«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Пособие көткәнсе, аҡса тап!



07.02.2011 Пособие көткәнсе, аҡса тап!

Бала аҡсаһына йән аҫраған атайҙың намыҫы бармы?
Балалы өйгә күстәнәс­һеҙ инерһеңме? Рес­пуб­ликабыҙҙың бигүк төп­көл дә булмаған ауылдарының береһендә йәшәүсе ғаиләгә барып ингәс, үҙемде эстән шулай тип әрләп алдым. Береһенән-береһе бәләкәй сабыйҙар ҡаршыма йүгереп сыҡҡан өсөн генә түгел, ә үтә баҙнатһыҙ тойолған ғаиләгә ниндәй ҙә булһа шатлыҡ бүләк итеү теләгенән.
Йорттоң тупһаһын аша атлап үтеүем редакцияға төбәп яҙылған хатҡа ла, бүтән мөрәжәғәткә лә бәйле түгел ине. Шул тиклем иҫке, емерелеп барған өйҙә күп балалы ғаилә йәшәй, тигәндәрен ишетеп, ҡыҙыҡһыныуҙан шаҡыным ишектәрен. ҡоймаһыҙ хужалыҡты, тупһа алды мал тиҙәге, һалам-бесән ҡалдығы менән тулы булыуын күргәс тә күңелгә, йорт хужалары, күрәһең, ныҡ ялҡауҙыр, тигән шик төшкәйне. Дөрөҫ булып сыҡты.
– Һаумыһығыҙ, мин гәзиттән булам, – тинем, үтергә теләгәнемде аңлат­ҡандай.
Икегә бүленгән өйҙөң алғы яғында һауыт-һаба йыуған апай, һыулы ҡулдарын бысраҡ кейеменә һөртөп, ҡулын һондо. Сит кеше килеп ингәнен аңғарып, әзмәүерҙәй атай кеше лә ятҡан урынынан ҡыбырланы.
Иҙән бысраҡ булһа ла, сикәнә-сикәнә итектәремде сисеп, төпкә үттем. ҡараһам, төпкө яҡтағы тимер карауатта керләнгән, тышһыҙ юрған бөркәнеп, типһә – тимер өҙөрлөк егет кеше йоҡлап ята, кейәүгә бирмәле еткән ҡыҙ ултыра. Балалар баҡсаһы йәшендәге ике бала, әллә уйынсыҡ булмауҙан, әллә икенсе сәбәптән, мыжып бер була. Берәүһе туҡтау­һыҙ йүткерә. Уны йәлләүҙән: «Аһ, бәләкәс, бик ныҡ һыуыҡ тейҙергәнһең, ахыры», – тигән булдым, утыҙ градус ҡышҡы һыуыҡта ла ябылып етмәгән ишеккә ымлап.
– Әй, ағас башынан туң алма өҙөп ашайҙар ҙа, тамаҡтарына һыуыҡ тейҙерәләр, – тигән булды әсәләре.
– Һеҙҙе ун балалы ғаилә, тип әйттеләр, – тим хужалар менән яҡынданыраҡ танышырға теләп.
– Юҡ, ун бер. Бер ҡыҙыбыҙҙы кейәүгә бирҙек, – тип маһайыу ҡатыш яуапланы атай кеше.
Күмәк балалы ғаиләнән нимә хаҡында ҡыҙыҡһынаһың? Хәбәребеҙ үҙенән-үҙе балаларҙы нисек итеп үҫтереү, ниндәй дәүләт ярҙамы алыу кеүек хәстәр-мәшәҡәттәргә ҡоролдо. Ғаилә республикабыҙҙа биш һәм унан да күберәк балалы ғаиләләргә бирелгән торлаҡ сертификаты хаҡында ҡыҙыҡһынды. Уның шарттары һәм кемдәргә бирелеүе тураһында һорашты.
Баҡтиһәң, әлеге көндә ун ике кеше йәшәгән 47 квадрат метр майҙанлы бәләкәй генә өй ғаилә башлығына ата-әсәһенән ҡалған мираҫ икән. Ул үткән быуаттың алтмышынсы йылдары башында төҙөлгән. Ә 1989 йылда өйләнешкән йәштәр, юҡсыллыҡ ғәләмәтеме, бәлки, ялҡаулыҡ та барҙыр, баштараҡ үҙҙәре йорт һалып инеү теләге менән янһа ла, һаман­ғаса бер йорт төҙөп инеүгә лә ирешә алмаған. Әлбиттә, эшләп йөрөгән колхоздары бөтөрөлөп, тотош илдең һынылыш кисереүе йәштәрҙең тормошона ауыр һынау ҙа ҡуйғандыр. Ни тиһәң дә, был арала бер-бер артлы балалары тыуып, йылдан-йыл хәстәрҙәре лә артҡан. Шунлыҡтан хәләл көстәре менән тапҡан бәләкәй генә эш хаҡтарын балалары ауыҙынан өҙөп йорт һалыу көстәренән килмәгәндер, тип уйлайыҡ. Һөйләүҙәренсә, йорт төҙөр өсөн льготалы ссуда юллап, бер нисә тапҡыр үҙҙәре йәшәгән район етәкселегенә мөрәжәғәт итеп тә ҡарағандар. Тик, билдәле, үтенестәре, йә эш урынығыҙ юҡ, йә йәштәр программаһына инер өсөн йәшегеҙ үткән, тигән сәбәп менән кире ҡағыла килгән. Һуңға табан иһә ҡайҙалыр ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән тамам ялҡып, хужаларҙың тупһаһын тапау­ҙан бөтөнләй төңөлгәндәр.
– Ауылдағы етәкселәрҙән нимә генә һораһаң да, балаларыңды минең өсөн таптыңмы, тигән тупаҫ яуабынан йүнлерәк хәбәр ишетмәҫһең, – тип зарланып алды улар. Шуға уңайһыҙлыҡ кисереп, бер нәмә лә һорамаҫ булғандар икән.
Ысынлап та, беҙ баланы кем өсөн табабыҙ? Берүк дөрөҫ аңлағыҙ, һис кенә лә ишле бала табып, уларға матур тәрбиә биргән, уҡытып кеше иткән ата-әсәләрҙе үпкәләтергә теләгем юҡ. Шөкөр, ошондай дан ғаиләләр ҙә байтаҡ арабыҙҙа. Уларға ҡарап һоҡланырға һәм ғорурланырға ғына ҡала. Шул уҡ ваҡытта бер-бер артлы бала тапҡан етеш­һеҙ ғаиләләр ҙә етерлек. Әлеге ғаилә миҫалында бер генә һоҡлан­ғыс күренеш тә күрмәнем. Атаһы менән әсәһе үҙҙәре ялҡау булмаһа, буй еткергән улы төшкә тиклем йоҡлап ятыр инеме лә, кейәүгә бирерлек ҡыҙ ни толҡа табып бысраҡ өйҙә ҡул ҡаушырып ултырыр ине?! Хәйер, күҙгә ташланып торған хәйерселек, балалар гөрләп торған өйҙә ябай ғына телевизор­ҙың да булмауы – айырым мәсьә­лә. Йөрәкте һыҙлатҡаны бүтән... Бәлә­кәстәрҙең баҡсалағы алмағастан боҙланып ҡатҡан алмаларҙы сүпләп ашауы булғандыр. Туң емеште кимереү ҡыҙыҡ күреүҙән түгел, организм­ға витамин етмәүҙән, тип аңларға кәрәктер. Иң үкенеслеһе, хужалар йорт-ихаталарының бысраҡлығына, ауыл ерендә йәшәп тә, йыуынырға мунсалары булмауына уңайһыҙлыҡ та кисермәне булһа кәрәк. Ә бит бер ҡыҙҙарының кейәүгә сығып, үҙе әсәй булыуын иҫәпкә алмағанда, бөгөн балаларының унауһы үҙҙәре менән йәшәй. Ауылда мунсаһыҙ ҡыйындыр бит, балаларығыҙҙы ҡайҙа йыуындыраһығыҙ, тип аптыраңҡырап һорауыма, күршеләрҙә йыуынабыҙ, тип, теләр-теләмәҫ кенә яуап бирҙеләр.
Алда уҡ аңлатыуымса, ғаиләлә берәү ҙә эшләмәй, хатта атай кеше менән бәлиғ йәштәге өс бала ла аҡса табыуҙың ни икәнен белмәй. Күҙ төбәп торған килем – малайҙарҙың береһенә түләнгән зәғифлек буйынса пенсия һәм балалар пособиеһы. Ун ике кеше һигеҙ мең һум аҡсаға йән аҫрай. Ошо сумманан ҡала гимназияһында белем алған өс баланың туҡланыуына ла 650-шәр һумдан өлөш сығаралар. Улар хатта ишле, аҙ килемле ғаиләләр­ҙә тәрбиәләнеүсе балалар өсөн ҡаралған туҡланыуға льгота менән дә файҙаланмай булып сыҡты. Сәбәбе – балалар ата-әсәһенең моңһоҙлоғо арҡаһында уҡыған урынына социаль яҡлау идаралығынан килемдәре аҙ булыуын раҫлаған справка алып бармаған.
– Документтарҙы юлларға район үҙәгенә барырға кәрәк, уға аҡсаһы ҡайҙа, – ти әсә, аҡланғандай.
– Эй, ашауҙарына күп аҡса китмәй инде ул, – тип һүҙгә ҡушыла аталары. Әйтерһең, улар­ға үҙе эшләп тапҡан аҡсаны түләй тиерһең. – Өй туҙған бит, беҙгә йорт кәрәк ине. Күптән түгел райондан килгән комиссия йәшәү шарттарыбыҙҙы күреп киткәйне. Хәҙер, ана, күмәк балалыларға сертификат тигән нәмәне уйлап сығарҙылар, беҙгә лә торлаҡ бирмәҫтәрме икән ни? Бик ипле, матур һөйләшкән кеүектәр ине. Юғиһә быға тиклем килгәндәре, нишләп түшәктәрегеҙ шул тиклем бысраҡ, нишләп малды күберәк тотмайһығыҙ, тип тәнҡитләүҙән башҡаға эшкинмәне...
Балаларына ун һигеҙ йәш тулмаҫ борон тейешле «ГАЗель» микроавтобусы ла юллап ала алмағандарын төшөнөп, әле, исмаһам, сертификат­ҡа ғариза яҙҙығыҙмы һуң, тип һорай ҡуйҙым.
Юҡ икән шул... Уның өсөн тағы районға барыуҙан, Торлаҡты теркәү палатаһынан, һәр ғаилә ағзаһы өсөн аҡса түләп, справка алыуҙан ҡыйын­һына ғаилә.
Нимә был, моңһоҙлоҡмо, вайым­һыҙлыҡмы? Һәр хәлдә, документтар юллау түгел, хатта, ғариза ла яҙмайынса һауаға ҡарап өмөтләнеп ятыу мәғәнәһеҙлек инде. Был осраҡта дәүләткә үпкәләү аҡыл­һыҙлыҡ тип әйтергә кәрәк. Ишле бала тапҡан хәлдә лә, дәүләттән алда, балалар хаҡында һәр ата-әсә хәстәрлек күрергә бурыслы. Бағыуҙы уйламайынса итәк тултырып бала тапҡан ата-әсәләрҙең ҡайһы берҙәре ошо хаҡта онотоп, проб­лемаларының бәләкәйен дә, ҙурын да дәүләткә япһарырға күнеккән. Был сер түгел. Ә ни бары бәләне күрә һәм таный белергә генә кәрәк. Әлеге ғаиләлә лә, балаларҙы кеше итәм, уңайлы шарттарҙа йәшәтәм, тигән уй ҙа, тырышлыҡ та юҡ. Хәйер, өйҙә нисә ир-егет була тороп та, ишектәре етә ябылмаған атанан нимә өмөт итәһең инде?! Уйлап ҡараһаң, был ғаиләгә лә кешенең нисек йәшәгәнен, нисек итеп аҡса тапҡанын әллә ҡайҙан эҙләйһе түгел. Ғаилә башлығы үҙе үк район үҙәгендә биш йөҙ мең һумға бынамын тигән торлаҡ һатып алырға мөмкин. Һылыуым Себерҙә эшләп тапҡан ике йөҙ мең һум аҡсаһына «малосемейка» һатып алды, аҡсаһы бөткәс, фатирымды ла ҙурайтырмын, тип тағы сығып китте, тип һөйләп ултыра. Ә үҙенең, ун бер баланы ауыҙына ҡаратып, шуларҙың пособиеһын көтөп йәшәүе хаҡында уйлап та ҡарамай. Нимә генә тиһәк тә, беҙҙә юҡты бар итеү, булдырырға тырышыу тигән сәмселлек самалыраҡ шул. Аҡсаң етмәй икән, әмәлен тап, йүнен күр ҙә бит... Тик эшһеҙ, бер ниндәй маҡсат­һыҙ, өйөндә бот күтәреп ятҡан атайҙар, үкенескә күрә, быуа быуырлыҡ.
Заманаһы шулай. Бул­дыҡлы, егәрле кешеләрҙең генә донъяһы етеш, матур бөгөн. Бала табабыҙ икән, яуап­лылыҡ та тоя беләйек. Хәйерселек арттырып, пособие алыр өсөн генә бала табалар, тигән әсе теллеләр­ҙең һүҙен дөрөҫкә сығармайыҡ.

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.

(Билдәле сәбәптәр арҡаһында мәҡәлә геройҙарының исемдәре һәм йәшәгән урыны күрһәтелмәне).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға