә НӘБИУЛЛИНА.
Бөрйән районы,
Нәби ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға