«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



19.02.2011 Был аҙнала беҙҙе...

ҡайғыға һалды...
Вьетнамдың Халонг боғаҙында 30 кешенән торған судно һәләкәткә осраған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 12 кеше һәләк булған, 15 кешене ҡотҡарып өл­гөргәндәр. Суднола Рәсәй, Япония, Ита­лия, АҡШ, Германия, Фран­ция, Голландия туристары булған.

һөйөндөрҙө...
РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин авиакәрәсингә һәм һауа транспортына хаҡтарҙы кәметергә ҡушҡан. Ул шулай уҡ төбәк һәм федераль органдарҙан электр энергияһына тарифтарҙы күтәреүҙе 15 проценттан да арттырмауҙы талап иткән.

Өмөт уятты...
2014 йылға тиклем транспорттағы хәүефһеҙлек өсөн 47 млрд һум аҡса бүленәсәк. «Домоде­дово» аэропортындағы те­ракт­тан һуң Президент Дмитрий Медведев транспорт объекттарында хәүеф­һеҙлекте көсәйтергә ҡушҡайны. РФ транспорт министры Игорь Левитин, һауа һәм тимер юл транспортының үҙенең һаҡ хеҙмәтен булдырырға кәрәк, тип иҫәпләй.

Уйға һалды...
2006 йылда Рәсәйҙә 1 млн 480 мең бала тыуһа, былтыр 1 млн 790 мең сабый донъяға килгән. 15 йылда тәүге тапҡыр ил халҡының 10 мең кешегә артыуы күҙәтелгән.
Былтырғы эҫе һәм ҡоро йәйҙә үлем осраҡтары күпләп теркәлгән. Өс ай эсендә илдә 14 мең кеше вафат булған.

Хайран итте...
Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты хеҙмәт­кәр­ҙәре Мәскәү өл­кәһе Пушкин районы эске эштәр идаралығының өс офицерына ҡарата ҡомарлы уйын бизнесына ярҙам иткән өсөн енәйәт эше ҡуҙғат­ҡан. Был эш буйынса өлкә прокуроры Р. Мохов та ғәйепләнә.

Аптыратты...
Рәсәйҙең Европа өлөшөндә һалҡындар 1 март­ҡа тиклем торасаҡ. Арктик һауа тулҡыны тәьҫирендә 34 – 35 градусҡа тиклем һал­ҡынайтасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға