«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Тормошто яратыу – үҙе ҙур һәләт



31.08.2010 Тормошто яратыу – үҙе ҙур һәләт

Бер кем дә был донъяға һәләтһеҙ тыумай, тиһәләр ҙә, һәләт – эске тауышты тойомлап, йәнеңә ятышлыһын, һәр көнөңдө биҙәп, үҙеңдең йәшәү рәүешенә һәм мәғәнәһенә әйләнгәнен һайлап ала белеү, минеңсә. Был йәһәттән мин һәләтлеләр исемлегенә иң тәүгеләрҙән мәҡәләмдең геройҙары Миңлегөл һәм Дауыт Кинйәбаевтарҙы индерер инем.

Күгәрсен яҡтарына тәү ҡат юлым төшкәндә шау-гөр килгән Өфөнән һуң төпкөл булып то­йолған Бикбулат ауылында тулы ҡанлы мәҙәни тормош ҡайнауын күҙ алдыма ла килтермәгәйнем. Апаруҡ оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, календарь битендәге һәр байрамға, һәр иҫтәлекле көнгә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс саралары менән ауыл халҡына рухи аҙыҡ өләшеүсе клуб мөдире Миңлегөл апайҙың тынғыһыҙлығы хайран итте. Бикбулат таланттары менән район мәҙәниәт һарайында З. Биишеваның хәтер кисәһендә бергә сығыш яһау бәхете лә тейҙе. Ләйлә Кинйәбай ҡыҙы Сафина башҡарыуында халыҡ йырҙары, Илшат Ғөбәевтың өҙҙөрөп гармун уйнауы моңһоҙҙарҙың да үҙәктәрен өҙҙө. З. Биишеваның «Көнһылыу» повесынан сәхнәләштерелгән өҙөк (төп ролдә – Миңлегөл Кинйәбаева үҙе) тамашасылар һөйөүен яуланы.
ҡасандыр биш балалы күмәк ғаиләгә килен булып төшкәс, һауынсы ла, лаборантка ла эштәрен атҡарған өс бала әсәһе, бәлки, шул ваҡытта үҙендә сәхнә «йондоҙ»ҙарына хас мөләйемлелек һәм ойоштороусы һәләте булыуын белмәгәндер ҙә. Бикбулат клубы, башҡа ауылдарҙағы һымаҡ, хан һарайҙарын хәтерләтмәһә лә, Миңлегөл Кинйәбаева намыҫлы хеҙмәте менән уны ҙур мәҙәниәт усағына әйләндерҙе. Йыл һайын үткән «Йәгеҙ әле, егеттәр!», «Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!», Әсәйҙәр, Ғаилә байрамдарында ауылдың йәше-ҡарты теләп ҡатнашты. Заһир Байыҡ, Гөлсөм Бикбулатова, Сәғиҙулла Байегет, Роберт Юлдашев, үҙебеҙҙең Нәғим Нуриманов һымаҡ сағыу «йондоҙ»ҙар бәләкәй генә ауыл сәхнәһендә ҙур концерттары менән халыҡты һөйөндөрҙө. Күп сараларҙы хәҙер клуб хеҙмәткәрҙәре балалар һәм уҡытыусылар ярҙамында еңел атҡарып сыҡһа, Миңлегөл апай йәштәрҙе, ауылдың ябай кешеләрен, инәйҙәрен сәхнәгә сығарҙы, үҙе лә мәҙәни эштәрҙең үҙәгендә ҡайнаны. Ауылдың йыр-моңға ғашиҡ инәйҙәре Менәүәрә Нуриманова, Зөһрә Иҫәнгилдина, Ләлә Сафина (хәҙер мәрхүмәләр инде), Ләйлә Сафина – район мәҙәниәт йортоноң фольклор төркөмө менән Башҡортостан көндәре аҙналығында Мәскәүҙә, бер нисә тапҡыр Өфөлә, Силәбе, Йылайыр һәм башҡа төбәктәрҙә сығыш яһап, Күгәрсен районының данын яҡлаған кешеләр. Таңһылыу Ғөбәева, Нәфисә Солтанморатова, Әлфиә ҡалҡаманова, Рәзифә Сафина, Мәймүнә Иҫәнгил­диналарҙың ҡабатланмаҫ моңон күптәр хәтерләйҙер. Башҡорт халҡының күркәм һыҙаттарын, йолаларын, быуындар бәйләнешен сағылдырған «Кәкүк сәйе», «ҡарға бутҡаһы», ҡаҙ өмәләре байрамдарын, халыҡ йырҙарын сәхнәләштереү, Шәжәрә байрамы, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», Урал ауыл советы биләмәһендәге Имәнйорт, Шығырыш ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышына китеп кире ҡайтмағандарҙы иҫкә алыу кисәләре кеүек милли колорит һәм тәрән мәғәнә һалынған мәҙәни-тәрбиәүи саралар ауыл халҡы күңелендә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, Миңлегөл Кинйә­баеваның хеҙмәте лайыҡлы баһаланды – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде, бөгөн ул – мәҙәниәт хеҙмәте ветераны.
Йәмәғәтенең донъяға ҡарашын, йәшәү ҡанундарын уртаҡлашып, рухи камиллашыу ниәте менән дин юлына баҫҡан Дауыт Мәхийән улын Күгәрсен районында белмәгән кеше юҡ. Заманында ябай эшсенән алып ауыл хакимиәте башлығы ла булған ир уҙаманы хәҙер – Бикбулат ауылы мәсете хәҙрәте.
– Электән мәсет юлын тапаһам да, уға ныҡлы баҫыуыма, үҙемде Хоҙайға бағышлауыма ни бары алты йыл, динһеҙ үткән ғүмерем үкенесле, – ти ул. – Дин юлына баҫыу менән ауырыу­ҙарың, насар уйҙарың онотолоп, донъяға ҡарашың үҙгәрә. Хоҙай биргән һәр көнгә, һәр нәмәгә шөкөр итеп һөйөнөү, изге ғәмәлдәр генә ҡылыу теләге тыуа. Ауылдарға нур, йәм биргән мәсетебеҙ иманға саҡыра. Тик яҡшы яҡҡа үҙгәреү тейешле дәрәжәлә түгел. Гүзәл, ҡунаҡсыл, киң күңелле милләттәштәребеҙҙең күбеһе бөгөн тупаҫҡа әйләнеп бара. Диндең, ололарға ихтирамдың аҡһауы – насар күренеш. Ваҡытында аҡылыбыҙға килмәһәк, иманһыҙлыҡ, эскелек һаҙлығына батып, милләтебеҙҙең юҡҡа сығыуы ла ихтимал.
Күп ерҙә иман йорттарына халыҡ әҙ йөрөгәндә Бикбулат ауылы мәсетенә аҡһаҡал­дарҙың теҙелешеп йома намаҙына ашыҡҡанын күреү, моңло аҙан тауышын ишетеү – үҙе ҙур бәхет. Унда эшләгән «Иман нуры» түңәрәгенә йөрөгән бәләкәстәрҙе күреп тә күңел һөйөнә. Тик бөтә йәштәрҙе изге юлға баҫтырыу өсөн хәҙрәттең генә көсө етмәй шул.
Дауыт хәҙрәт диндең әһәмиәтен, асылын халыҡ аңына еткереүсе, заманса еңел-елпе йәшәргә яратыусыларға ҡаршы төшөп, изге юлға баҫырға, иманға ҡайтырға өндәһә, оптимистик рухлы тормош юлдашы Миңлегөл апай кешеләрҙең йөрәгенә йыр-моң, күңелле ял бүләк итеп, ябай халыҡтың мәҙәниәтлелеген юғары кимәлгә күтәреүгә күп көс һала. Тәү ҡарашҡа ғына икеһе төрлө юҫыҡта һымаҡ тойол­ған ғаилә ағзаларын берләштергән көс – татыулыҡ, тормошҡа берҙәм ҡараш. Сөнки дин һәм мәҙәниәт йәшәйешебеҙҙең бер-береһенән айырылғыһыҙ тармағын тәшкил итә, икеһенең дә нигеҙендә – әхлаҡи тәрбиә, рухи сафлыҡҡа, камиллашыуға, мәҙәнилеккә ынтылыш, тормошто һәм кешеләрҙе эскерһеҙ яратыу.

Гөлшат СӘЙЕТБАТТАЛОВА-ВӘЛИЕВА,
Күгәрсен районының «Мораҙым» гәзите хәбәрсеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға