28.12.2010 Үткән йылды барлайбыҙ
Мәҙәниәт
БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы бөтөрөлөп, уның урынына Мәҙәниәт министрлығы барлыҡҡа килде. Министр итеп билдәле опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов һайланды.
***
Журналистар менән артистар «Йондоҙло футбол»да ярышты. «Динамо» стадионында хатта баҫып торорға урын булманы.
***
«Байыҡ» бейеү фестивале яңы исемдәр асты. Триолар араһында гран-приға Айбулат Нурмөхәмәтов, Динис Абдрахманов, Тимур Шәйәхмәтов, Батыр Мөхәммәтовтар, парлы бейеүҙәр араһында аталы-уллы Әсҡәт һәм Әнфәр Нурмөхәмәтовтар, яңғыҙ бейеүҙә Илдар Сабитов менән Әлиә Шәмсетдинова лайыҡ булды.
***
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы быйыл фоторәссам Рәмил Килмәмәтов, яҙыусы Ринат Камал, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Рөстәм Сабитовҡа тапшырылды.
***
«Гәлсәр һандуғас» телефестивале быйыл үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Быйылғы гәлсәр һындар «Өмөт» номинацияһына лайыҡ булған Тимур Рамаҙанов, Зилиә Бәхтиева, Айҙар Рәҡипов, Заһир Хызыровҡа, «Асыш» номинацияһында Ян Лираға, тамашасы һөйөүен яулаған Айрат Зиннәтовҡа, «Йыл йырсыһы» – Филүс ҡаһировҡа, «Йыл композиторы» Риф Арыҫланға, «Таныш моңдар, танһыҡ тауыштар» номинацияһы Роза Аҡкучуковаға, Башҡорт йыр сәнғәтендә фиҙакәр хеҙмәте өсөн Нәзифә ҡадироваға тапшырылды.
***
Бюджеты 26 млн һум тәшкил иткән, билдәле Рәсәй актеры Марат Бәшәров ҡатнашлығындағы «Елғыуар» фильмы экрандарға сыҡты. Фильмдың режиссеры – Айсыуаҡ Йомағолов. Артабан да Рәсәй актерҙарын йәлеп итеп, яңы фильмдар төшөрөү буйынса эштәр алып барыла. Шулай уҡ итальян сериалы «Эдера»ны башҡортсаға тәржемә иттеләр. Әле ул Башҡортостан юлдаш телеканалында бара. Башҡортса тәүге йәштәр фильмы ла донъя күрҙе. Ул «Минең йондоҙом» тип атала.
***
Үтеп барған йылдың 11 ғинуарында музыка донъяһында киң билдәле – Миландың «Ла Скала» театрында данлыҡлы опера йырсыһы, яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡовтың концерты үтте. Ике сәғәттән ашыу дауам иткән тамашала мәшһүр йырсы башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, төрлө илдәрҙән йыйылған сәнғәт һөйөүселәрҙе таң ҡалдырҙы. Өс меңдән ашыу тамашасы бигерәк тә башҡорт йырсыһының ҡурайға ҡушылып йырлауын йылы ҡабул итте.
Халҡыбыҙҙың милли ҡоралы менән сит ил сәхнәһен шаулатыусы, йөрәктәрҙе телер моңо менән ете ят халыҡтың күңел ҡылдарына сиртеп, тамашасыларҙың күҙенә йәш эркелдереүсе кем тиһегеҙ?! Ул – виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев!
***
«Йәшлек»тәр ҙә тик кенә ятманы. Корректор булып эшләүсе Гөлнар Юлдашбаева Мәскәүгә «Малахов+» тапшырыуына барып, оҙон сәстәре менән бөтә Рәсәйҙе таң ҡалдырып ҡайтты.
***
Башҡортостанда КВН-ды ныҡлап үҫтереү буйынса эштәр башланды. Юғары телевизион лигала еңеүсе Өфөнән «Өс шөрөп» командаһы Сочиҙа үтәсәк КиВиН-ға барыу хоҡуғына эйә булды. Уларға ярышҡа барыу өсөн 100 меңлек һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Спорт
Ванкуверҙа үткән Х Паралимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы 38 миҙал – 12 алтын, 16 көмөш һәм 10 бронза миҙал яулап, дөйөм команда иҫәбендә беренсе урынға сыҡты. Пьедесталға бер илдең дә спортсылары беҙҙеке ише йыш күтәрелмәне!
Беҙҙекеләр Паралимпиадала милли рекордты яңыртты. Ватандаштарыбыҙ быға тиклем 33 награданан арттыра алғаны юҡ ине. Башҡортостандан ғына ла 26 йәшлек Ирек Зарипов дүрт алтын һәм бер көмөш миҙал яулаһа, Мишкә районы егете Кирилл Михайлов өс алтын һәм ике көмөш миҙалға лайыҡ булды.
* * *
Берлинда үткән 45-се донъя чемпионатында мотоуҙыш буйынса донъя чемпионы Николай Красников лайыҡлы сығыш яһап, утыҙ ете йылдан һуң легендар спортсы Ғабдрахман ҡадировтың рекордын ҡабатланы.
* * *
Башҡортостанда «Өфө» футбол командаһы барлыҡҡа килде.
Рәсәй беренселегенең беренсе дивизионында сығыш яһаясаҡ «Өфө» клубының баш тренеры итеп билдәле уйынсы Андрей Канчельскис тәғәйенләнде. Футбол донъяһындағы билдәле белгес Анатолий Бышовец консультанты буласаҡ. Әлеге ваҡытта яңы команда тәжрибәле уйынсыларҙы йәлеп итеү өҫтөндә баш вата.
Ауыл хужалығы
Быйылғы йыл ауыл хужалығы өсөн бик ауыр үтте. ҡоролоҡ арҡаһында көтөлгән уңышты йыйып булманы. Аграр сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре, етәкселәре ҡоролоҡҡа ҡаршы нисек кенә көрәшергә тырышһа ла, 2010 йыл – картуф уңмаған йыл булараҡ иҫтә ҡаласаҡ. Улай ғына ла түгел, үтеп барған йылды Африканан килтерелгән банан менән үҙебеҙҙең баҡсала үҫкән картуфтың хаҡы бер кимәлгә еткән йыл булараҡ та билдәләргә була. 2010 йылдың көҙөндә баш ҡалабыҙҙа ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә картуф һәм башҡа йәшелсәләрҙе күрше өлкәләрҙән үк килтереп һаттылар. Быға тиклем улар үҙебеҙҙең республика халҡы ғына сауҙа итһен өсөн ойошторола ине. Быйыл «икенсе икмәк»те ситтән һатып алыуҙан башҡа юл ҡалманы.
ҡоролоҡ арҡаһында ауыл хужалығы тармағында эш хаҡын түләү тотҡарланды, был мәсьәлә әле һаман да тулыһынса хәл ителгән тип әйтеп булмай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда агросәнәғәт комплексына ҡараған 39 ойошма 117,8 миллион һум эш хаҡын биреп бөтөрмәгән.
Шулай ҙа ауыл хужалығында ла алға китеш юҡ түгел. Мәҫәлән, быйыл ауыл хужалығын страховкалау тураһында юғары кимәлдә аныҡ һөйләй башланылар. Был мәсьәлә быға тиклем дә күтәрелә, әммә аҙағына еткерелмәй ине. Хәҙер ауыл хужалығы ла заманса шарттарҙа үҫешәсәк, аграр секторҙа эшләгән кешеләрҙең хеҙмәтен тейешенсә баһалау буйынса етди аҙымдар эшләнәсәк, тип уйларға нигеҙ бар. Быйыл йәмғиәт табындарыбыҙҙың затлы һәм сифатлы ризыҡтар менән тулы булыуы өсөн үҙебеҙҙең ауыл хужалығының яҡшы үҫеше кәрәк икәнлеген тулыһынса аңланы. Ни тиһәң дә, быға тиклем ауыл хужалығы иң бәләкәй эш хаҡы түләнгән тармаҡ ине. Хәҙер ерҙә, ауылдағы крәҫтиән хужалыҡтарында эшләгән халыҡҡа лайыҡлы эш хаҡы түләү мәсьәләһе көнүҙәк һәм был турала ҡыйыу әйтелә башланы. Әйткәндәй, Башҡортостанда ауыл хужалығы министры ла үҙгәрҙе. Белеүебеҙсә, хәҙер министрлыҡты Азат Йыһаншин етәкләй.
Быйыл ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә ҡағылған мәсьәләләр етди һәм йыш күтәрелде. Ошо байлығыбыҙға ҡағылышлы проблемаларҙы хәл итеү өсөн бик күп саралар ойошторолдо. Тағы ла шуныһы: быйыл ҙур хужалыҡтарҙан тыш, бәләкәй шәхси хужалыҡтарға ҙур иғтибар бүленде. Башҡортостанда шәхси хужалыҡтар ауыл хужалығы продукцияһының 60 процентын етештерә. Шуға ла бәләкәй хужалыҡтар быйыл льготалы шарттарҙа кредитты күберәк алды.
2010 йылда «Агросәнәғәт комплексының 2020 йылға тиклем үҫеш стратегияһы» әҙерләнде. Был тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү өсөн дә кәрәк.
Рәсәй халҡы проблеманы булдырмауға ҡарағанда килеп сыҡҡандан һуң хәл итеүҙе өҫтөнөрәк күрә. Һәм, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, был камил юл түгел. 2010 йылдың ҡоролоғона бер кем дә әҙер түгел ине, тип раҫларға мөмкин. Хәҙер иң мөһиме – быйылғы проблемаларҙан һабаҡ алып, ауыл хужалығы тармағын төрлө шарттарҙа һөҙөмтәле итеп эшләтеүгә өлгәшеү юлдарын табырға кәрәк.
Лилиә СИРАЕВА.