05.02.2011 Йондоҙнамә 7-13 февраль
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Уңышлы осор дауам итер. Дүшәмбелә яҡшы кәйеф һәм ыңғай яңылыҡтар көтә. Был арала абруйлы кешеләр менән аралашыуығыҙ ихтимал. Ниндәйҙер етди ҡағыҙҙар менән бәйле эш тиҙ генә хәл ителер.
Һыуғояр (21.01 –1 9.02)
Һәйбәт аҙна. Кәйефегеҙҙең үҙгәреүсән булыуы арҡаһында ҡайсаҡ бер аҙ саманы онотоп ебәреүегеҙ ҙә бар. Шаршамбыла үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе яңылыш баһалауығыҙ ихтимал. Йомала дин һәм сәйәсәткә бәйле бәхәстәргә инмәүегеҙ хәйерле.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Дүшәмбе көсөгөҙҙө күп алыр. Был көндө һеҙҙе буш мәшәҡәттәр көтөр, моғайын. Шаршамбыла, киреһенсә, ниндәйҙер ҡыуаныслы ваҡиға булыр. Аҙна аҙағында аҡса менән бәйле шикле эштәрҙән ары торорға ҡушыла.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор маҡсаттарығыҙҙы асыҡларға ярҙам итер. Аҙнаның икенсе яртыһында кеше, йәмәғәт аҡсаһы менән эш итергә тура килер. Икеләтә һаҡ булырға тырышығыҙ. Был арала йылы аралашыуҙар булыр, моғайын.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна барышында ҡәҙимге эш тәртибен боҙмауығыҙ бик мөһим. Үҙегеҙҙән олораҡ кешеләр менән бәхәстәргә инмәҫкә кәңәш ителә. Уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Кесе йомала мөмкинлектәрегеҙ сикләнер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Бар эштәрегеҙ ҙә һәйбәт барған кеүек. Шулай ҙа ҡаршы енес халҡы менән өйҙә лә, эштә лә ҡытыршылыҡтар йышайыр, моғайын. Шаршамбынан һуң дөйөм хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Йомала ҡулығыҙға аҡса ла инер, бәлки.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Етәкселәрҙең һеҙгә ҡарата талаптары көсәйер, моғайын. Быға тынысыраҡ ҡарарға тырышығыҙ. Хәйер, һеҙҙе көсөргәнешле эшкә өйрәтергә кәрәкмәй ҙә һымаҡ. Шулай ҙа аҙнаның ауырыраҡ килеүе лә мөмкин. Дуҫтарығыҙ менән аралашыу һәр саҡ ярҙам итер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала тәрән ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ. Ниндәйҙер күптәнге эшегеҙҙең һөҙөмтәләрен күрерһегеҙ. Кесе йомала өмөтлө тәҡдим ишетеүегеҙ ихтимал. Йондоҙҙар уға икеләнмәйенсә ризалыҡ бирергә кәңәш итә.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Төп эш мәсьәләләре тәүге урында буласаҡ. Рәсми ҡағыҙҙар менән бәйле мәшәҡәттәр уңышлы тамамланыр. Шаршамбыла һәм кесе йомала бигерәк тә күп өлгөрөрһөгөҙ. Йома еңел үтер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Уйҙарығыҙҙа бер аҙ буталсыҡ күҙәтелер һымаҡ. ҡайһы ваҡыт уй-фекерегеҙҙең яңылыш йүнәлеш алыуы ла ихтимал. Араҡы-шараптан баш тартығыҙ, юғиһә өҫтәмә мәсьәләләр тыуыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында баш күтәрмәй эшләргә тура килер. Тап шул осраҡта ғына ҡайһы бер уңыштарға өмөт итә алырһығыҙ. Кесе йомалағы әүҙемлек ниндәйҙер эште ослап ҡуйырға ярҙам итер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
ҡайһы ваҡыт үҙегеҙгә булған ышаныс кәмей башлар. Йондоҙҙар кеше араһында күберәк булырға кәңәш итә. Шаршамбыла һыу инеү, мунсаға барыу тыйыла. Йомала ниндәйҙер бурысығыҙҙы ҡайтарырһығыҙ кеүек.