22.02.2011 Cабыйҙарға әсәйҙәрсә, туғандарса ихлас һөйөү кәрәк
Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала, тигән әйтем һәр саҡ дөрөҫлөккә тап килеп етмәй. Ғәзиз балаһын балалар йортона ташлап киткән кәкүк әсәйҙәрҙең күңеле балалалыр, тип уйлап булмай һис тә. Ә бына ошондағы сабыйҙарҙың күңелдәре – әсәләрендә. ҡасан да булһа килер, минең көткәнде белмәйҙер генә әле, мотлаҡ килер, тип уйлай улар.
Яҙмыштары еңел түгел бында эләккәндәрҙең. Төрлө сәбәптәр – әсәләрҙең туң бәғерле булыуы, фажиғәләр ҙә килтергән уларҙы бында. Әлеге тормоштарына өйрәнеп тә бөткән инде улар, шаяндар, хатта бәхетле лә кеүектәр, яратҡан тәрбиәселәре бар. Әммә күңелдәренән әсәләре килеүгә өмөттө йолҡоп алып ташлап буламы ни? Ул һағыш ҡараштарына күскән. Ошо яңғыҙлыҡ тойғоһон уларҙың йөрәгендә саҡ ҡына кәметеү өсөн булһа ла күпме көс түгергә тура килә тәрбиәсегә. Ай-һай, ҡатмарлы яҙмышлы балалар менән эшләүе еңел түгелдер. Әммә бер саҡ шундай мәл башлана – уларһыҙ тормошоңдо күҙ алдына ла килтермәй башлайһың. Вожатыйҙар мәктәбендә уҡыған саҡтағы уҡытыусыларым да – шундай кешеләрҙең өлгөләре. Шул тиклем иҫ киткес йылылыҡ һәм һөйөү менән балалар тураһында һөйләүҙәре миндә лә лагерға барып эшләп ҡарау теләге уятты. Әммә балалар менән аралашыу ҡыҙыҡлы ғына түгел, ғәйәт ҡатмарлы ла. Иртә таңдан төн ҡараңғыһына тиклем йүгерәһең, ә яуаплылыҡтың ҙур булыуы тағы ла нығыраҡ арыта кеүек. Балалар йортонан килтерелгән балаларҙың күбеһе бик тыңлап та бармай. Әммә уларға күңелеңдең бер өлөшөн булһа ла бүләк итәһең икән, яуапһыҙ ҡалдырмаясаҡтар. Рәхмәттәре урғылып йөҙҙәренә сыға, күҙеңә ҡарап торалар, бер туған апайҙары күреп һырылалар. Вожатый, тәрбиәсе күңеленә күп кәрәкме – үҙеңде шул мәлдә бик бәхетле итеп тояһың.
Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йортонда уҙғарылған «Йыл тәрбиәсеһе» конкурсы ошо изге һөнәр эйәләренең «иң-иң»дәрен асыҡлау өсөн ойошторолғайны. Әммә был һөнәрҙә «иң-иң»дәр булыуы мөмкин түгелдер. Сөнки улар балаларға үҙ күңел йылыһын йәлләмәй бүлеп биреүсе, уларҙың яҙмышын ҙур йөрәктәренә һыйҙырыусы тәрбиәсе исемен йөрөтә. Ысынлап та, кемгәлер өҫтөнлөк биреүе беҙгә – ябай тамашасыға ла, баһалама ағзаларына ла ҡыйын булды. Сөнки һәр тәрбиәсенең бала күңеленә үҙ юлын таба белеүе, уларға ҡарата ихлас һөйөүе һоҡландырырлыҡ ине. Һәр береһе талантлы, йыр-бейеүгә оҫта, һәйбәт психолог, һәр ситуациянан сыға белеүсе, бала йәнле тәрбиәсе. Йәш кенә булһалар ҙа, арыу уҡ тәжрибә туплап өлгөргәндәр, тәрбиәселәренә ҡарата һөйөүҙәре балаларҙың көслө алҡыштарында ла сағылды.
Динә ҡәҙербаева, Рәсимә Тоҡомбәтова, Әлиә Рылкова, Айгөл Биғәнәкова, Марат Ғилманов кеүек йәш тәрбиәселәр менән бергә Динә апай Ханова ла ҡатнашты бәйгелә. «Ул бер ҡасан да кешегә бойоғоп ултырырға ирек бирмәй. Һәр саҡ бер ҡыҙыҡ килтереп сығара, балаларҙың да, ололарҙың да күңелен күтәрә белә», – ти уның хаҡында коллегалары. Ысынлап та, техник сәбәптәр буйынса барлыҡҡа килгән бушлыҡты ла көләмәстәре менән тултырҙы, балаларҙы ла, ололарҙы ла рәхәтләнеп көлдөрөп алды. Ә йәштәргә хатта һүҙ ҙә юҡ. Һәр конкурсҡа яуаплы ҡарап, ентекле әҙерләнгәндәр, ижади ҡараштары тойолоп тора. Үҙҙәре менән таныштырыу, педагогик ситуация, билдәле шәхестәрҙең һүҙҙәренең мәғәнәһен асып биреүсе бер-ике минутлыҡ ҡына доклад һәм ижади конкурста улар үҙҙәрен балалар психологияһын аңлаған тәрбиәсе итеп кенә түгел, ә төрлө яҡлап талант эйәһе итеп тә күрһәтте. ҡайһыһы – спортсы, ҡайһыһы – бейеүсе, ә ҡайһыһы әле генә сәхнәнән төшкән ысын артист тиерһең. Эштәренә тәрбиәләнеүселәрен дә оҫта йәлеп иткәндәр. Иң өлкәндәренән алып иң кескәйҙәренә тиклем бөтәһе лә ихлас ҡатнашты байрамда. Ә сәхнәгә иң бәләкәй сабыйҙарҙы эйәртеп Марат килеп сыҡҡас, илауҙан күҙҙәре шәмәреп бөткән оло апайҙар кеүек, мин дә күҙ йәштәрен тыя алмай ултырҙым. Балалар йортонда ярты йыллап ҡына эшләһә лә, тәжрибәһе ҙур егеттең. Ул ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан «Орленок» лагерында дүрт йыл эшләп ҡайтҡан (әйткәндәй, Марат Ғилманов тураһында «Йәшлек» гәзитенең 30 октябрь һанында яҙылып сыҡҡайны инде). Ә уға тиклем Дыуан районының «Әй» санаторийында өлкән вожатый булып эшләй Мәсәғүт педагогия колледжын тамамлаған егет. Тап шунда 1-се балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән таныша ла уларҙы үҙ итеп тә өлгөрә. Шуға ла тыуған яғына Краснодар крайындағы «Орленок» лагерынан ҡайтып барышлай уҡ балалар йортона инеп һөйләшә лә, күп тә тормай, ошонда эш башлай. «Шул тиклем дә ябай, кешелекле, ярҙамсыл, талантлы егет», – ти уның тураһында тәрбиәселәр. Үҙенең һәр сығышы ла ентекле уйланған, бүтәндәргә лә ярҙам итә, байрамдың ойоштороусыһы ла ул. «Һәр бер эшкә йөрәк йылыһын һалып» тигән педагогик девизына тоғро Марат. Уның төркөмөндә 14 – 16 йәшлек балалар тәрбиәләнә. «Улар беҙгә атайыбыҙҙың исеме менән түгел, ә, ағай, апай, тип өндәшә. Балаларға ошо туғанлыҡ йылыһын тойоу мөһим бит. Беҙ уларҙың ауыр яҙмышлы балалар икәнен һәйбәт аңлайбыҙ һәм һәр береһенә айырым иғтибар бүләбеҙ», – ти Марат.
Балалар йортонда үткән конкурста Марат Ғилманов еңеүсе тип табылды һәм 14 мартта республика кимәлендә үтәсәк бәйгегә юллама алды. Динә ҡәҙербаеваны «Мәғариф отличнигы» исеменә тәҡдим итәсәктәре тураһында белдерҙе балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙретдинова. Һәр тәрбиәсегә төрлө номинация бирелде. Әммә иң мөһиме – сәхнәлә яуланған еңеү түгел бит, ә уларҙың балалар күңеленә юл таба белеүе.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.