«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » КҮК КҮКРӘМӘЙ...



25.01.2011 КҮК КҮКРӘМӘЙ...

Өфөләге «Европа» күңел асыу-сауҙа үҙәгендәге янғын тирәләй имеш-мимештәр күп
«ҡыҙыл әтәс» аямай
КҮК КҮКРӘМӘЙ...22 ғинуарҙа киске сәғәт 6 тирәһендә Өфөләге «Европа» сауҙа үҙәгендә янғын сыға һәм бер нисә минут эсендә ут бөтә бинаны ялмап ала. «ҡыҙыл әтәс» 2 сәғәт 34 минут буйы ҡотора. Һөҙөмтәлә ике кеше – баш ҡаланың 11-се класс уҡыусыһы Гүзәл Булатова һәм бинала ремонт эштәрен башҡарыусы 34 йәшлек Евгений Жемчугов һәләк була.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, янғын ваҡытында бинанан 300 кеше эвакуацияланған, дауаханаға оҙатыл­ған 13 кешенең бишәүһенә тәүге медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң, өйҙәренә ҡайтарылған, ҡалғандары әле дауаханала. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, зыян күреүселәрҙең береһе ауыр хәлдә: 27 йәшлек Руслан Ғүмәровтың тәне ныҡ янған, шулай уҡ төтөндән ағыуланған. Дауаханаға ул шок хәлендә килтерелгән. Күптәрҙең аяҡ-ҡулдарына, умыртҡа һөйәгенә зыян килгән.
Янғын сығыу сәбәбенең тағы ла бер версияһы ҡарала. «Европа»ға даими йөрөүселәрҙең береһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, үткән йомала «Greenterracce» рестораны асыл­ған: эксклюзив кухня, ябыҡ кисәләр үҙенә хәлле ҡала кешеләрен йәлеп итергә тейеш була. Әйткәндәй, ресторан йомала рәсми асылырға тейеш булһа ла, ул Яңы йылдан эшләй башлаған. Ул сағында ресторанға ҡаланың барлыҡ элитаһы йыйылған булған. Имеш-мимештәр буйынса, үҙәктең хужаһы Бейбутовтың бизнесы конкуренттарында көнсөллөк уты тоҡандырған, фажиғә – уларҙың эше. Сөнки бында тағы ла яңы төнгө «Concertclub» клубын асырға әҙерләнгәндәр.
– Ул Өфөләге иң матур һәм ҡиммәтле клубтарҙың береһе булыр ине, – ти ул. – Ярты йылдан ашыу 50 кешенән торған шоу-балеттың репетициялары барҙы, һәр бейеүсенең прическаһы һәм имиджы өҫтөндә ҡаланың танылған стилис­тары эшләне.

Эш үткәс, йоҙроҡ төйнәйҙәрме ни?

Әле янғын сығыу сәбәптәре БР буйынса Эске эштәр министрлығы, РФ Тәфтишселәр комитетының БР буйынса Тәфтиш идаралығы, республика МЧС-ы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тикшерелә. Эске эштәр министрлығының яҡынса мәғлүмәттәренә ҡарағанда, янғын газ шартлау һөҙөмтәһендә сыға. Бинаның өсөнсө ҡатында төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарған саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре боҙолған: иҙәнгә түшәлгән бетонды газда эшләүсе йылытыусы пушка ярҙамында киптергәндә баллондан сыҡҡан газ шартлаған. Һәм хәүеф­һеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоусы үҙе лә һәләк булған.
Тикшереү барышында тәфтишселәр милек хужаларынан һәм идара итеүсе компания вәкилдәренән һорау алған.
– Был фажиғә тағы ла бер тапҡыр күңел асыу үҙәктәрен тикшереү кәрәклеген иҫкәртә, – тигән һығымта яһаны республика буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин.
Республиканың баш янғын инспекторы Марат Латипов «Европа» хужаларын 2007 йылда уҡ уларҙың бинаһының янғын хәүеф­һеҙлеге талаптарына тап килмәүе тураһында иҫкәртеүҙәре тураһында хәбәр итә. 2007 йылғы тикшереү ваҡытында 29 ҡағиҙә боҙоу асыҡланып, хужалар административ яуапҡа тарттырылған. Тик суд уларға 10 мең һум ғына штраф һалыу тураһында ҡарар сығарған. Сираттағы тикшереү өс йылдан һуң үткәрелә – ул 2 февралдә тамамланырға тейеш булған. Тикшереү барышында һаман да шул уҡ етеш­һеҙлектәр асыҡланған...
Эйе, янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлмәүенә ҡарамаҫтан, «Европа» үҙ эшен дауам иткән. Уның етенсе кимәлендәге «Мажор» караоке-барына йөрөүселәр һөйләүенсә лә, үҙәктә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең боҙолоуы ябай күҙгә лә күренеп торған, тик... Беҙҙә бит ошондай фажиғәнән һуң ғына бөтә хеҙмәттәр ҙә йүгерекләй башлай. Әйткәндәй, былтыр ноябрҙә нәҡ «Европа»ла сауҙа комплекстарында янғын һүндереү күнекмәләрен нығытыу өсөн «өйрәнсек» янғын «сығарғандар». Ул саҡта «йылытыу приборҙарының төҙөк булмауы» арҡаһында сыҡҡан «янғын» тиҙ һүндерелгән, кешеләр ашығыс эвакуацияланған. Тик «Европа» ысын янғын һынауын үтә алмаған...
Өс минутлыҡ йәшәү менән үлем араһы

Евгений Жемчуговтың ҡатыны иренең йәшәү менән үлем араһында тик өс минут ҡына тороуы тураһында һөйләй:
– Ғәҙәттәгесә, иремде эшкә оҙаттым да, төшкө аш әҙерләй башланым – мин уға йылы ашты гел үҙем алып бара торғайным. Был көндө лә туғыҙ айлыҡ ҡына ҡыҙым менән «Европа» янына килеп туҡтаным. Баламды машинала ҡалдырҙым да, ирем янына икенсе ҡатҡа ашыҡтым. ҡайтыр юлға ирем мине ишеккә тиклем оҙатып ҡалды. Бала машинала ҡалғас, бик ашыҡҡайным шул. Шунда, ишек төбөндә, өс кенә минут­ҡа туҡталған булһам, мин уны һаҡлап алып ҡалған булыр инем. Ул беҙгә ҡул болғап тороп ҡалғайны. Барыһы ла төшөмдә кеүек кенә булды. Шартлау тауышы яңғыраны һәм... өсөнсө ҡаттағы колонналар араһындағы быяла һәм бетон ишелеп төштө. ҡурҡышымдан атай-әсәйемдең телефон номерын йыя башланым. Женям, бәлки, эш урынына барып етмәгәндер, тигән уй китмәне баштан. Тик шул саҡ икенсе ҡатта ла шартлау яңғыраны. Янғын машиналары килеп туҡтаны. «Унда, эстә, минең ирем! ҡотҡарығыҙ уны!» – тип, янғын һүндереүселәрҙең береһенә ташландым. Улар мине ҡыҙым менән ситкә алып сыҡты, ә машинам сауҙа үҙәгенең парковкаһында ҡалды... Женя көслө ихтыярлы кеше ине. «ҡыҙыу нөктә»ләрҙе – Чечня менән Дағстанды үткән кеше. Аяғындағы яраһы уға йәшәргә бер ҙә ҡамасау булманы. Ныҡ яуап­лы ине. Моғайын, газ баллондарын ситкә ташый башлаған булһа, өлгөрмәй ҡалғандыр. Ике бала менән тороп ҡалдым, артабан, белмәйем, нисек йәшәрмен. Черниковкала бер бүлмәле фатирҙа йәшәй инек – бөгөн хужабикә түләү артынан киләсәк, ә минең ҡулымда бер тин дә юҡ. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кеше булараҡ, Женя фатир алыуға сиратҡа торор өсөн йыл буйы төрлө тупһаларҙы тапаны. Тик уға бер ерҙә лә ыңғай яуап бирмәгәндәр. 4800 һум балалар пособиеһына нисек йәшәмәк кәрәк?
Фажиғәнең икенсе ҡорбаны Гүзәл Булатова янғын ваҡытында солярийҙа булған. Музыка яңғырап торғанлыҡтан, күрәһең, ул шартлау тауышын ишетмәгән.
Гүзәлде әсәһе яңғыҙы тәрбиәләгән. ҡыҙ тик «бишле»гә генә уҡыған. Мәктәпте тамамлағандан һуң вузға уҡырға инергә уйлаған. Буш ваҡыттарында бейеү менән шөғөлләнгән.
23 ғинуарҙа кисен «Европа»ның һөлдәһе генә һерәйеп ултырған ергә ҡыҙҙың класташтары йыйыл­ған. Бөтәһе лә Гүзәл һәләк булған урынға ҡәнәфер сәскәһе тотоп килгән.

Һуңғы һүҙ урынына...

Фажиғәнән һуң ҡалалағы бөтә күңел асыу-сауҙа нөктәләре тикшереләсәк. Бының өсөн республикабыҙҙа Хөкүмәт комиссияһы төҙөлөп, унда Өфөнөң һәм Баш­ҡортостандың бөтә ҙур үҙәктәре хужалары саҡырылды. Унда сауҙа комплекстарының янғын хәүеф­һеҙлеге тураһында һүҙ барҙы. Ошо көндәрҙә уларҙың барыһы ла ҡайтанан тикшереләсәк, биналар­ҙың янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау өсөн аҡсаның етерлек бүленеү-бүленмәүе асыҡланасаҡ.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, һәләк булғандарҙың ғаиләләренә – 100 мең, зыян күреүселәргә 50 мең һум компенсация түләнәсәк.
Әле «Европа» ҡарағыһыҙ хәлдә: бинанан һерәйеп торған бағаналар ғына тороп ҡалған. Бер нисә йыл элек бина сайттарҙың береһендә һатыуға ҡуйылған һәм уның хаҡы 650 миллион һумға баһаланған булған.

Й. БАЙЫШЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға