«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Шығайҙар битараф халыҡ түгел



15.01.2011 Шығайҙар битараф халыҡ түгел

Шығайҙар битараф халыҡ түгелРеспублика гәзиттәренең бере­һендә былтыр йыл аҙағында сыҡҡан мәҡәләгә беҙ, Шығай ауылы халҡы, бик ғәжәпләндек. Автор үҙенең мәҡәләһендә беҙҙе, эйе, Шығай ауылы халҡын, ҡоролоҡ йылында сыҡҡан урман янғындарына ҡарата битарафлыҡта ғәйепләгән.
Урмандағы янғын 5 июнь көнө Сермән ауылы биләмәһендә башланды. Был көн районда һабантуй байрамы ине. Бөтә кеше, шул иҫәптән район, шул уҡ урман хужалығы етәкселәре, эшселәре, ҡуртымсылар һабантуйҙан таралышҡанда урман көслө төтәп яна ине. Тик алда – ял көнө. Ут, урман бер кемгә лә кәрәк түгел һымаҡ күренде. Ә бит әгәр ҙә шул көндәрҙә үк Сермән, Аҙнағол ауылдары халҡы, түрәләре, был сетерекле хәлгә иғтибар итеп, бөтә ойошма­лар­ға, ауыл халҡына, телевидение, радио, киң мәғлүмәт сараларына мөрәжәғәт итһә, эргәнән ағып ятҡан Ағиҙел һыуын һибеп, янғынды туҡтатырға мөмкин ине бит. Төҙөлөш өсөн ағас ала алмайынса интеккән, урман һатылғанын белгән халыҡ, утты ҡуртымсы сығарған, үҙе һүндерһен, тип, ә түрәләрҙең инде халыҡ араһында абруйы бик ныҡ төшөүе сәбәпле, халыҡҡа һүҙҙәре үтмәгәс, янғын йәйелеп, көслө тиҙлек менән юлындағы бар тереклек, йән эйәләрен ялмап, йотоп, алға ынтылды.
Көндәр эҫе тора. Ут көсәйә. Тиҙлеге, ҙурлығы оло юлдан бөтә республикаға күренә кеүек. Бөгөн-иртәгә ҙур ярҙам, техника булыр кеүек ине лә бит, тик, беҙ шулай уйлаһаҡ та, ҡыбырлаусы булманы...
Сермән ауылынан алты саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Новобельск ауылының ҡаршыһында тау көслө яна. Һәм ауыл кешеләрендә тағы шул уҡ битарафлыҡ: йәнәһе, беҙгә оло юл аша сыҡмай, беҙ Ағиҙел буйында ултырабыҙ. Бер кеше лә янғын һөҙөмтәләре тураһында уйламаны, уйланырға теләмәне. Сәбәбе – ауыл кешеһе барыбер ағас ала алмай, урман «московский». Сермән халҡын йылға ҡотҡара, Новобельск халҡын – оло юл. Был ауылдарҙың арҡа ныҡҡа терәлгән, таяныс бар.
Ниһайәт, ут көслө ел менән Шығай ауылындағы бейек тау башына килеп етте. Беҙҙе нисек кенә битараф тип әйтмәһендәр, ағас ала алмайбыҙ, төҙөлөш юҡ, тип торманыҡ, ауылдың юғары осонда йәшәүселәр – ирҙәр, ҡатындар, балалар – барыбыҙ ҙа ауылдағы колонкаларҙан кемдең нисек ҡулынан килде, шул рәүешле һыу алып, бейек тау башына йүгерешеп мендек. Һәм янғын менән ысын алыш башланды: кем, көрәк, тәпке менән тау-таш аҡтарып, ер ҡаҙҙы, кем һыу ташыны, хатта 8 – 14 йәшлек балалар ҡот осҡос төтөн, еҫ аҫтында простыня, мәктәп сумкалары менән һыу килтерҙе. Шул уҡ ваҡытта олоһо ла, кесеһе лә милицияға, хакимиәткә, МЧС хеҙмәтенә шылтырата башланыҡ. Ил төкөрһә – күл була, тигәндәй, юғары ос халҡына ауылдың түбәнге яғынан да кешеләр ярҙамға ашыҡты. Һәм беҙ үҙебеҙҙең көс, инициатива менән бер ниндәй техника менә алмаған тау башында уттың юлын быуа башланыҡ.
Иң аяныслыһы – беҙҙең менән бер рәттән балалар, йөклө ҡатын-ҡыҙ ҡурҡыныс төтөн, сәсәткес әсе еҫ аҫтында ут менән көрәште. Беренсе көндә ауыл хакимиәтенән бер кеше лә килеп күренмәне. Ә бит Шығай ауылы шундай төтөн эсендә ине, хатта урамда ятҡан кәзә-һарыҡтың морондарынан ҡан килде. Беҙҙең шығайҙар, бигерәк тә ауылдың үрге осо, утҡа ҡаршы ныҡ көрәште.
Ир-егеттәребеҙгә өсәр тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойоштороу­ҙары, фельдшер Филүзә Салауат ҡыҙы Миһрановаға тәүге ярҙам күрһәтеүе өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ мәктәп директоры Нәҙерғәли Аҙнағол улы Аҫылғужинға ҙур рәхмәт. Ул ауыл өсөн хатта ялтлап ремонт эшләтеп ҡуйылған интернат бинаһына тирә-яҡтан килгән йөҙләгән ҡотҡарыусыны индерҙе. Ашнаҡсы ҡыҙҙар уларға аш-һыу хәстәрләне.
Тамсы тама-тама, боҙ тишә, тигәндәй, ауыл кешеләренә ярҙам Белорет ҡалаһынан да килде, һәм ут яйлап сигенде. Ниһайәт, әллә шул тиклем ихласлығыбыҙ өсөн, әллә ауылымдың ололары салған ҡорбандар өсөн Хоҙай үҙе ярҙам бирҙе – күптән көтөлгән ямғыр яуҙы.
Әгәр ҙә беҙ, шығайҙар, Иҙел аша ултырһаҡ, утҡа ҡаршы көрәшкә сыҡмаһаҡ, бөтә ергә яу һала башламаһаҡ, был афәт Әбйәлил, Баймаҡ райондарын да ялмар ине, бәлки.
Ә гәзиттә донъя күргән мәҡәлә буйынса беҙ бик битараф халыҡ булып килеп сығабыҙ. Ауыл кешеләре менән аралашып, дөрөҫ мәғлүмәт алаһы урынға янғын һүндереүгә бер көн дә сыҡмаған кешенән мәғлүмәт алғандар. Бер кеше һүҙенә ҡарағанда күмәктеке дөрөҫөрәк булмаҫ инеме? Киреһенсә, беҙҙең тарафтан түгел, ә беҙҙең үҙебеҙгә ҡарата битарафлыҡ күрһәтелде түгелме һуң? Шундай көслө төтөн, һаҫыҡ еҫ аҫтында ауылымдың ауырыу, оло кешеләре, балалар, буласаҡ әсәләр һаулығына күпме зыян алды.
Мәскәү ҡалаһы яна башлағас, мәскәүҙәрҙең балалары беҙҙең республиканың ял йорттарына килтерелде. Беҙҙең балаларҙың, ут һүндереп, һаулығына зыян килде, тик уларҙы иҫкә алыусы ла булманы. Ә бит улар психик яҡтан да зыян күрҙе, ҡайһы бер балаларҙың төштәренә һаман янғын инә.
Һәм тағы ғәжәпкә ҡалдырғаны: янғын һүндерелеп, арыу ғына ваҡыт уҙғас, урман хужалығы ут һүндергән өсөн аҡса түләй башланы, ләкин исемлектә ҡатын-ҡыҙҙар юҡ ине. Һәм беҙ, ҡыҙыҡһынып, ни өсөн һәм ниндәй күләмдә түләүҙәр була, тигәс, урман хужалығы бухгалтерияһынан: «Беҙ белмәйбеҙ, ә ҡатын-ҡыҙҙар, балалар янғын һүндерергә тейеш түгел, МЧС ҡушмай», – тип яуап бирҙеләр.
Беҙ аҡса өсөн йөрөмәнек, ә ер-һыу, киләсәк быуын өсөн йөрөнөк. Әммә йәмғиәтебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар, балаларҙың «икенсе сорт»ҡа бүленә икәнен белмәнек. Ә бит йәмғиәттә бөтәһе лә бер тигеҙ кеүек...
Битарафлыҡҡа килгәндә, уға беҙҙе йәмғиәт, шул иҫәптән түрәләр үҙҙәре этәрә түгелме һуң? Ниндәй матур Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтен ҡоротоп, тирә-яҡтан ҡуртымсыларҙы индереп, хәҙер бит урмандарыбыҙ бөтөү өҫтөндә. Ауыл кешеһенә ағас юҡ. Шул уҡ беҙҙең Шығай ауылының элек-электән матур ауыл тигән даны сыҡҡан, ә ысынында иһә ауыл иҫке, унда меҫкен өйҙәр генә ҡалып бара. Йәштәр күп, ә һуңғы ун йыл эсендә яңы төҙөлгән өйҙәрҙе һанау өсөн уң ҡулдың биш бармағы ла етә. Һәм мин, йыл аҙағында индерелгән «ввод жилья» тигән отчеттарҙағы һандарҙы ҡайҙан алып ҡуялар икән, тип гел уйлайым. Тик осона сыға алмайым!
Әлеге көндәрҙә тағы бер мәсьә­лә – ер мәсьәләһе киҫкен тора. Ул да һатыла башлаһа, киләсәк быуын тағы бер нисә йылдан ер өсөн һуғыш башламаҫ, тип әйтеп булмай. Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫ, тигәндәр. Ябай халыҡтың, үҙебеҙҙең республикала йәшәгән халыҡтың, киләсәген уйлап, төплө фекер йөрөтөү зарур. Ә ни өсөн ер дәүләттеке булырға тейеш түгел һуң ул? Әлеге көндә беҙҙең кешеләр алған пайҙары өсөн һалымды урындағы бюджетҡа түләй, ә унан килем ала алмай. Беҙ ҡағыҙ килгән һайын аҡса түләйбеҙ, тик берәүгә лә дәғүә белдермәйбеҙ. Ә хөкүмәтебеҙ бар ресурстарҙан да һөҙөмтә бирҙерә алмаймы ни? Эшһеҙҙәргә пособие түләгәнсе, эш хаҡы түләп, ни өсөн шул уҡ колхоз-совхоздарҙы тергеҙеп, ерҙәрҙе эшкәртмәҫкә һуң? Ауыл кешеләре элекке колхоз-совхоздарҙы һағынып иҫкә ала...

Ғ. СӨНӘҒӘТОВА.
Белорет районы,
Шығай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға