«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өфөләр... ҡуян һатып байыған икән



11.01.2011 Өфөләр... ҡуян һатып байыған икән

Яңы йыл каникулында Өфөнән туғандарыбыҙ ҡайтып төштө. ҡала ығы-зығыһынан ялҡҡан ике улын бер аҙнаға ҡалдырып китергә булдылар. Ярай, ҡалдырһындар, балаларҙан тарыҡҡан юҡ – улар беҙгә ирмәк кенә. Башланғыс клас­та ғына уҡып йөрөһәләр ҙә, үҙҙәре килеп тороп шуҡ, зирәк малайҙар. ҡулдарынан ноутбуктары, исмаһам, бер төшмәй – ҡаҙалып ятып ҡарайҙармы, уйнайҙармы шунда, шайтан ғына белһен инде.
Баш ҡала ҡунаҡтары малайҙары менән бергә тағы ла бер йән эйәһен – бәләкәй генә ҡуян балаһын беҙгә килтереп ҡалдыр­ҙы. Дуҫтары Яңы йылға бүләк иткән икән. Малайҙар уны уйынсыҡ урынына бер аҙ уйнатты ла аҙаҡ онотто. Мәшәҡәтең әҙ ине, бына һиңә тағы ла бер ыҙа, тигәндәй, ул бахырҙы хәҙер көнө-төнө мин ҡарайым. ҡалдыҡ-боҫтоҡ таҡталарҙан йәһәт кенә ситлек әтмәләнем дә, уны шунда ебәрҙем. Юғиһә ашаған-эскән ерендә эшен бөтөрөп тик йөрөй. Өҫтәүенә, бер көн иртән тороуыбыҙға телефоныбыҙҙың сымдарын яланғасландырып кимереп ҡуйған. Икенсе көнөнә, был мәхлүк ҡайҙа булды икән, тип эҙләһәм, залға сығып, стенама йәбештерелгән обойҙы кимереп, мөйтөлдәтеп сәйнәп ултырмаһынмы! Был астыр, ахыры, тип, йүгереп сығып, япраҡ ҡына бесән һайлап алып инеп һалдым. ҡап-ҡара күҙҙәрен емелдәтеп, мөртөлдәтеп кенә ашарға тотонмаһынмы, бахырың. ҡуян кишер ярата, тип, уныһын да йыуып бирҙем. Кәбеҫтәһен дә йүнләнем. Әҙләп кенә бойҙайын да һалдым алдына. Бик талымһыҙ булып сыҡты ҡуянҡай – береһенән дә баш тартмай, мөртөлдәтә генә. Әле бына китапханаға барып килдем: ҡуянды нисек тәрбиәләү тураһында китап эҙләп алдым. Малайҙар, ҡуян йылында ҡуян бәхет, уңыш килтерә, тигәс, тырышырға булдым. Шешҡолаҡты яҡшы итеп ҡарағас, ул да миңә яҡшылыҡ килтерергә тейештер бит. Бәлки, ҡуян бойорһа, байып та китермен әле!
Яңы йыл гәзитенең тәүге һанын алып уҡыным да, иҫем китте. Кешеләр, мин әйтәм, заман еленә яраҡлаша белә. Ана бит, Яңы йыл алдынан Өфө зоомагазиндарына төрлө ҡуяндар алып килеп тултыр­ғандар икән. Шуныһы ҡыҙыҡ, улар­ҙың береһен дә ҡалдырмай, һатып алып бөткәндәр. Ә йоҙроҡ ҡәҙәрле генә ҡуяндың хаҡы бер быҙау хаҡына етә яҙған. Үәт, әй, өфөләр барыбер хәлле икән: бер ҡуян балаһын 5 мең (!) һумға һатып алһын да, күршеһенә бүләк итһен инде! Ә беҙ, ауыл халҡы, ул 5 мең һумды ярты йыл буйы йәшәргә еткерергә тырышыр инек.
Бына шулай, Өфөлә йәшәгән туғаным ҡалдырған ҡуянды үрсетергә булдым әле. Ул да килем килтерә ләбаһа! Ун ике йылдан һуң тағы ла киләсәк ҡуян йылында мотлаҡ байыясаҡмын: 100 ҡуянды 5-әр мең һумға һатҡанда ла, ярты миллион һум аҡсам буласаҡ! Минән дә байыраҡ кеше булмаясаҡ, ҡуян бойорһа! Һеҙгә лә шул йүнселлекте тәҡдим итмәксемен, йәмәғәт! Мал аҫрап этләнгәнсе, ҡуян аҫрап байыйыҡ, исмаһам!

Рәшит ИҪӘНҒОЛОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға