«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Халыҡтар дуҫлығында – Башҡортостандың берҙәмлеге»



01.02.2011 «Халыҡтар дуҫлығында – Башҡортостандың берҙәмлеге»

Ашот МУРАДЯН, Башҡортостан Республикаһы әрмәндәренең «Севан» милли-мәҙәни үҙәге президенты:
– «Севан» милли-мәҙәни үҙәгенең төп бурысы – халыҡтар дуҫлығын нығытыу. Ошо ниәттә Башҡортостандың төрлө ҡалаларында әрмән диаспораһы ҡатнашлығында милли байрамдар ойошторола. Йыл һайын Мәскәү һәм Ереван ҡалаларында үткән Бөтә донъя конгресында ҡатнашабыҙ. 2001 йылда Өфөлә йәкшәмбе мәктәбе асыуға ирештек, милли бейеү ансамблебеҙ эшләй. Әрмәнстан менән Башҡортостан араһында иҡтисади-сауҙа бәйләнеше булдырылған. Әрмәнстан вәкилдәренең республикаға йыш ҡына рәсми сәфәрҙәре ойошторола. Башҡортостанда әрмән кухняһына ныҡлы өҫтөнлөк бирелгән. Баш ҡалала үткәрелгән милли кухнялар конкурсында гел призлы урындар яулайбыҙ. Өфөлә ун биштән ашыу кафебыҙ эшләй. Улар: «Отдых», «Ясная поляна», «Ахтамар», «Жемчужина», «Урал», «Арагац» һәм башҡалар.
Республикала үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ихлас ҡатнашабыҙ, башҡорт милли байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәниәтенә хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Башҡортостанда йәшәүсе әрмәндәр төбәкте үҙенең икенсе тыуған иле һанай, урындағы халыҡ менән татыу һәм килешеп йәшәргә ынтыла.

В. ДОРОШЕНКО, Башҡортостан украиндарының «Кобзарь» милли-мәҙәни үҙәге рәйесе:
– Башҡортостанда йәшәүсе украин халҡының телен һаҡлау, мәҙәниәтен үҫтереү һәм пропагандалау өсөн барлыҡ шарттар һәм мөмкинлектәр булдырылған. Йыл һайын милләттәштәребеҙ менән Раштыуа, Пасха байрамдарын, Украинаның бойондороҡһоҙлоҡ көнөн матур итеп билдәләйбеҙ. Мәктәп уҡыусылары өсөн Шевченко көндәре үткәрәбеҙ, балалар һәм йәштәр өсөн «Червона калина» фестиваль-конкурсы ойошторабыҙ. Cтәрлетамаҡ районының Золотоношка ауылында уҙғарылған «Эй, ҡыуан, донъя!» украин мәҙәниәте фестивале ҙур байрам­ға әйләнә. Ошо уҡ ауылда йыл һайын балалар һәм йәштәр өсөн телде өйрәнеү лагер­ҙары эшләй. Тел, әҙәбиәт өлкәһендәге ғилми-ғәмәли конференциялар үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә, маҡсаттар билдәләүҙә ҙур роль уйнай. Башҡортостанда «Берегиня» украиндар союзы, «Беркут» тип исемләнгән айырым йәштәр союзы эшләй. Дүрт йәкшәмбе мәктәбендә балалар рәхәтләнеп туған телен өйрәнә. Егерменән ашыу үҙешмәкәр коллективыбыҙ бар. Уларҙың дүртәүһе халыҡ исемен алған. Өфөнөң 9-сы мәктәбе базаһында асылған Т. Шевченко исемендәге йәкшәмбе мәктәбендәге музей – украин халҡының яратҡан урыны.

Лом Али Исраилов, Башҡортостанда йәшәүсе чечендарҙың «Барт» ижтимағи-мәҙәни үҙәге етәксеһе:
– Төп маҡсатыбыҙ – Башҡортостанда йәшәүсе чечендарҙы бергә туплау. Дуҫлыҡ йортонда урынлашҡан бөтә ижтимағи ойошмалар менән дә тығыҙ бәйләнештә, бер-беребеҙ менән һәр саҡ килешеп эшләйбеҙ. «Аҡ тирмә» башҡорт халыҡ үҙәге, «Рустар соборы» менән 1998, 2001, 2002, 2005 йылдарҙа Чечен Республикаһы балаларына гуманитар ярҙам күрһәттек. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтарының даими хәстәрлеген тоябыҙ. Мәҫәлән, бындай оло ярҙамды беҙ үҙ аллы ғына атҡарып сыға алмаҫ инек. Ойошмабыҙҙы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә яҡшы беләләр. Башҡа тарафтарҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән дә даими осрашыуҙар ойоштороп торабыҙ.
Чечен Республикаһы етәкселәре лә Башҡортостан хаҡында гел йылы фекерҙә, тотороҡло республика булараҡ, уны гел һоҡланып телгә ала. Беҙ Башҡортостанда йәшәүебеҙ менән бик бәхетлебеҙ. Сөнки бындағы төп халыҡ менән динебеҙ бер, йолаларыбыҙ оҡшаш. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, меңдән ашыу чечен Башҡортостанды төйәк иткән. Юғары уҡыу йорттарында 180 тирәһе студент белем ала. Шуларҙың туғыҙ тиҫтәһе Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый. Студенттар менән тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ, уларҙы мәҙәни сараларға йәлеп итәбеҙ, осрашыуҙар ойошторабыҙ.
Йыл һайын Чечен мәҙәниәте көндәре үткәрәбеҙ. Башҡортостанда, аңлап, ярҙам итергә тырышып торалар. Республика артабан да барлыҡ милләттәр өсөн изге Мәккәләй төбәк булып ҡалһын. Һәр халыҡ ошо ҡөҙрәтле ерҙең ҡәҙерен белһен, хөрмәт менән ҡараһын, халыҡтар дуҫлығы нығынғандан-нығынһын. Телебеҙ, динебеҙ юғалмаһын. Сөнки телен белмәгән – илен белмәгән, динен танымаған ата-бабаһын һанламаған менән бер. Ошо ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға, ҡәҙерләргә тейешбеҙ. Ха­лыҡтар дуҫлығында – Башҡортостандың берҙәмлеге. Беҙҙең уртаҡ девизыбыҙ ошо булырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға