«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



29.01.2011 Был аҙнала беҙҙе...

Хәүефләндерҙе...
Мәскәүҙә булған һуңғы теракттарҙың барыһы ла транспорт системаһы менән бәйле.
2009 йылдың 27 ноябрендә «Нева экспресс»ы шартланы, 2010 йылдың 29 мартында метрола ике шартлау һәм әле килеп «Домодедово» аэропортында теракт. Экс­пресс шартлағанда 28 кеше һәләк булғайны, метрола 38 кешенең ғүмере өҙөлдө, 35 кеше Домодедоволағы фажиғә ҡорбаны булды.
Мәскәү мэрияһының халыҡты социаль яҡлау департаменты «Домодедово» аэропортындағы теракт һөҙөмтәһендә һәләк булыусыларҙың һәм зыян күреүселәрҙең ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтә башланы. Баш ҡала мэрының ҡарарына ярашлы, һәләк булыусыларҙың ғаиләһенә – 2 млн һум, урта кимәлдәге һәм ауыр яралыларға – 1,5 млн һум, ә еңелсә тән йәрәхәттәре алғандарға 1 млн һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнәсәк.

Иҫкә төшөрҙө...
27 ғинуарҙа Санкт-Петербург халҡы ҡаланың фашистар блокадаһынан азат ителеү көнөн билдәләне.
Ленинград оборонаһы һәм блокадаһы дәүләт мемориаль музейында ҡамауҙа булыусыларҙың осрашыуы үтте, ветерандар өсөн төрлө байрам кисәләре һәм концерттар ойошторолдо, ҡала халҡы һәм яугирҙар ҡаланы һаҡлап һәләк булған батырҙар­ҙы хөрмәтләп иҫкә алды.
67 йыл элек совет һалдаттары ике аҙналыҡ алыштан һуң 900 көн ҡамауҙа торған ҡаланы тулыһынса азат итә. Билдәле булыуынса, Ленинград блокадаһы 1941 йылдың 8 сентябрендә башлана һәм 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем дауам итә. Ошо ваҡыт арауығында ҡалала 150 мең снаряд шартлатыла, 15 мең бомба ташлана. 1941 – 1942 йылдың һыуыҡ ҡышында икмәк нормаһы һәр кешегә 125 грамм тәшкил итә. 900 көн һәм төн буйына ҡаланы геройҙарса һаҡлау кешелек тарихындағы сағыштырғыһыҙ ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора.

Уйландырҙы...
Өфөлә «Европа» сауҙа үҙәгендә янғын сығып, уның эҙемтәләре бөтөрөлөп тә өлгөрмәне, Санкт-Петербург ҡалаһында «О,Кей» гипермаркетының ҡыйығы емерелеп төштө.
ҡаланың «Озерки» метроһы янында урынлашҡан сауҙа үҙәгенең ҡыйығындағы ҡар ҡалынлығы тейешле норманан ике тапҡырға артып киткән. Норма буйынса ул 50 сантиметрҙан да артмаҫҡа тейеш булған. Һөҙөмтәлә сауҙа үҙәгенең ҡыйығы, ҡарҙың ауырлығын күтәрә алмай, емерелеп төшә. Фажиғәлә бер һатыусы һәләк була.


һағайтты...
Ярославль өлкәһе ОРВИ һәм киҙеү менән ауырыусылар һаны буйынса эпидемия сигенә еткән.
Төбәк буйынса дөйөм алғанда, ауырыу күрһәткесе норманан 5,8 процентҡа юғары. 3 – 6 йәшлек балалар араһында ул 3,3 процент­ҡа юғары, ә 7 – 14 йәшлек балалар араһында – 22,5 процентҡа.
Ауырыу күрһәткесенең норманан юғары булыуы өлкәнең 14 ҡалаһында һәм районында күҙәтелә. Ғинуарҙың өсөнсө аҙнаһында хәл айырыуса киҫкенләшә. Әлеге ваҡытта Ярославлдең үҙендә генә 3364 ОРВИ менән ауырыу осрағы теркәлгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға