«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һәйкәл ҡуйырлыҡ еңгәй



12.02.2011 Һәйкәл ҡуйырлыҡ еңгәй

Башҡортостандың матур тәбиғәтле урманлы тауҙар ҡосағында, Кесе Һүрәм буйында урынлашҡан Ейәнсура районының Бикбау ауылын элек Аҡҡужа тип йөрөткәндәр. Урам уртаһынан сылтырап ҡына аҡҡан йылғаға, өйәңкеләргә ҡарап туймаҫлыҡ ауылда ҡаты ғына холоҡло Вәлиулла Илтенбаев тигән олатай йәшәне. Уның ике ҡатыны булды: олоһо – Мәхүпъямал, йәше Мәрхиә исемле ине. Икеһе лә берәр ир бала тапты. Ҙур әсәй­ҙән – Ғәлиулла, кесеһенән Ғәйфулла ағай тыуа. Ғәлиулла ағай Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғас, ике ҡатын Ғәйфуллаларын иркәләп, бергә үҫтерә. Тыйнаҡ, аҙ һүҙле, ҡырыҫ холоҡло егет Мораҡ педучилищеһын тамамлап, ауылға уҡытыу­сы булып ҡайта һәм бөтә ғүмерен Бикбай урта мәктәбендә балалар­ға белем биреүгә бағышлай.
Ул 1954 йылда Башҡорт Үргенендә тыуып үҫеп беҙҙең ауыл­ға күсеп килгән Хәмиҙә исемле моңһоу һәм яғымлы, иҫ киткес әҙәпле, матур ҡыҙға ғашиҡ булып, өйләнә. Был мәлдә ҡайны тейешле Вәлиулла олатай гүр эйәһе ине инде. Ә уның ҡатындарының икеһе лә иҫән ине әле. Йәш килен ике ҡәйнәһе менән дә 30 йыл бер ниндәй һүҙгә килешмәй, яҡшы йөҙлө булып татыу ғүмер итте. Һоҡланғыс еңгәй табындарҙы яҡшы итеп әҙерләү өҫтөнә матур итеп бейеп, бөтә халыҡты таң ҡалдыра торғайны. Баланы ла бишәү итеп тапты. Ә ике ҡәйнәһе уларҙы тәрбиәләшеүҙә төп ярҙамсы булды. Хәмиҙә еңгәй үҙе колхозда эшләп, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыҡты. Ике бейемен дә ҡәҙерләп ҡарап, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатты.
– Һәйбәт йәшәнек, бейемдәрем мине ныҡ яратты, татыу булдыҡ, – тип иҫкә ала уларҙы.
Ошолай, Иҫәнғолда, Стәр­ле­тамаҡ, Салауат, Мәләүез, Сибай ҡалаларында йәшәүсе ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшергә ярҙам итеп, гөрләшеп донъя көтөп ятҡанда Ғәйфулла ағай, ауырып китеп, 2008 йылда яҡты донъя­нан китеп барҙы. Оло ҡайғыны II төркөм инвалиды булған еңгәйебеҙ сабыр кисереп, ғаиләһенең тотҡаһы булып донъя көтә. Туғандары һаман да, килен, еңгәй, тип өҙөлөп тора.
Мәҡәләмде хәҙерге йәштәргә бейемдәрҙе, әсәйҙәрҙе нисек хөрмәтләргә, нисек сабыр итә белергә өйрәтергә теләп яҙҙым. Ысынлап та, Хәмиҙә еңгәй ишеләргә һәйкәл ҡуйырлыҡ.

Хөмәйрә ҒИМАЕВА-МОРАТОВА.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға