«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының асыҡ мөрәжәғәте



01.03.2011 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының асыҡ мөрәжәғәте

Ошо йылдың 5 февралендәге асыҡ ултырышынан һуң Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәт һөжүменә дусар ителде. Сираттағы киңәйтелгән йыйылышҡа (26 февралгә билдәләнгәйне) тиклем ҡоролтай акти­вис­тарына туранан-тура һөжүм дә башланды. Артур Иҙелбаевтың, Айрат Дилмө­хәмәтовтың ҡапыл ҡулға алыныу­ҙары, Фәнзил Әхмәтшиндан һорау алыу ошоға дәлил булып торған кеүек. Әхмәтшин, ҡоролтай рәйесе урынбаҫары булараҡ, ултырышта сығыш яһарға тейеш ине. Ә инде сара буласаҡ көндө билдәле шәхестәр Нияз Мәжитов, Рауил Бикбаев, Ләлә Биишева, Ниязбай Сәли­мовтарҙың фатирҙарына ла Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәр­ҙәре килеп киткән.
БДУ-ның тарих факультеты студенты, уҡыу алдын­ғыһы, Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Флорид Багаев менән уның урынбаҫары Илгиз Таҡаловты уҡыу­ҙан ҡыуыу­ҙарын нисек аңларға? Йәштәр араһында юрый көсөргәнеш тыуҙы­рырға маташыумы был?
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эшенә ошондай законһыҙ ҡыҫылыуҙар күп милләтле Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡҡа аяҡ салыуға йүнәлтелгән.
Был акциялар кешенең конституция хоҡуҡтарын һәм азатлығын боҙа һәм беҙ властан, БР буйынса Эске эштәр министрлығынан тикшереү эштәрен асыҡ алып барыуҙы талап итәбеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға