«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Йәшлек» гәзитенең 2010 йылғы лауреаттары



11.01.2011 «Йәшлек» гәзитенең 2010 йылғы лауреаттары

Үтеп киткән 2010 йыл гәзитебеҙ өсөн иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Яңы Башҡортостаныбыҙ менән тиңдәш «Йәшлек»кә 20 йәш тулыуҙы дуҫтарыбыҙҙы йыйып, Конгресс-холда матур итеп билдәләнек.
Күпселек уҡыусыларыбыҙҙың ауылда йәшәүен, көрсөк эҙемтәләрен күҙ уңында тотоп, былтыр 1 июлдән баҫмабыҙҙың сығыу ваҡытын үҙгәртеп, йәғни кесе йома һанын шәмбенекенә ҡушып «ҡалынайтып», аҙнаһына ике тапҡыр сығара башланыҡ. Шулай уҡ шишәмбе һәм шәмбе һандарына айырым индекс буйынса яҙылыу ойошторҙоҡ. Был үҙгәрештәр гәзитебеҙҙең хаҡын кәметеү мөмкинлеге бирҙе.
«Йәшлек» гәзитенең 2010 йылғы лауреаттарыӘммә, нимә генә тимә, һәр баҫманың да идея-тематик йөкмәткеһен унда эшләүсе журналистар ғына түгел, шулай уҡ урынлы теләк-тәҡдимдәр, кәңәштәр биргән, көнүҙәк те­малар­ҙы күтәргән мәҡәләләр яҙыусы штаттан тыш әүҙем авторҙары ла билдәләй. Был тәңгәлдә шундай дуҫтарыбыҙҙың күплеге менән ғорурлана алабыҙ. Әммә иң әүҙем яҙышыусыларҙың да «иң-иң»дәре була. Ғәҙәт буйынса, уҙған йыл йомғаҡтарын барлап, мөхәрририәт ағзалары «Йәшлек» республика йәштәр гәзитенең 2010 йыл өсөн премияларын бер тауыштан түбәндәге иптәштәргә бирергә ҡарар итте.
«Айбағар» рубрикаһын уңышлы алып барғаны һәм Республика йылына арналған мәҡәләләре өсөн билдәле публицист Марсель ҡотлоғәлләмов;
«Йәшлек» гәзитенең 2010 йылғы лауреаттарыкөнүҙәк темаларға яҙған мәҡәләләре өсөн Белорет районының «Урал» гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Мусина;
«Йәшлек» гәзитенең 2010 йылғы лауреаттары«Журналист һөнәрен алмаштыра» рубрикаһы аҫтында баҫылған һәм көнүҙәк темаларға арналған мәҡәләләре өсөн «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Лилиә Сираева, шулай итеп, беҙҙең лауреаттар тип иғлан ителә.
ҡәләмдәштәребеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ғаилә бәхете, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға