05.03.2011 ЯҢЫ ЗАКОНДЫ БЕРГӘ СЫҒАРАЙЫҠ
Рәсәй парламенты ҡабул иткән ҡайһы бер закондар «сей» тыуғас, Президент Дмитрий Медведев уларҙың проектын белгестәр менән алдан тикшерергә ҡарар ҡабул итте. Был проблема Рәсәй төбәктәрендә аныҡ ҡына хәл ителмәгән.
Ошо законды ҡабул итеү өсөн халыҡ менән киләһе төп һорауҙарҙы тикшереп сығырға кәрәк, тигән фекергә килдек.
Шәхси хужалыҡтарҙағы малдың иҫәбе ауыл һәм ҡала биләмәләрендә ҙур роль уйнай. Күпләп мал, ҡош-ҡорт, эт-бесәй тотҡан кешеләр башҡаларға билдәле ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Артыҡ мал-тыуар кешенең пай менән бүленеп бирелгән ерҙәрен тапай, бесән әҙерләргә форсат бирмәй. Бәғзеләр сабынлыҡтарын кәртәләүгә байтаҡ аҡса түгә. Ул кәртәләрҙе емереүселәр ҙә осраштыра. ҡарауһыҙ йөрөгән малдың юғалыуы, тәләфләнеүе, эттәрҙең һ.б зыяны халыҡты бик борсой. Малдарҙың юл трассаларына сығыуы, автомобилдәгеләргә мәшәҡәт тыуҙыра, аварияларға килтерә. Йәй эйәһеҙ йөрөгән башмаҡ, һарыҡтар бурҙар ҡорбанына әүерелә: һуйып алып китеүселәр ҙә йыш осрай.
ҡулдағы малға хужаһын белеү маҡсатында мәжбүри рәүештә тамға (инәү) һалыуҙы ойошторорға кәрәктер. Кеше йорт хайуандарын үҙенең төп ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн тотҡанын иҫәпкә алып, шәхси хужалыҡтар араһында айырма үткәреү зарур. Мәҫәлән, өс баш йылҡы малы (берешәр бейә, тай һәм ҡолон) йәки бер эт аҫраған кеше үҙенең йәшәйеше менән ошо хайуандарҙы күпләп тотҡан кешенән ҡырҡа айырыла. Закон ошо айырманы иҫәптә тоторға тейеш. Бәлки, һалым кодексына ярашлы берәй көйләү сараһы барҙыр.
ҡайһы бер биләмәләрҙә мал көтөү өсөн урын етешмәүе халыҡҡа байтаҡ ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Малдың техниканан тапалыу, юғалыу осраҡтары йышайҙы. Көтөүселәрҙең статусы, урындағы власть органдарының компетенцияһы, көтөүһеҙ йөрөгән мал хужаларының яуаплылығы аныҡ билдәләүҙе талап итә.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарына эш сәфәрендә халыҡ менән осрашып, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тыңлағандан һуң, көтөү тураһында закон ҡабул итергә вәғәҙә биргәйне. Ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай тарафынан «Башҡортостан Республикаһы территорияһында ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуыу тәртибе» тураһында закон проекты тикшереүгә сығарылды. Яңы документ ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуыу мәсьәләләрен көйләүҙе һәм ветеринар именлекте тәьмин итеү, ауыл хужалығы ерҙәрен, сәсеүлектәрҙе һәм үҫемлектәрҙе ауыл хужалығы малдарынан зыян килтереүҙән, тапауҙан һәм юҡҡа сығарыуҙан һаҡлауҙы күҙ уңында тота. Ауыл хужалығы малдарына граждандарҙың шәхси ихаталарында, юридик шәхестәрҙә булған аттар, эре мал инә. Малды көтөү малдарҙы ҡыуып көтөүгә алып барыу һәм алып ҡайтыуҙы үҙ эсенә ала. Көтөү төшөнсәһе айырым билдәләнгән урында малдар булыуын контролдә тотоуҙы күҙаллай. Закондың айырым статьяларында әйтелгәнсә, малдар мал эйәһенең үҙе йәки көтөү тапшырылған кеше күҙәтеүе аҫтында йөрөтөләсәк. Көтөү кәртәләнгән йәки малдар бәйләнгән килеш кәртәләнмәгән урында тотола ала. Ауыл хужалығы малдарын көтөү дөйөм файҙаланыштағы автомобиль юлдары, кеше йәшәгән урындарҙың сиктәрендә булырға тейеш түгел. Уларҙы ҡыуыу һәм көтөү урыны урындағы үҙидара органдары тарафынан билдәләнә.
Законда әйтелеүенсә, малдарҙы идентификациялау, уларға ветеринар күҙәтеүҙе башҡарыу, сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса саралар үткәреү маҡсатында ауыл хужалығы малдары хужалары уларҙы ветеринар теркәү (паспортлаштырыу) үткәрергә, маркировка һалырға тейеш. Закон талабын үтәмәүселәр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Көтөү һәм мал ҡыуыу тәртибен боҙған өсөн гражданға 100 – 1000 һум штраф һалыу ҙа ҡаралған. Юридик шәхестәргә – 5 меңдән 10 мең һумға тиклем. Административ протоколды эске эштәр органдары, урындағы үҙидара органдары ҡарай. Көтөү тураһындағы закон 31 мартҡа тиклем тикшереләсәк. Яҙға аяҡ баҫтыҡ, малдарҙы көтөүгә ҡыуырға ла күп ҡалмай.
ҡыҫҡаһы, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, гәзит биттәрендә ошо проблеманы һеҙҙең менән тикшереп, фекер алышырға булдыҡ. Әлбиттә, беҙ закон сығарыуҙың рәсми каналдарын алмаштырыуға дәғүә итмәйбеҙ. Был мәсьәләгә битараф булмаған уҡыусыларыбыҙҙан тәҡдимдәр көтөп ҡалабыҙ. Һеҙҙең фекерҙәрегеҙ республикабыҙ парламенты депутаттарына тиҙ арала яҡшы сифатлы закон проекты ҡабул итергә ярҙамлашып, илебеҙҙә граждандар йәмғиәте төҙөүгә булышлыҡ итер, тип ышанып ҡалабыҙ.
Мөхәрририәт.