«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » һәр ваҡыттағыса, шартлы өс йыл



01.02.2011 һәр ваҡыттағыса, шартлы өс йыл

Донъяңдың аҫтын-өҫкә әйләндергең килһә, маймылдың ҡулына граната тоттор, тиҙәр. Йәмәғәт тәртибен һәм именлеген, кеше хоҡуҡтарын һаҡлатҡың килһә, власты уның мөмкинлектәрен үҙ файҙаһына ҡулланырға яратҡан ошондай иҫәргә бир икән.
Былтыр июнь башында БР буйынса Эске эштәр министрлығының Баш тәфтишселәр идаралығының Юл-транспорт ваҡиғаларын тикшереү буйынса бүлек тәфтишсеһе булып эшләгән 31 йәшлек Денис Сотников Аксенов – Бәләбәй юлы буйлап машинала китеп барған. Шул уҡ йүнәлештә барған бер машина уға ҡыуып үтеп китергә ирек бирмәгән. Башҡаларға ҡарата сикһеҙ власть ҡулланып өйрәнеүҙән башы әйләнгән милиция майорының бындай «буйһонмаусанлыҡ»ҡа ҡаны ҡыҙып, күҙҙәренә ҡан һауа. Алдағы машинаны ҡыуып етеп, уның менән тигеҙләшә лә, тәҙрәһен асып, «Маuser HSC 90» травматик пистолетынан үҙенә ҡамасаулаған водителдең башына ата. Әйтерһең дә, уның сәбендә – себен! Резина пуля «дошман»ының сикәһенә эләгә. Ә машинала пассажирҙар ҙа була...
Элекке тәфтишсе РФ Енәйәт кодексының ике статьяһы – «хулиганлыҡ» һәм «кеше сәләмәтлегенә күрәләтә зыян килтереү» – буйынса ғәйепле тип табыла. Суд ҡарары менән ул... һәр ваҡыттағыса, шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм ителә.
Судҡа тиклем уны милиция сафынан сығарып ҡотолғандар. Йәнәһе, ул милиция намыҫына тап төшөрә...

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға