«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Әҙәм менән бесәй



28.08.2010 Әҙәм менән бесәй

Әҙәм урамдан китеп бара икән, бер йортта янғын сыҡҡанын күрә. Өй шатыр-шотор яна, ти. ҡараһа, ни күрһен, тәҙрәнән йылан башып һуҙып тора. «Мине ҡотҡар, әҙәм», – ти. Әҙәм ҡулындағы таяғын тәҙрәгә һуҙа. Йылан шул таяҡ буйынса төшә лә әҙәмдең еңенә инеп китә. Әҙәм әйтә:
– Ниңә минең еңемә инәһең?
Йылан:
– Мин һине сағып үлтерәм, – ти.
– Ниңә яҡшылыҡҡа яманлыҡ ҡылаһың? – ти әҙәм.
– Барыбер сағам! – ти йылан.
Шунан һуң әҙәм әйтә:
– Әйҙә, юлда кемдәр осрай, шуларҙан һорайыҡ, улар ни әйтә, шул булыр.
Китәләр былар. Иң беренсе булып һыйыр осрай. Йылан:
– Сағып үлтерәйемме был әҙәмде? – ти.
– Саҡ, – ти һыйыр. – Үҙҙәре йылы өйҙә ултыра, беҙ һалҡында торабыҙ. Ашатырға, эсерергә оноталар, етмәһә, һуңынан һуйып ашайҙар.
Артабан китә былар. Юлда бер ат тап була. Йылан:
– Сағып үлтерәйемме был әҙәмде? – тип һорай.
– Әҙәмдәр беҙгә көн күрһәтмәй. Ғүмер буйы эшкә егәләр. Йүнләп ашатмайҙар ҙа. Эшкә ярамай башлаһаҡ, һуйып ашайҙар. Әйҙә, сағып үлтер, – ти ат.
Тағы китәләр былар. Юлда бесәй осрай.
– Бесәй, был әҙәмде сағып үлтерәйемме? – ти йылан.
Бесәй ҡарап тора ла:
– Минең ҡолағым насар ишетә, сығыбыраҡ әйт, – ти. Йылан, ең эсенән һуҙылыбыраҡ:
– Бесәй, сағып үлтерәйемме был әҙәмде? – тип ҡабатлай.
Бесәй йәнә:
– Һуҙылыбыраҡ әйт, ишетмәйем бит, – ти. Йылан ең эсенән һуҙылып, ҡолағына әйтәйем тиһә, бесәй муйынынан эләктереп, еңдән һурып та сығара. Әҙәм йыланды таяғы менән туҡмап үлтерә лә бесәйгә:
– Һин, бесәй, бер ваҡытта ла нужа күрмә, торған ерең йылы, йомшаҡ булһын, – ти. – Тәмле аша. Бейек ерҙән йығылғанда арҡаң менән төшмә, аяғың менән төш.
Бесәйҙең ҡәҙерлелеге шунан ҡалған, имеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға