«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Яңы йылдан – яңы закон буйынса



11.01.2011 Яңы йылдан – яңы закон буйынса

Яңы йылдан – яңы закон буйынсаРФ Дәүләт Думаһының пленар ултырышында «Рәсәй Федерацияһында мот­лаҡ медицина страховкаһы тура­һында» федераль закон проекты өсөн­сө уҡыуҙа ҡабул ителде.
Закон проектының социаль әһәмиәте иҫ киткес ҙур. Сөнки ул илдәге һәр ғаиләгә, страховкаланған һәр пациент­ҡа, түләүһеҙ медицина ярҙамынан файҙаланыуға хоҡуҡтарҙы нығытыуға ҡағыла. Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы модернизациялауға ҡыйыу йүнәлеш алмаҡсы. Ошо тәңгәлдәге яңылыҡтар һәм етди үҙгәрештәр тураһында уҡыусыларыбыҙҙы тәрәнерәк таныштырыу маҡсатында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға мөрәжәғәт иттек.
– Һәр бер страховкаланған граждандың ҡулында түләүһеҙ медицина хеҙмәтенә хоҡуҡ биреүсе полис бар. Пациенттар уның тәғәйенләнешен тулыһынса аңлаһа ла, өҫтөнлөгөн ғәмәлдә татый алманы. Яңы закон проекты ниндәй мөһим положениелар индерелеүе менән әһәмиәтле тип иҫәпләйһегеҙ?
– Закон проектын күптәрҙең «революцион документ» тип баһалауы менән мин дә килешәм. Ул мотлаҡ медицина страховкаһы системаһын модернизациялауға йүнәлтелгән булыуы менән отошло. Ул системала ҡатнашыусыларҙың берҙәм хоҡуҡи ерлектә эшләүенә мөмкинлек аса, һәр кемдең вәкәләттәре асыҡ билдәләнгән булыуы менән уңайлы. Яңы закон проекты системаның финанс тотороҡлоғон күтәреүгә, түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт йөкләмәләре һәм уларҙы финанс менән тәьмин итеү мөнәсәбәттәрен көйләүгә булышлыҡ итергә тейеш. 2012 йылдан федераль фондта финанс средстволарын үҙәкләштереү ҡарала. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, эшләмәүсе халыҡты мотлаҡ медицина страховкалауына страховка иғәнәһенең иң минималь тариф күләме Федераль закон тарафынан билдәләнәсәк. Тимәк, ул субъекттар­ҙы социаль яҡтан аҙ яҡланған категориялар – пенсионерҙар, балалар, эшһеҙҙәр өсөн страховка иғәнәләрен түләү буйынса бурыстарҙы тулы күләмдә түләргә мәжбүр итәсәк. Дәғүәселекте үҫтереүгә һәм медицина хеҙмәттәрен яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар билдәләнеүе лә – закондың ыңғай һыҙаттарының береһе. Хәҙер бөтә медицина ойошмалары ла, милек формаларының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, мотлаҡ медицина страховкаһы системаһында ҡатнаша ала. ММС-тың федераль фонды бюджетынан модернизациялау буйынса төбәк программаларын финанслау ҙа әһәмиәткә эйә. Был үҙ сиратында дауалау-иҫкәртеү учреждениеларын ремонтлау, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу мәсьәләһен хәл итәсәк. Һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау буйынса төбәк программалары билдәләнгән эштәрҙең, сараларҙың хаҡы нигеҙле-нигеҙһеҙ булыуы өсөн яуаплылыҡ субъекттар­ҙың башҡарма власть органдары иңенә ята.
– Яңы закон проектының файҙалы, отошло яҡтары тураһында күберәк белге килә. Мәҫәлән, аныҡ ауырыу, пациент өсөн уның тәьҫирле яғы ниҙә, берҙәм полис нисек эшләйәсәк? Ошо хаҡта ла аңлатып китһәгеҙ ине, Сәлиә Шәрифйәновна.
– Һәр кем страховкалаусы ойошманы, медицина ойошмаһын, табипты үҙ аллы һайлау хоҡуғына эйә буласаҡ. Бының өсөн ул үҙе һайлаған страховкалаусы медицина ойошмаһына ғариза менән мөрәжәғәт итә һәм ҡулына мотлаҡ медицина страховкаһы полисы ала. Табипты һайлау өсөн медицина учреждениеһы етәксеһе исеменә ғариза яҙырға кәрәк. Бөтә төбәктәрҙә лә полистар бер төрлө буласаҡ, страховкалаусы медицина ойошмаһын йәки йәшәү урынын үҙгәрткәндә лә полисты алмаштырыу талап ителмәй. Страховкаланған кеше түләүһеҙ медицина ярҙамын Рәсәйҙең теләгән бер мөйөшөндә алырға хоҡуҡлы. Әлегә тиклем был тәңгәлдәге буталсыҡтар, пациент менән медицина учреждениеһы араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар бөтөрөлөр, тип уйлайым. Ғинуарҙан ММС-ҡа страховка иғәнәләре тарифтары 3,1 проценттан 5,1 процентҡа тиклем күтәрелә. Тәү ҡарамаҡҡа бик аҙ тойолған 2 процент ММС системаһына алдағы ике йылда 460 миллиард һум аҡса килтерәсәк. Был өҫтәмә аҡса һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау буйынса төбәк программаларын үтәүгә тотоноласаҡ.
Бөгөн пациенттарҙың башын «ауырттырған» мәсьәләләр етерлек: ММС-тың территориаль фондтары араһында үҙ-ара иҫәпләшеү системаһы һөҙөмтәле эшләмәй, кеше бер урында теркәлеп, икенсе урында дауаланһа, төрлө проблемалар тыуа. Шуға күрә электрон полис системаһын һәм берҙәм шәхси иҫәп индереү гражданға түләүһеҙ медицина ярҙамынан файҙаланыу хоҡуғын киңәйтә. Был – медицина ярҙамы менән тәьмин итеүҙә етди аҙым.
– Бушлай дауаланырға тейешле сирҙәр исемлеге үҙгәреш кисерерме?
– Закон проектында «мотлаҡ медицина страховкаһының база программаһы» һәм «территориаль программаһы» тигән ике төшөнсәгә асыҡлыҡ индерелгән. Тәүгеһе пациент өсөн түләүһеҙ медицина ярҙамының төрҙәрен билдәләй, уға тәүге медик-санитар ярҙам, иҫкәртеү, ашығыс медицина ярҙамы, махсус медицина ярҙамы инә. Исемлек 19 пункттан тора. Уны раҫлау барышында Рәсәй Хөкүмәте түләүһеҙ дауаланырға тейешле сирҙәр исемлеген «оҙайта» ала. Төбәктәр үҙ сиратында база программаһына өҫтәп яңы медицина хеҙмәттәрен индерергә хоҡуҡлы. Белеүегеҙсә, медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса стандарттар әҙерләнде. Был төшөнсә теге йәки был сирҙе дауалағанда тейешле медицина процедуралары, дарыуҙар, медицина изделиелары, ҡан препараттары һәм туҡланыу төрҙәрен үҙ эсенә ала. Граждандарҙың һаулығын һаҡлауға бындай стандарттар индереү үҙен аҡлаясаҡ, дауалау сифатын күпкә яҡшыртасаҡ тип көтөлә.
Уларҙың ил биләмәһендә мотлаҡ үтәлергә тейешлегенә талаптар арттырылыуы ла мөһим мәсьәлә.
– Яҡын йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тағы нимәләр үҙгәртеүгә, яңыртыуға мохтаж тип иҫәпләйһегеҙ?
– Рәсәй Федерацияһының 1993 йылда ҡабул ителгән граждандарҙың һаулығын һаҡлау тураһында закон нигеҙҙәрен яңыртыу бурысы тора. Граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында медицина хеҙмәткәрҙәренең профессиональ эшмәкәрлегенә ҡарата талаптарҙы көсәйтеү һәм сикләү, һауыҡтырып булмай торған, ҡаты сирҙәргә дусар ауырыуҙарға паллиатив ярҙам тураһында ла уйланаһы, хәл итәһе мәсьәләләр етерлек.
Мине, балалар табибы булараҡ, тағы ла бер мәсьәлә бик борсой. Төрлө ауыр сирҙәр үткәргән бала­лар­ҙы, шул иҫәптән инвалидтарҙы, хәүеф төркөмөндәгеләрҙе реабилитациялау мәсьәләһе әлегә ҡырҡыу тора. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән айырмалы рәүештә, республикала дауалағандан һуң ауырыуҙы тергеҙеү, һаулығын яҡшыртыу дауаханалары ла, поликлиникалары ла, үҙәге лә юҡ. Бары ҡала балалар поликлиникаһында ғына бындай медицина хеҙмәте булдырылған. Ә бит беҙҙә бына тигән шифахана-курорт учреждениелары селтәре ойошторолған. Кескәйҙәр өсөн 10 муниципаль һәм 9 ведомство шифаханаһы бар, ошо яҡшы базаны балаларҙың сәләмәтлеген ҡайтарыуҙа отошло файҙаланып булыр ине. Шифаханала дауаланыу һауыҡтырыуҙың бер этабына әүерелергә тейеш. Әгәр ҙә беҙ илдә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең яңы моделенә тиҙерәк күсергә йыйынабыҙ икән, шифахана-курорт дауаһы һәм медицина реабилитацияһының берҙәм системаһын булдырыу хаҡында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Минеңсә, республика балалар шифаханаларының береһендә ауырыуҙарҙың һаулығын тергеҙеү, нығытыу һәм реабилитациялау буйынса ғилми-практик үҙәк ойоштороу мәсьәләһен хәл итеү яҡшы һөҙөмтә бирер ине.

Д. АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға