«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Балам – бауыр ярам?..»



25.01.2011 «Балам – бауыр ярам?..»

«Балам – бауыр ярам?..»Уҙған аҙнала Сибай ҡалаһында Башҡортостан Республикаһында балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова эш сәфәре менән булды.
Сәфәренең башында Лилиә Салауат ҡыҙы Сибай ҡалаһында ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кризис үҙәген асыуҙа ҡатнашты. «Өмөт» тип аталған үҙәк ҡаланың халыҡты социаль яҡлау комплекслы үҙәгендәге бер бүлмәне алып тора һәм өс ҡатын-ҡыҙға ваҡытлыса торлаҡ булыуға иҫәпләнгән.
Лилиә Салауат ҡыҙы бындай үҙәктең нимәгә кәрәклеген түбәндәгесә аңлатып үтте:
– Үкенескә күрә, йыш ҡына ҡатын ғаилә ығы-зығыһынан яфалана. Иренән туҡмалып йәшәһә лә, бер ҡайҙа сығып китә алмай: төн яҡынлашты, иртәгә баланы баҡсаға йә мәктәпкә оҙатырға кәрәк. Социаль ярҙам органдарына мөрәжәғәт итһә, балаһын приютҡа тапшырырға тәҡдим итәләр. Ошондай хәлгә ҡалыусыларға ярҙам йөҙөнән булдырыла ла инде «Өмөт» кеүек үҙәктәр: ҡатын-ҡыҙ балаһы менән бергә килеп урынлашып, милицияға ғариза яҙып, айырылышырға ниәтләһә, ЗАГС-ҡа мөрәжәғәт итеп, тыныс һәм хәүефһеҙ мөхиттә үҙенең эштәрен атҡарып сығырға мөмкинлек барлыҡҡа килә. Сибайҙа ғына түгел, киләсәктә бөтә ҡалаларҙа ла ошондай үҙәктәр булдырыласаҡ.
«Ышаныс» приютын, «Ирәндек» боҙ һарайын, «Теремок» балалар баҡсаһын, Сибай гимназия-интернатын ҡарап сыҡҡас, барыһы ла ҡала хакимиәтенең акттар залына йыйылды – бында «Балаларҙы ғаилә эсендә ҡыйырһытылыуҙан яҡлау» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо.
Ул көнүҙәк темаға – халҡыбыҙға ят булып та, көндән-көн нығыраҡ тарала башлаған бәлә – ғаилә эсендә балаларҙы ҡыйырһытыуға арналды. Был өлкәлә республика күңелһеҙ рекорд ҡуйған: былтыр 2386 бала үҙенең ата-әсәһенән зыян күреп, ят кешеләрҙән ярҙам эҙләргә мәжбүр булған. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы мөхәррире Йомабикә Ильясова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова, балалар һәм үҫмерҙәр бүлеге начальнигы Андрей Шитов һәм башҡалар үҙ сығыштарында был хәлде нисек үҙгәртергә кәрәклеге хаҡында фекер алышты.
«Балам – бауыр ярам?..»Ошолайтып, башҡа һыймаҫлыҡ ҡырағайлыҡты уртаға сығарып һалып хәл итеүгә барып еттек. Тотош Рәсәйҙә генә түгел, Башҡортостанда ла йә кемдәрҙер күмәкләп тәрбиәгә алған балаһын туҡмап үлтерә, йә атаһы, эсеп алйыған килеш, балаһын стенаға ҡуша һуғып йәнен ала… Ата-әсәләре эскелекте алға ҡуйып, балалары медицина ярҙамын күрмәй, аслы-туҡлы йәшәгән ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Ниндәй ауыр һуғыш йылдарында, аслыҡ-яланғаслыҡта ла халҡыбыҙ ғаиләлә генә түгел, тотош йәмғиәттә балаларҙы йылы һүҙ, мәрхәмәтлелек, ата-әсә һөйөүенән мәхрүм итмәгән. Матур тормош, эскелек, башҡа рухи ҡиммәттәр һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында бөгөн үҙ балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙән нисегерәк яҡларға, ҡайҙа ҡасырырға тигән мәсьәләне тикшерергә мәжбүрбеҙ.
Киң матбуғат саралары, йәмәғәт ойошмалары, мәғариф һәм халыҡты социаль яҡлау бүлектәре вәкилдәре ҡатнашлығында уҙған «түңәрәк өҫтәл»дән һуң, Башҡортостан Республикаһында балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова граждандарҙы ҡабул итте.
Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға