«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кителмәһен сабый күңеле



26.02.2011 Кителмәһен сабый күңеле

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова республикала 2010 йылда бала хоҡуҡтарын, азатлыҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен күҙәтеү һәм яҡлау тураһындағы доклад менән сығыш яһаны.
Балалар үлеме – ҙур борсолоу тыуҙырған проблема. Былтыр республикала 68 бала үҙ-үҙенә ҡул һалған. Айырыуса Белорет, Яңауыл, Әбйәлил, Бәләбәй, Ишембай, ҡариҙел райондарында балалар араһында суицид көслө. Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, ата-әсәләре, тиҫтерҙәре менән низағҡа инеү, үҫмерлек ғашиҡлығынан көсөргәнеш кисереү – әлеге бәләнең төп сәбәбе. Шул уҡ ваҡытта бәхетһеҙлеккә, ҡазаға тарыу осраҡтары ла күп. Әйтәйек, янғын бер йыл эсендә 17 баланың ғүмерен өҙһә, юл-транспорт фажиғәләрендә 18 бала һәләк булған, 429-ы йәрәхәтләнгән.

«Ышаныс почтаһы»

Балалар омбудсмены былтыр йөҙҙән ашыу учреждениела рейдта булған. Приюттарҙа, балалар йорттарында бала хоҡуҡтары боҙолоу осраҡтары ла юҡ түгел. Тәрбиәләнеүселәр менән тупаҫ мөғәмәлә итеү йыш күҙәтелә. Тәрбиәселәрҙең мәрхәмәтһеҙ ҡылыҡтары баланы үлемгә дусар иткән осраҡтар ҙа бар.
Лилиә Салауат ҡыҙы билдәләүенсә, балалар йорттарында, интернаттарҙа ойошторолған «ышаныс почталары» хәл-ваҡиғаларҙы контролгә алыуға булышлыҡ итә. Мәғлүмәттәр ун көн һайын йәмәғәт ярҙамсылары тарафынан өйрәнелеп, талап ителгән осраҡта тейешле саралар күрелә.

Баш тартыусылар кәмей

Балаларҙан баш тартыусылар һаны кәмегән. Былтыр ошондай 97 күңелһеҙ осраҡ теркәлгән. Ә элекке йыл 158 баланан баш тартҡандар. Шулай ҙа сабый­ҙар­ҙың яҙмышы борсолоу тыуҙыра. Ни өсөн тигәндә, бер ҡайҙа ла теркәлмәй, сабыйҙар­ҙы ташлап китеүсе кәкүк әсәй­ҙәр ҙә юҡ түгел. Шунлыҡтан ата-әсәлек буйынса яуаплылыҡты пропагандалауға йүнәлтелгән республика программаһын булдырыу зарур.
Һәр бала ғаилә тәрбиәһенә мохтаж. Әммә һәр кем дә етем бала тәрбиәләүгә һәләтле була алмай. Республикала бөгөн ба­лалар йортон алмаштырыусы 12,5 мең ғаилә иҫәпләнә.
Иң яҡшы балалар йорто ла ғаиләне алмаштыра алмай. Шул уҡ ваҡытта тәрбиәгә алынған балалар менән насар мөғәмәлә итеү, йәберләү кеүек кире күренештәр балалар йорттарын алмаштырыусы ғаиләләргә ҡа­рата ышанысты кәметә. Сөнки эсмәү, тартмау, яҡшы хужалығың булыу ғына тәрбиәгә бала алырға хоҡуғың барлығын аңлатмай. Был сабыйҙарҙы тәрбиәгә алырға теләүселәргә талаптар тағы ла артасаҡ тигәнде аңлата.

Р. КҮСЕМХАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға