«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Йондоҙ»ло футбол



31.08.2010 «Йондоҙ»ло футбол

«Йондоҙ»ло футболйәки Фидан Ғафаров, Айҙар Ғәлимов, Рәсүл ҡарабулатов һәм башҡалар футбол уйнап күрһәтә
Бер көн ТВ-нан Рәсәй футболын ҡарап яттым да, булмаҫ быларҙан, тип үҙемдең командамды төҙөргә булып киттем. Фидан Ғафаровты футбол командаһының баш тренеры итеп ҡуйырға булдым.
Күҙ алдына килтерәһегеҙме, Фидан ағайым тегеләй-былай йүгергеләп, ҡалын тауышы менән, теге тренер Газзаев кеүек, юҡ, юҡ, футболсыларға түгел, судьяларға берҙе һүгенеп ебәр­һә... Шәпме?! Ә бына Хәниә Фәрхиҙе аҡ халатта, фонендоскоп тотҡан килеш, йәғни табип итеп күрергә мөмкин бит. Мин уны команданың баш табибы итеп ҡуям, яғымлы ҡарашы, наҙлы тауышы менән һәр кемде аяҡҡа баҫтыра ала ул. Шулай бит? Тағы ла яратҡан йырсыларыбыҙ Ғәзим Ильясов, Фәдис Ғәниев, Радик Динәхмәтов, Рәсүл ҡарабулатов, Азамат Ғафаров, Илмир Ғәзизуллин, Руслан Зөлҡәрнәев, әйҙә, майҙанда туп типһен, сәхнәләге кәүҙә тотоштарына, залға һикереп кенә төшөп китеүҙәренә ҡараһаң, ысын спортсыларҙан кәм түгел бит, әйҙә, бер туп артынан барыһы маз булып йүгерһен әле. Сәғиҙулланың ҡулдары эй оҙон, унан арыу ғына ҡапҡасы сығыуы бик мөмкин. Запасҡа йәшерәк йырсыларҙы алабыҙ, ағайҙары арып китһә, алмаштыра һалырҙар. Команда булды. Уларҙың капитаны итеп Айҙар Ғәлимовты ҡуйғанда, бөтөнләй шәп булыр ине. Әлбиттә, уны ҡуйырға кәрәк, халыҡ ярата үҙен, арбаусы көсө лә бар. Бына, исмаһам, команда! Был уйынсылар менән Африкала ғына түгел, Өфөнөң «Динамо» стадионында уйнаһаң да була.
Хыяллан әйҙә, хыяллан, тип көлмәйерәк тороғоҙ әле. Ныҡ теләһәң, һәр теләк тормошҡа аша, тиҙәр бит. Минең уйҙы, хыялды «Туған тел» телеканалы, «Моң» студияһы һәм «Динамо» стадионы, әйтерһең, белеп кенә торған инде – минең һымаҡ оҙаҡ уйлап тормағандар, тотҡандар ҙа «Йондоҙло футбол» тигән проект уйлап тапҡандар. Хыялымда йыйған команданы улар ысынлап төҙөп, беҙгә, йәғни журналистарға, ҡаршы уйнатып ҡарамаҡсы икән. «Туған тел» телеканалы, «Башҡортостан» ДТРК-һы, «Роксана» радиоһы, «Йәшлек», «Өмет», «Аҙна», «КП» гәзиттәре һәм башҡа баҫма хеҙмәткәрҙәре һөйләштек тә, әҙерәк теҙ быуындары ҡалтыраһа ла, әртистәргә ысын «бой» күрһәтергә булдыҡ.
ҡыҫҡаһы, 16 сентябрҙә «Динамо» стадионына килегеҙ. Футболдан башҡа, бик ҙур ғына концерт та була икән. Йырсылар уйындан һуң еңеүҙәрен (әллә еңелеүҙәрен) шулай моңло йырҙары, юмор, бейеүҙәре менән билдәләмәксе. Шәп тамаша булмаҡсы!

«Журналистар» командаһы намыҫын яҡларға әҙерләнеүсе Мөнир ҡУНАФИН.

Ссылка на фотогалерею Звездного футбола







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға