«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Глобаль йылыныуҙан һуң беҙҙе ни көтә?



28.08.2010 Глобаль йылыныуҙан һуң беҙҙе ни көтә?

ҡояш нурҙарының һүрәнәйеүе сәбәпле, Ерҙе XXI быуат урталарында глобаль һыуыныу көтә. Был фекер Рәсәй Фәндәр академияһының Баш (Пулково) обсерваторияһы хеҙмәткәре Х. Абдусаматовтыҡы. «Температураның глобаль төшөүе 1645 – 1705 йылдарҙа бөтә Европала, Төньяҡ Америкала һәм Гренландияла күҙәтелгән (был күренеш фәндә ҡояш әүҙемлегенең «Маундер минимумы» тип йөрөтөлә). Голландияла бөтә каналдарҙа ла һыу туңа, боҙлоҡтар һөжүме арҡаһында кешеләр Гренландияның бер өлөшөн ташлап китергә мәжбүр була. ҡояш нурҙарының ун бер йыллыҡ һәм бер быуатлыҡ вариацияларының бер юлы һәм оҙайлы үҙгәреүе арҡаһында Ерҙә климат шарттары ла үҙгәрә, – ти Абдусаматов. – Анализдарҙан күренеүенсә, әле Ер глобаль йылыныуҙың иң юғары нөктәһендә. Артабан ҡояш нурҙарының һүрәнәйеүе арҡаһында Ерҙә температура аҡрынлап кәмейәсәк. XX быуатта ҡояштың әүҙемлеге көсәйеүенең Ерҙә климаттың глобаль үҙгәреүенә килтереүе аномаль күренеш түгел. Сөнки ундай хәлдәр элек тә күҙәтелгән. 2012 – 2013 йылдарҙа уҡ Ерҙең температураһы төшә башлаясаҡ. 2035 – 2045 йылдарҙа ҡояш нурҙары һүрәнәйеүе минимумға етеп, климатты глобаль һыуыныу көтә».
Башҡа төрлө мәғлүмәттәр ҙә юҡ түгел. 1906 йылда февралдә уртаса температура –7,7 градус булһа, 1916 йылда иһә –2 градус ҡына. 1926 йылда температура –19,5 градусҡаса төшөп, тағы ла ун йылдан –22,4 градус тәшкил иткән. 1946 – 1986 йылдарҙа ла температура –12,9 градустан төшмәй, 2006 йылда уртаса –18 градус тәшкил иткән. Бындай шарттарҙа глобаль йылыныу тураһында фәлсәфә ҡылырға урын бармы?

Астероидтар һөжүме
Күҙәтеүҙәрҙән сығып, шуны әйтергә кәрәк: 1985 йылдан башлап планетаның активлығы ныҡлы кәмей, хатта иң көслө мәлдәрендә лә элекке ҡеүәтенә етмәй. 50-се йылдарҙан алып был күрһәткес 22 процентҡа түбәнәйҙе. Хәлде ҡояштың «ғәйебе» менән генә аңлатып булмай, уға атмосфераның төрлө туҙандар менән тулыуы ла булышлыҡ итә. Ғалимдар фекеренсә, ҡояштың әүҙемлеге кәмеп, Европала 1645 – 1715 йылдарҙа күҙәтелгән «Маундер минимумы»ның ҡабатланыуына килтереүе ихтимал. Әммә был ихтималлыҡ 8 процент самаһы ғына.
Австралия, Канада һәм АҡШ тикшеренеүселәренең «Nature» журналында сыҡҡан мәҡәләһенә ярашлы, Ер орбитаһында емерелгән ҙур булмаған астероидтарҙан ҡалған саң да климатҡа ярайһы ҙур йоғонто яһай. Элек ни өсөндөр был хәл ғалимдар тарафынан баһаланып етмәгән һәм өйрәнелмәгән. Белгестәрҙе астероидтар Ергә килеп бәрелгәндән һуң булған күренеш нығыраҡ ҡыҙыҡһындырған. Сандио милли лабораторияһы таратҡан мәғлүмәттәргә ярашлы, 2004 йылдың 3 сентябрендә Антарктида яры буйында күҙәтелгән хәл бындай ҡарашты үҙгәртергә мәжбүр иткән. Әйләнәһе 10 метр самаһындағы астероидты АҡШ-тың Оборона министрлығы юлдаштары Ерҙән 75 километр бейеклектә күреп ҡала. Ә Энергетика министрлығының ядро хәүефһеҙлеге милли идаралығы датчиктары астероид тыуҙырған акустик тулҡындарҙы ла эләктерә. НАСА-ның мультиспектрометры иһә астероид тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән болоттарҙы күҙәтә. Артабан ғалимдар был болоттоң нисек итеп ҡояш нурҙарын кире ҡағыуына шаһит була.

Урман һәм махсус ҡоролмалар ҡоролоҡтан һаҡлай
Рәсәй Фәндәр академияһының География институты директоры урынбаҫары, география фәндәре докторы А. Тишков, кеше антициклонға ҡаршы торорға һәләтһеҙ, әммә уның йоғонтоһон йомшарта ала, тигән фекерҙә. «Эш шунда, – ти ул «Известия» гәзите хәбәрсеһенә, – кеше эшмәкәрлеге арҡаһында ландшафт боҙолоу һауаның күсеп йөрөүенә йоғонто яһай. Антициклон эҙемтәләрен йомшартыу өсөн урмандар һәм күлдәрҙең майҙандарын киңәйтеү зарур. Был осраҡта тәбиғәттә һыу әйләнеше көсәйеп, атмосферала дым арта. Был хаҡта совет йәмәғәтселегенә 40-сы йылдарҙа уҡ яҡшы билдәле булып, ҡоролоҡҡа ҡаршы тороу өсөн күп итеп урман һыҙаттары ултыртылды. Шул арҡала ҡоролоҡ сигенде. Ә элек төҙөлөш өсөн сеймал алынған ҙур соҡорҙарҙа күлдәр хасил ителде. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө илебеҙҙә ағас күпләп ҡырҡылыу арҡаһында урман климатты тотороҡландырыу ролен үтәргә һәләтһеҙ. Хәҙер беҙгә кисекмәҫтән урман, уны янғындан һаҡлау хеҙмәтен яңынан тергеҙергә, тармаҡ хужалығын дәүләт ҡурсалауына алырға кәрәк. Быйылғы янғындар беҙгә иҡтисадты экологиянан айырып ҡарамаҫҡа ҙур һабаҡ бирҙе, һәм беҙ унан тейешле һығымта яһарға бурыслы».
«Росгидромет»тың үҙәк аэрологик обсерваторияһының мәрхүм директоры А. Черников «КП» гәзите хәбәрсеһе менән уртаҡлашҡан мәғлүмәткә ҡарағанда, яһалма ямғыр яуҙырыу буйынса беҙҙә махсус ҡоролмалар уйлап табылып, 2000 йылдарға тиклем тәжрибәләр Кубанда үткәрелгән. Хатта үткән быуаттың 40-сы йылдарында профессор В. Оболенский етәкселегендәге Яһалма ямғыр институты ла ойошторолоп, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшкән. Ләкин аҙаҡ уға ҡул һелтәгәндәр. 90-сы йылдарға тиклем болоттарға йоғонто яһау буйынса ла ниндәйҙер тәжрибәләр үткәрелгән, әммә уныһын да ташлап ҡуйғандар. Ошо уҡ баҫма яҙып сығарған икенсе бер мәҡәләлә «Урания – 2М» яһалма ямғыр яуҙырыу ҡоролмаһы тураһында һүҙ бара. Күптән уйлап табылған был мөғжизә Новосибирск, Ульяновск, Ырымбур өлкәләрендә, ҡалмыҡстанда һәм ҡаҙағстанда һынау үткән. Проекттың башҡарма директоры И. Яковлев әйтеүенсә, ямғырҙы улар хатта Мароккола ла яуҙырып ҡарағандар. Шуныһы ғәжәп: 20 йыл элек авиакосмик белгес А. Смирнов уйлап тапҡан был ҡоролма Рәсәй өсөн кәрәк булмай сыҡҡан.
Диңгеҙ ресурстарын яҡлау халыҡ-ара программаһы етәксеһе Г. Лундин фекеренсә, тәбиғәттә балансты тергеҙеү өсөн кәмендә 10 мең йыл кәрәк. «Кешелек, моғайын, хәүефһеҙ саҡтарға ҡайта алырлыҡ сикте үткәндер, – ти ул. – Әлбиттә, Ерҙе һаҡлаусы күҙгә күренмәгән ниндәйҙер билдәһеҙ механизм бар. Ул, күрәһең, углекислый газды «йәшерә». Әммә был хәл сикһеҙ дауам итә алмай. Мәҫәлән, Вашингтон штатындағы Изге Елена янартауы урғыла ҡалһа, уның аҫтындағы ҡайнап торған тоҡомдар бер нисә километрлыҡ ут «ауыҙы» барлыҡҡа килтерергә һәләтле. Эҙемтәләре һис кенә лә Венераныҡынан кәм булмаҫ. Рәсәйҙең Арктика өлөшөндәге азот закисы ла етди хәүеф менән янай. Уның күләме миллиондарса тонна иҫәпләнә. Ә бит ул сыға башлаһа, атмосферала 110 йыл һаҡланасаҡ».

Аляскала климат ҡоралы һыналамы?
Июлдә «Комсомольская правда» гәзите, Волга – Урал буйын солғап алған антициклондың тәбиғәтен аңлатырға тырышып, ҡушма Штаттар беҙгә ҡарата шундай ҡорал ҡуллана, тип яҙып сыҡҡайны. А. Волковтың интернет селтәрендә баҫылып сыҡҡан «Көн торошо үлемесле ҡоралға әүерелеүе ихтимал» тигән яҙмаһы ла ошоға ауаздаш. Ысынлап та, ун йыл элек АҡШ тикшеренеүселәре биргән фараз буйынса, 2025 йылға Америка хәрбиҙәренең көн торошона идара итә аласағы әйтелгәйне, ти ул. Имеш, тотош төбәктәр милитаристар ҡарамағында ҡаласаҡ. Миҫал рәүешендә АҡШ-тың Вьетнамда алып барған һуғышында төрлө химик реагенттар ҡулланып, партизандар базаларын муссон ямғырына дусар итеүе лә килтерелә.
Һүҙ Пентагон тарафынан финансланған НААRP программаһы тураһында бара. Аляскалағы Анкоридж ҡалаһынан 250 саҡрым төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан был объект 14 гектар майҙанды биләй. 180 антеннаның һәр береһе 22 метр бейеклектә, 360 радиотапшырғыс та бар. ҡайһы бер ғалимдар раҫлауынса, был «антенналар урманы», ысынлап та, ионосферала дауыл ҡуптарырға һәләтле, сөнки уның ҡеүәте 1,7 миллиард ватҡа етә. Ошо программаны төҙөүҙә ҡатнашҡан Б. Истлунд фекеренсә, был ҡеүәт Ерҙең байтаҡ өлөшөндә элемтәне боҙорға, көн торошон тәртипһеҙ үҙгәртергә мөмкинлек бирә. Канада иҡтисадсыһы һәм антиглобалисы М. Чоссудовскиҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, НААRР программаһы өсөн миллиардтарса доллар бүленә. АҡШ Конгресы хатта уларҙың ңи өсөн бирелгәнен дә тикшереп тормай. Ысынлап та, проекттың Йыһанға йоғонтоһо билдәһеҙ. Ә бит ионосфераның бындай тикшеренеүҙәр арҡаһында боҙолоуы ла ихтимал. Ул саҡта беҙ ун километр бейеклектә ишек һәм тәҙрәләренән ел өрөп торған самолетта ултырыусы пассажирҙар хәлендә ҡалабыҙ. Шул уҡ ваҡытта төрлө интернет-форумдарҙа төрлө стихия ҡазаларының тап НААRР программаһы арҡаһында сығыуы хаҡында фекерҙәрҙе күп ишетергә тура килә. Төньяҡ Кореяла 90-сы йылдар уртаһында ҡоторонған ҡоролоҡ, артабан һыу баҫыу, Иран, Ираҡ, Сүриә һәм Афғанстандағы ауыр эҙемтәле ҡоролоҡ был фекерҙе иҫбатлай кеүек.
1997 йылда НААRР cтанцияһы эш башлау менән донъяла төрлө ғәрәсәттәр башланды, тип үҙ ҡарашы менән уртаҡлаша МДУ-ның физика факультеты ғилми хеҙмәткәре Г. Васильев. Улар рәтенә гәзит 1997 – 1998 йылдарҙа «Эль-Ниньо» дауылының ҡотороноуынан 20 миллиард долларлыҡ зыян күрелеүе, 1999 йылда Төркиәлә ер тетрәп, 20 мең кешенең һәләк булыуы, 2003 йылда «Изабелла» дауылы – меңдәрсә, 2006 йылда Суматра утрауының көнсығыш ярында ер тетрәү – 300 меңләп, 2005 йылда Пакстанда ер тетрәүҙең 100 мең кешене алып китеүе һәм быйыл Исландиялағы Эйяфьятлайокудль вулканы урғылып, Европаны «тере ҡулһыҙ» ҡалдырыуы кеүек ҡазаларҙы атай. Элекке хәрби синоптик Н. Караваевтың «КП»-ла баҫылған аңлатмаһынан күренеүенсә, АҡШ хәрбиҙәре, ысынлап та, көн торошона йоғонто яһау, хатта буйһондороу буйынса 2025 йылға тиклем башҡарыласаҡ эштәр программаһына эйә. Үҙ фекерен раҫлау өсөн Караваев шундай мәғлүмәт килтерә: Мәскәүҙә эҫелек 35 – 36 градусҡа еткәндә, Берлинда – 18, Варшавала – 25, Парижда ни бары 20 градус ине. Урта Азиянан эҫе һауа «һурған» бындай антициклондың Рәсәйҙә бер ҡасан да күҙәтелгәне юҡ. Эҫелек башланыр алдынан американдар Йыһанға лазер ҡораллы осоусыһыҙ Х-37В карабын ебәрҙе. Һөҙөмтәлә 90 – 600 километр бейеклектә термосферала атмосфера ҡапыл үҙгәреп, эҫелек барлыҡҡа килде. Ә осоусыһыҙ карап иһә Ергә 270 тәүлектән һуң ғына әйләнеп ҡайтасаҡ.
«Росгидромет»тың Геофизика институты директоры, профессор В. Лапшин фекеренсә, американдарҙың климатты үҙгәртә алыуы – буш һүҙ. «Эҫелектән ҡушма Штаттар халҡы үҙе яфа сигә, – ти ул. – Тәүҙә улар үҙҙәрен һәләк итә, артабан – беҙҙеме? Бөгөн Рәсәйҙең Европа өлөшөндә ҙур циклон тора – бары шул ғына!»

«Һаҡланғанды – һаҡлармын»
Кешелеккә ни бары 100 йыл йәшәргә ҡалды – был Австралиянан микробиология профессоры Ф. Феннер фекере. Уның раҫлауынса, хәҙерге цивилизация өсөн XXI быуат һуңғыһы буласаҡ. Бындай һығымтаһын ғалим, Ер шарында кеше бик күп, һәм ул саманан тыш ҡуллана, тигән тезисы менән нигеҙләй. Кешелектең ихтыяжы туҡтауһыҙ артыу экологик һәләкәттәргә килтереп, яҡын арала климат ҡырҡа үҙгәрәсәк. Хәҙерге кешенең экологик системаға йоғонтоһон Феннер Ергә ҙур кометаның аҡрынлап бәрелеүе менән сағыштыра. «Хәлде төҙәтеп булмаясаҡ, – ти микробиолог, – кешегә үҙ яҙмышына буйһонорға ғына ҡала». Тимәк, ахырызаман яҡынлаша?
«Известия-наука»ның күҙаллауы буйынса, бер нисә сценарий бар. 1. Глобаль йылыныу һөҙөмтәһендә боҙлоҡтар иреүҙең туфан ҡалҡыуына килтереүе ихтимал. Ғалимдар фекеренсә, Ерҙең өстән бер өлөшө һыу аҫтында ҡалыу кешелек өсөн етди хәүеф тыуҙырасаҡ. 2. Озон ҡатламы йоҡарыу ҙа Ерҙең көслө радиацияға дусар ителеү ихтималлығын көсәйтә. Ундай шарттарҙа, әлбиттә, кешене һәләкәт көтә. 3. Ергә бынан 65 миллион йыл элекке кеүек метеорит килеп бәрелеү ихтималлығы ла бар. Тәүге вариант буйынса кешеләргә тәүтормош йәмғиәт ҡоролошонан башларға тура килһә, икенсеһе буйынса Ерҙең тарҡалып, Йыһан туҙанына әүерелеү хәүефе һаҡлана. 4. ҡояштың йылытыуҙан туҡтауы. Тик был күренеште 10 миллиард йыл көтөргә кәрәк. 5. Ерҙең сит планета кешеләре тарафынан баҫып алыныуы. Әлегә был фаразды бер кем дә иҫбатлай йәки кире ҡаға алмай. 6. Кешелектең үҙ-үҙен юҡ итеүе. Был фараз бер аҙ ышандыра. Әйтәйек, өсөнсө донъя һуғышы йәки Чернобылгә тиң фажиғә. Башҡа фараздар ҙа бар, ләкин улар ышандырыу һәләтенә эйә түгел.
Ерҙә йәшәү мөмкинлеге бөтөү менән кешелекте ни көтөүе тураһында фараздар ҙа күренгеләй. 15 йылдар элек «Независимая газета»ла ошондай хәл була ҡалһа, Марсты кеше йәшәрлек хәлгә килтереү буйынса АҡШ-та махсус программа эшләнеүе тураһында яҙғайнылар. ҡушма Штаттар «ҡыҙыл планета»ны ентеклерәк өйрәнеү өсөн космик станциялар ебәреүен дауам итә. Береһе – юлда, икенсеһе декабрҙә сәфәргә сығып, кәрәкле мәғлүмәттәр ебәрер, тигән өмөт бар. Әйткәндәй, 2009 йылдың 16 июнендә Mail.ru агентлығы, АҡШ-тың Марс аномалияларын өйрәнеү йәмғиәте президенты Э. Безиагоға һылтанып, «ҡыҙыл планета»ла әле лә тормош барлығы хаҡында хәбәр итте. «Sprit марсоходынан алынған һүрәттәрҙә, – ти ул, – кеше йәшәгән торлаҡ, культ ҡоролмалары, хатта кешеләр (ни сәбәптәндер улар биш төрлө. – М. Х.), Ерҙә әле йәки ҡасандыр йәшәгән хайуандар күренә». Безиаго раҫлауынса, Марста ҡасандыр Боронғо Мысырҙағы кеүек тормош булған. 11,5 мең йыл элек Атлантиданы ер йөҙөнән юйған һәләкәт Марста барлыҡ тереклекте юҡҡа сығарған. Хәҙер экологик хәл унда аҡрынлап тергеҙелә, ләкин сит кешеләрҙең ҡыҫылыуы быға ҡамасаулауы ихтимал. Шуға күрә ғалим АҡШ менән Рәсәйҙе Марста тикшеренеүҙәр үткәреүҙән тыйылырға саҡыра.
Йыш ҡына стихиялы күренештәр тураһында алдан иҫкәртә алмаған метеорологтарҙы ла ғәйепләйҙәр. 2007 йылда, мәҫәлән, Мәскәүҙә торф ятҡылыҡтары янып киткәс, улар ҡаты тәнҡит утына эләкте. Оҙайлы ваҡытҡа прогноз биреү өсөн атмосфералағы ҡайһы бер процестар билдәһеҙ. Йөҙ йыл элек күҙәтелмәгән ғәрәсәттәрҙе алдан күреү өсөн тәжрибә лә, белем дә етмәй. Артабан беҙҙә экология етди боҙола. Архивтан күренеүенсә, элек циклондар төньяҡтан килгән. Урмандарҙың күпләп ҡырҡылыуы йылылыҡ алмашыныуға кире йоғонто яһай. Рыбинск һыу һаҡлағысын төҙөү ҙә циклондар йүнәлешен ҡырҡа үҙгәрткән. Эре ҡалалар ҙа йылылыҡ алмашыныуға төҙәтмә индерә.
Шул уҡ ваҡытта беҙҙең метеохеҙмәттең үҙе ярҙамға мохтажлығын, моғайын, күптәр белмәйҙер ҙә. «Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, 80-се йылдарҙа Арктикала көн торошон күҙәтеүсе ике кәмә-метеостанция йөрөһә, хәҙер берәү ҙә юҡ. Поляр станциялар ул саҡта йөҙгә етһә, хәҙер яртылаш кәм. Метеостанциялар селтәре, хеҙмәткәрҙәр иҫәбе, «Росгидромет»тың метеокараптары, метеоюлдаштар буйынса ла шундай уҡ хәл. Директор урынбаҫары В. Дядюченконың һүҙҙәренә ҡарағанда, 1979 йылда АҡШ-тан секундына 4 миллиард операция үткәрергә һәләтле суперкомпьютер һатып алынған-алыныуын, ләкин ул үҙенең ҡулланыу ваҡытын тултырған да инде. Америка компанияһына секундына 1 триллион операция үткәрергә һәләтле 18 миллион долларлыҡ яңы машинаға заказ бирелгән, тиҙәр. Ләкин ул да көн торошон бер аҙнанан артыҡҡа әйтә алмай, имеш.
Рәсәй кеүек ҙур илдә метеоюлдаштар СССР заманында – өс, хәҙер берәү генә булыуы аптырарлыҡ. Евросоюздың, мәҫәлән, ике, Һиндостандың хатта – өс, ҡытайҙың – дүрт, кескәй генә Япония менән АҡШ-тың бишәр юлдашы бар. Шуны ла әйтергә кәрәк: метеоюлдаш донъяла беренсе булып СССР тарафынан 1967 йылда орбитаға сығарылған. Бер метеоюлдаш Европала 100 – 120 миллион доллар тора. Белгестәр фекеренсә, Рәсәйгә кәмендә өс поляр-орбиталь юлдаш, экваторҙа кәмендә ике геостационар юлдаш һәм, 2006 йылда ҡабул ителгән федераль космик программаға ярашлы, 13 метеоюлдаш осорорға кәрәк. Һуңғыһы әлегә берәү генә эшләй. Аҙаҡҡы 20 йылда метеостанция селтәре өстән бер өлөшкә кәмегән. 80-се йылдарҙа 40-лап карап төрлө тарафтарҙа йөҙөп мәғлүмәттәр йыйһа, бөгөн иһә берәү ҙә юҡ. Металл һынығына тапшырылмай ҡалған 13 судно Владивостокта, Санкт-Петербургта һәм Архангельскиҙа йөк ташып йөрөй.
Аномаль ҡоролоҡ айҡанлы 12 августа Мәскәү хөкүмәте ҡала башлығы Ю. Лужковтың ауыл хужалығы ерҙәрен мелиорациялауҙы тергеҙеүгә бәйле башланғысы буйынса фекер алышты. «Ерҙәрҙе мелиорацияламай тороп, беҙ бер ҡасан да аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителештә суверенитетҡа өлгәшә алмаясаҡбыҙ», – тип иҫәпләй Мәскәү башлығы.
Быйылғы ҡоролоҡ һыу ятҡылыҡтарының ҡырҡа һайығыуына, ҡайһы берҙәренең юҡҡа сығыуына алып килде. Екатеринбург ҡалаһын туйындырып торған өс метр тәрәнлегендәге һыу ятҡылығы урынында бөгөн йәм-йәшел үлән үҫеп ултыра. Уралдың баш ҡалаһына һыуҙы хәҙер 160 километр алыҫлыҡтағы ҡариҙел йылғаһынан ҡыуҙыралар. Татарстан, ҡурған, Ырымбур өлкәләре халҡы ла һыуһыҙ интегә. Европалағы иң ҙур Куйбышев һыу һаҡлағысында һыу кимәле тәүлек һайын 3 – 5 сантиметрға түбәнәйә. Һыу ятҡылыҡтарын тейешле хәлгә килтереү өсөн 650 миллиард һум күләмендәге сығым кәрәк.
«Российская газета» һәм «Комсомольская правда» гәзиттәрендә баҫылған билдәле урыҫ олигархының Ғәрәп әмирлектәрендәге курортта болоттар хасил иттереү өсөн ниндәйҙер тәжрибә алып барыуы хаҡындағы хәбәр үҙенең шаҡ ҡатырғыслығы менән һушты ала. Ә ни өсөн был әҙәм сығымдарҙы Рәсәй халҡын афәттән һаҡлау өсөн тотонмай? Ысынлап та, янғындарҙан һаҡланыу, ҡаза күргәндәргә матди ярҙам күрһәтеү йәһәтенән олигархтар бармаҡ та ҡыбырлатманы бит. ҡайһы илдә йәшәй һәм ниндәй гражданлыҡ бурыстары үтәй улар? Иң мөһиме, уларҙы был ярҙамға бер кем дә мәжбүр итмәй.
Уҙып барған йәй килтергән финанс-иҡтисади һ. б. зыяндың күләме әлегә асыҡланмаған. Ул триллион һумдарға торошло. Юҡҡа сыҡҡан урмандар, торлаҡ йорттар, ҡороған йылға-күлдәр, янып-көйгән иген баҫыуҙары, баҡсалар, ирек­һеҙҙән бысаҡланған мал-мыуар… Был тиңдәшһеҙ күренеште «һынау» тип әйтергә тел әйләнмәй. Был – яза. Кешелектең тәбиғәткә килтергән тиңдәшһеҙ зыяны өсөн түләү.
Әлбиттә, уларға күҙ йомоп, бер ни булмағандай, атмосфераға углекислый газды элеккенән дә күберәк сығарып, әүәлгесә меңдәрсә метр майҙанды асфальтҡа күмеп, урамдарға миллиондарса машина сығарып, йылға-күлдәрҙе ҡоротоп һ.б. йәшәүҙе артабан да дауам итергә мөмкин. Сөнки бер кем дә тыймай, тәртипкә саҡырмай. Әммә аҡылһыҙлыҡтан иң элек кеше үҙе зыян күрәсәк, әлеге йәй ише. Бәлки, тәбиғәткә ҡарата енәйәт ҡылыуҙан арынып, уйланырға әле һуң түгелдер? Климаттың артабан ниндәй буласағын өйрәнеү өсөн фәнгә иғтибарҙы арттырырға, ағастарҙы күберәк ултыртыу, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, ҡалаларҙа экологик хәлде яҡшыртыуҙың башҡа сараларын хәстәрләргә.
Бәлки, әле лә һуң түгелдер. Киләсәк хаҡына.

Мәхмүт ХУЖИН.

(Аҙағы. Башы 16-сы һанда).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға