«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бер күтәрелгәс, ҡабат төшөрмө икән?



11.01.2011 Бер күтәрелгәс, ҡабат төшөрмө икән?

Бер күтәрелгәс, ҡабат төшөрмө икән?Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов социаль йүнәлешле тауарҙар һәм хеҙмәттәргә билдәләнгән хаҡтарҙы ныҡлы контролгә алырға ҡушты
Яңы йыл байрамы алдынан баш ҡаланың Затондағы күмәртәләп һатыу баҙарында картуфтың бер килограмы 32 һумға һатыла башланы. Әлбиттә, ошо сәбәпле магазиндарҙа, ябай баҙарҙарҙа 1 кг картуфтың хаҡы кәмендә 40 һум кимәлендә теркәлде. Әле лә «Социаль кәрзин» программаһында ҡатнашҡан супермаркеттар селтәрҙәрендә ваҡ ҡына картуфты ла 40 һумға һаталар. Башҡа йәшелсәләрҙең хаҡы ла һиҙелерлек күтәрелде. Мәҫәлән, сөгөлдөрҙөң хаҡы 40 һумға етте. Байрам алдынан эрерәк картуфтың хаҡы 55 – 60 һум тирәһе булды.
Яңы йыл алдынан баҙарҙарҙа иткә хаҡ артты. ҡағиҙә булараҡ, байрам алдынан хаҡтар арта ла, һуңынан бер аҙ төшә торғайны. Тик был юлы иттең хаҡы ҡышҡы каникулдан һуң да кәмемәне. Өфөнөң Үҙәк баҙарында һатыусылар әйтеүенсә, иткә хаҡтың артыуы ауыл халҡының итте алыпһатарҙарға ҡиммәтерәк хаҡҡа бирә башлауы менән бәйле. Хәҙер итте күмәртәләп алғанда ла килоһы өсөн кәмендә 200 һум һорай башлағандар. Тимәк, яҡын арала иттең хаҡы төшәсәк тип хыялланырға ла түгел, артыуын ғына көтөргә ҡала.
ҡарабойҙай ярмаһы ла аптыратыуын дауам итә. Хәҙер уның бер килоһы баҙарҙа 80 – 83 һум тора. ҡыҫҡаһы, ҡуян йылы килеү менән хаҡтар нигеҙле һәм нигеҙһеҙ рәүештә арта башланы. Әлбиттә, был хәл беҙҙе, һатып алыусыларҙы, битараф ҡалдыра алмай.
Башҡортостан Республикаһы Президенты БР Сауҙа һәм һатып алыусылар­ҙың хоҡуҡтарын яҡлау дәүләт комитеты менән республиканың Монополияға ҡаршы хеҙмәтенә социаль йүнәлешле тауарҙар һәм хеҙмәттәргә билдәләнгән хаҡтарҙы ныҡлы контролгә алырға ҡушты. Республика башлығы билдәләүенсә, ҡулланыусылар баҙарында хаҡтарҙың артыу сәбәптәре асыҡланасаҡ. Хаҡтарҙың нигеҙһеҙ рәүештә күтәрелеүенә булышлыҡ итеүселәр тейешле язаһын аласаҡ.
Ни тиһәң дә, картуфтың килограмын – 60, ҡарабойҙайҙыҡын 85 һумға һатып алырға һәр кемдең дә кеҫәһе ҡалын түгел.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 10 ғинуарға ҡарата Үҙәк баҙар миҫалында бер килограмм аҙыҡ-түлеккә бирелгән.
Хаҡтар – һумда
Һуған 32 – 50
Сөгөлдөр 40 – 50
Кишер 40 – 50
Картуф 40 – 60
Кәбеҫтә 40 – 45
Помидор 50 – 170
ҡыяр 100 – 110
Һыйыр ите 200 – 300
Һарыҡ ите 240 – 260
Тауыҡ ите 90 – 120
Мандарин 80 – 100
Тары ярмаһы 43 – 45
Дөгө ярмаһы 38 – 45
ҡарабойҙай ярмаһы 80 – 83
Макарон изделиелары 37 – 41
10 дана йомортҡа 35 – 60

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға