«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Заманса мәғлүмәт саралары эште еңеләйтә



31.08.2010 Заманса мәғлүмәт саралары эште еңеләйтә

Рәсәй Федерацияһында һуңғы йылдарҙа күсемһеҙ милеккә, ергә дәүләт теркәүе эшенең әүҙемләштерелеүе был өлкәлә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең эшен, шул уҡ ваҡытта милек хужалары булып торған физик һәм юридик шәхестәрҙең эш-хәлен ҡатмарлаштырҙы: илдә лә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла йәшәгән һәр кеше – үҙенең йорт-еренә, юридик шәхестәр, производство биналарына һәм ер участкаларына дәүләт теркәүе документтарын юллап, уларға хужа булыуын раҫлаусы документтарҙы ҡулына алырға тейеш. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография идаралығына документтар юлларға һәм алырға килгән кешеләрҙән барлыҡҡа килгән һыу буйы сираттар, ошо хәлдән файҙаланып, документтарҙы тиҙерәк ҡулға төшөрөү өсөн документтар юллаусыларға ниндәй ҡатмарлыҡтар аша үтергә тура килеүе, һөҙөмтәлә ришүәтселеккә юл асылыуы тураһында телевидениенан бер нисә тапшырыу ҙа булғайны. Һәм бына бер йыл да үтмәне, ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү һәм халыҡты заманса хеҙмәтләндереү буйынса тәғәйен техник һәм ойоштороу саралары күрелеүе тураһында журналистарҙы идаралыҡтың Өфөләге СССР-ҙың 50 йыллыҡ урамындағы филиалында «Электрон сират» системаһын индереү» тигән темаға үткәрелгән кәңәшмәлә ентекләп таныштырҙылар. Алдан уҡ шуны билдәләп үтеү мөһим: яңы системаны индереү, ысынлап та, эште һәр яҡлап еңеләйткән.
Кәңәшмәлә идаралыҡ етәксеһе П. Галунов, етәксе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Фәхретдинова, БР буйынса «Ер кадастры палатаһы» ФДУ-һы директоры И. Шеляков, документтарҙы ҡабул итеү-биреү бүлеге начальнигы А. Ханова журналистарҙы электрон системаға бәйле яңылыҡтар менән таныштырҙы.
Республиканың баш дәүләт теркәүсеһе Петр Галунов идаралыҡ тарафынан күсем­һеҙ милек өлкәһендә теркәү һәм алыш-биреш буйынса эш-ғәмәлдәрҙең һаны йылдан-йыл арта барыуын билдәләне. Мәҫәлән, былтыр был һан 797150 тәшкил итһә, быйыл ете айҙа ғына 441212 хоҡуҡ, хоҡуҡтарҙы сикләүҙәр һәм башҡа ғәмәлдәр башҡарылған. Шулай уҡ Хоҡуҡтарҙы берҙәм дәүләт реестрынан мәғлүмәттәр һораусылар һаны артҡан. Былтыр 544335 мөрәжәғәт теркәлгән булһа, быйыл ете айҙа был һан 324732-гә барып еткән. Идаралыҡ тарафынан башҡарылған эш, күсемһеҙ милек хужаларының законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен яҡлау менән бер рәттән, төбәктәге күсемһеҙ милек баҙарының нормаль эшләүен, уның инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген дә тәьмин итә.
Бөгөн Дәүләт реестры хеҙмәткәрҙәре республикала күсемһеҙ милеккә кадастр иҫәбен, күсемһеҙ милеккә һәм уның буйынса алыш-бирешкә хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенең заманса системаһын бойомға ашырыуҙа Рәсәйҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Был юҫыҡта төп бурыс – дәүләт хеҙмәте менән бөтә кеше лә файҙалана алыу мөмкинлеген тыуҙырыу. Кешеләр төрлө инстанциялар һәм тупһалар тапауға ваҡытын сарыф итмәһен өсөн республикала Рәсәйҙә беренселәрҙән булып күсемһеҙ милеккә иҫәп алып барыусы, уларға хоҡуҡты һәм алыш-биреш итеү хоҡуғын дәүләт теркәүе структураларын бер ведомство итеп берләштереү тәүге аҙым булып иҫәпләнһә, ведомстволарҙың программаларын һәм мәғлүмәти системаларын берләштереү икенсе аҙымға әүерелә. Был процесс ҡатмарлы ғына булып сыға. Сөнки процестар­ҙы автоматлаштырыу кимәле, структуралар һәм информацион системаларҙағы мәғлүмәттәр ҙә бер-береһенән ныҡ айырылып торған. Берләштереүҙең һуңғы маҡсаты – күсемһеҙ милектең берҙәм федераль информацион системаһын (ЕФИСН) булдырыу. Был проект ил буйынса 2014 йылдың 1 ғинуарына тиклем тамамланырға тейеш.
Күсемһеҙ милек өлкәһендәге заманса иҫәп-теркәү хеҙмәтенең киләһе йүнәлеше – электрон төрҙә күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәренең һанын һәм сифатын арттырыу. Был бигерәк тә профессиональ хеҙмәте йәки башҡа шарттар буйынса Дәүләт реестрына йыш мөрәжәғәт итеүселәрҙең – һалым органдары, дәүләт һәм муниципаль органдар вәкилдәренең, риэлторҙарҙың һәм башҡаларҙың хәлен еңеләйтеү өсөн мөһим. Был йәһәттән байтаҡ эш башҡарылған. Әйтәйек, ведомство интернеты – Дәүләт реестрының дәүләт хеҙмәттәре порталы эшләй башлаған. Ул үҙ-ара электрон бәйләнеш ярҙамында күсемһеҙ милеккә дәүләт кадастрынан кәрәкле мәғлүмәт алыу форсатын бирә. Кәрәкле мәғлүмәттәрҙе интернет селтәре аша биреү буйынса сервисты тулы кимәлендә бойом­ға ашырыу һөҙөмтәһендә Дәүләт реестрындағы сираттар ике тапҡырҙан күберәккә кәмейәсәк.
Беҙҙең республикаға килгәндә, граждандар Дәүләт реестры идаралығы менән Башҡортостандың социаль карталар регистры инфоматы аша Башҡор­тостандың социаль карталары ярҙамында үҙ-ара бәйләнешкә инә ала.
Мөрәжәғәт итеүселәр өсөн иҫәп-теркәү хеҙмәттәре менән файҙаланыу мөмкинлеген һәм уңайлылыҡ булдырыу йәһәтенән Дәүләт реестрының интернет-сайтында «Онлайнда мөрәжәғәт итеүсе статусы» сервисы атҡарыла. Һәр кеше теләгән ваҡытта был Дәүләт реестры сайтында иҫәп-теркәү процедуралары буйынса үҙенең документтарының ниндәй этапты үтеүен күҙәтә ала.
Быйылдан башлап идаралыҡта мөрәжәғәт итеүселәр менән үҙ-ара бәйләнештең автоматлаштырылған системаһы, икенсе төрлө әйткәндә, электрон сират бойомға ашырыла. Рәсәй Федерацияһы субъекттарында 190 система комплектын булдырыу планлаштырыла.
Идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Регина Фәхретдинова үҙҙәренә мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡабул итеүҙе оптималләштереү буйынса эшмәкәрлектәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.
– Өфөләге беҙҙең идаралыҡ, ҡалалағы һәм райондарҙағы филиалдар аша 1,5 миллиондан ашыу граждан үтә, – тип башланы ул һүҙен. – Ул тиклем кешене хеҙмәтләндереүе еңел түгел. Өҫтәүенә, илебеҙҙә күсемһеҙ милеккә һәм уның менән алыш-биреш итеүгә хоҡуҡты теркәү яңыраҡ ҡына башҡарыла башлағанлыҡтан, граж­дандар­ҙың күбеһе, бигерәк тә өлкән йәштәгеләр кәрәкле документтарҙы йыйыуҙа, теркәү үтеүҙә ауырлыҡ кисерә. ҡайһы бер намыҫһыҙ граждандар уларҙың нәҡ ошо хәле менән файҙаланып ҡалырға тырыша ла инде – күпмелер хаҡҡа аралашсы ролен үтәй, сират һата. Уларҙың «хеҙ­мәттәре»нең хаҡы дәүләт пошлиналарына ҡарағанда әллә күпмегә артығыраҡ килеп сыға. Шунлыҡтан һуңғы йылда беҙҙең өлкәлә уҙғарылған реформалар һәм яңы технологияларҙы үҙләштереү буйынса бик ҙур эш башҡарылыуы юҡҡа түгел.
Эйе, ойоштороу эшендәге үҙгәрештәр үҙ һөҙөмтәһен бирә. Хәҙер идаралыҡтың бөтә подразделениеларында ла халыҡты ҡабул итеү пункттарында элекке кеүек сираттар, документтарҙы ҡабул итеү буйынса ҡатмарлыҡтар күҙәтелмәй. ҡабул итеү пункттарының һаны артҡан. Әлеге ваҡытта Өфөлә генә шундай алты пункт бар. Шулай уҡ граждандарҙың документтарын ҡабул итеү буйынса белгестәрҙең яңы эш графигы ҡаралған. Хәҙер белгестәр шәмбе көндәрендә лә график буйынса эшләй.
Документтарҙы ҡабул итеү бүлектәрендә сиратҡа алдан яҙылыу, күсемһеҙ мөлкәткә хоҡуҡҡа дәүләт теркәүе буйынса дәүләт функцияларын башҡарыу мәсьәләләре буйынса консультациялар ҡаралған. Идаралыҡтың ун бер подразделениеһында «берҙәм тәҙрә» принцибы атҡарыла – хоҡуҡты дәүләт теркәүенә лә, кадастр иҫәбенә лә ғаризаларҙы бер үк ваҡытта бирергә мөмкин. Был ике яҡ өсөн дә яҡшы.
Хәҙер хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе өсөн тейешле документтарҙы почта аша ла ебәрергә мөмкин. Тик ғариза һәм документтарҙың күсермәһе нотариус тарафынан раҫланырға тейеш. Уларҙы ебәргәндә ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәргә генә ҡала.
Заманса информацион технологиялар ҙа идаралыҡҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең ваҡытын, көсөн сарыф итеүҙән ҡотол­дорған: инфоматтар, түләмдәрҙе түләй торған терминалдар, веб-камералар, электрон сират системаһы – барыһы ла халыҡ өсөн. Әйтәйек, Өфө һәм Стәрлетамаҡтағы пункттарҙа веб-камералар ҡуйылған, улар онлайн режимында эшләй. Тиҙҙән Дәүләт реестрына мөрәжәғәт итергә теләүсе өйөндә ултырған килеш идаралыҡтың интернет-порталы аша үҙе һайлаған пунктта сират барлығы-юҡлығын белә, үҙенә ҡулай ваҡытты һайлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бөгөн бындай форсат Өфөләге 1-се һәм 2-се пункттарҙың залдарында булдырылған да инде.
Заманса информацион технологиялар Дәүләт реестрында июндән ҡулланыла. Һөҙөмтәләр күҙгә күренерлек.
БР буйынса «Ер кадастры палатаһы» ФДУ-һы директоры И. Шеляков Дәүләт реестрының интернет-порталы аша дәүләт хеҙмәттәренең нисегерәк күрһәтелеүен ғәмәлдә, йәғни компьютер мониторында ниндәйерәк операциялар ярҙамында ҡулланып була икәнлеген күрһәтте. Компьютер белгән кешегә был ауыр түгел – һәр биттә күрһәтмәләр һәм иҫкәрмәләр бар, кәрәкле файлдарға инеү юлдары ап-асыҡ ярылып ята. Тик шуныһы бар: интернет-порталдың мөмкинлектәре менән файҙаланыу өсөн иң тәүҙә халыҡты компьютер менән файҙаланырға өйрәтергә кәрәк.
Документтарҙы ҡабул итеү-биреү бүлеге начальнигы Алена Ханова журналис­тарҙы «Электрон сират» системаһы эше менән терминал янында ғәмәлдә таныштырҙы.
Эйе, тормош бер урында тормай. Үҫә һәм киңәйә барған заманса информацион технологиялар әлегә ҡала ере өсөн генә иҫәпләнгән. Ул ауылдарға барып еткәнсе, халыҡты яңы технологиялар менән мөғәмәлә итергә өйрәткәнсе байтаҡ ваҡыт үтеп, байтаҡ һыу ағыр әле. Әммә, кем әйтмешләй, белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп. Барыһын да үҙләштерергә лә, рәхәтләнеп ҡулланырға ла мөмкин.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға