«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Был аҙнала беҙҙе...



15.01.2011 Был аҙнала беҙҙе...

Аптыратты...
Был аҙнала беҙҙе...Германияның Рейн йылғаһында 2,4 тонна көкөрт кислотаһы тейәгән танкер һыуға батҡан. Сант-Гоарсхаузен ҡалаһынан алыҫ түгел була был хәл. Людвигсхавен ҡалаһынан сыҡҡан танкер Бельгияның Антверпен ҡалаһына юл тотҡан була.
Полиция хәбәр итеүенсә, команданың ике ағзаһы хәбәрһеҙ юғалған. Суднолағы тағы ике кешене ҡотҡарыу­сылар ҡотҡарып өлгөргән. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, юғалған кешеләрҙе эҙ­ләү өсөн вертолеттар һәм йылы тойоусы махсус ҡорамалдар файҙаланыла. Авария һөҙөмтәһендә кислота һыуға түгелгәнме, юҡмы – әлегә билдәһеҙ. Ошо ваҡиғаға бәйле Рейн йылғаһында судноларҙың юлы ябылған.

Көйөндөрҙө...
1 ғинуарҙан 11-нә тиклем Рәсәйҙә ҡулланыу тауарҙарына хаҡтар 0,8 процентҡа артҡан. Был, уҙған йыл менән сағыштырғанда, 0,7 процентҡа күберәк. Йылдың тәүге айында инфляцияның юғары булыуын белгестәр декабрҙә бюджет сығымдарының күп булыуына һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтенә тарифтарҙың күтәрелеүенә бәйләй. Һуңғы аҙнала хаҡтар уртаса 0,3 процентҡа артҡан. Йыл башынан ҡарабойҙайға хаҡтар – 3,2 , тары менән шәкәргә 2,1 процентҡа күтәрелгән, ит, йомортҡа, һөт аҙыҡтары, көнбағыш майы менән араҡы яҡынса 0,8 –1,2 процентҡа ҡыйбатланған. Бензинға хаҡтар 0,7 процентҡа күтәрелгән. Картуфҡа хаҡтар – 7,5 процентҡа, кәбеҫтәгә – 4,8, һуғанға 4,1 процентҡа үҫкән. Электр энергияһы өсөн түләүҙәр – 5,6, һыуға 3,3 – 3,8 процентҡа күтәрелгән.
Йыл башында инфляцияның 0,8 процент кимәлдә булыуын иҫәпкә алғанда, йыл аҙағында был күрһәткестең 8,9 процентҡа етеүе күҙаллана.

Тетрәндерҙе...
Рио-де-Жанейрола ер ишелеү һөҙөмтәһендә 500-ҙән ашыу кеше һәләк булған.
Был – Бразилия тарихында иң ҙур фажиғә. Һәләкәттә дүрт ҡала зыян күргән. Әле фажиғә урынында эҙләү-ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Емереклектәрҙе таҙартыуҙа Граждандар оборонаһы отрядынан 800 боец, шулай уҡ Гаитиҙа ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ҡотҡарыусылар отряды ҡатнаша. Ер емерелеүҙән Ново-Фрибургу менән Терезополис ҡалалары айырыуса ҙур зыян күргән. Уның тәүгеһендә – 225, икенсеһендә 223 кеше үлгән. Күрше Петрополис ҡалаһында – 39 кеше, Сумидоурула 17 кеше фажиғә ҡорбаны булған.

һөйөндөрҙө...
«Аэрофлот» декабрҙә самолеттар тотҡарланыуҙан зыян күргән пассажирҙарға бушлай осоу тәҡдим итмәксе.
25 – 29 декабрҙә яуған боҙло ямғыр Мәскәү ҡалаһының «Шереметьево» һәм «Домодедово» аэропорттарында самолеттарҙың осошон тотҡарлай. Барлығы 350 рейс тотҡарлана, 200-ҙән ашыуы бөтөнләй туҡтатыла. «Аэрофлот – Рәсәй авиалиниялары» үҙенең пассажирҙарына йыл дауамында бушлай осоу өсөн сертификаттар тәҡдим итмәксе. «Ваҡыты һәм шарттары һуңыраҡ иғлан ителәсәк», – ти компания вәкиле.
Сертификаттың «Аэрофлот» пассажирҙарға вәғәҙә иткән аҡсалата компенсацияға бер ҡағылышы ла юҡ. Улар пассажирҙарға бер яҡ осҡа юлын тулыһынса ҡапларға вәғәҙә итә ине. Әммә хәҙер компанияла аҡсалата компенсацияны суд ҡарары буйынса түләмәкселәр һәм уның күләме көткән һәр сәғәт өсөн 25 һумға тиң булырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға