«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Үткән йылды барлайбыҙ



28.12.2010 Үткән йылды барлайбыҙ

Йыл проекты

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев студент олимпиадалары еңеүселәре менән осрашҡанда илдә ультразаманса фәнни-технологик комплекс төҙөү күҙалланыуын әйтте.
Был объект яңы технологиялар уйлап табыу һәм коммерциализациялауға йүнәлтелә. Мәскәү янындағы яңынан төҙөлгән Сколково ауылында донъяның иң ҡеүәтле университеттары һәм инновация компаниялары урынлашасаҡ. Биш йыл эсендә кәрәкле бөтә инфраструктура төҙөлөп бөтөргә тейеш. Был проектты бойомға ашырыуға 2011 йылда бюджеттан 15 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Йыл теракты

Марттың 29-ында Мәскәү метрополитены ҡот осҡос шартлауҙар арҡаһында сафтан сыҡты.
45 минут арауыҡ менән «Лубянка» һәм «Мәҙәниәт паркы» станцияларында ике гексоген бомба шартлатылды. Шунда уҡ 40 кеше һәләк булды, йөҙәрләгәне йәрәхәтләнде. Был фажиғәнең тәүге минуттарынан уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары «Кавказ эҙе»н тикшерә башланы. Төп фаразға ярашлы, теракттарҙы ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-үҙҙәрен шартлатып яһаған. Хатта тер­рорҙы ойоштороусылар хаҡында мәғлүмәт биреүсегә бер миллион һум аҡса вәғәҙәләнгән булған. Чечен боевиктары лидерҙарының береһе Дока Умаров шартлау өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған.

Йыл көн торошо

Июль аҙағында, теүәлерәк әйткәндә, 26 июлдә Мәскәүҙә һуңғы 130 йыл тарихында һауа температураһының абсолют рекорды теркәлде: термометрҙар 37,2 градусты күрһәтте.
Ғөмүмән алғанда, йәй эҫелеге менән иҫтә ҡалды. Бигерәк тә ҡала халҡы тропик шарттарға яраҡлашырға тырышты. Аномаль эҫелә тиҫтәләгән мең кеше йөрәк-ҡан тамырҙары сире менән дауаханаға эләкте, меңдәрсәһе һәләк булды.

Йыл ҡазаһы

Йәй ҡоролоғо менән дә күп кенә зыян килтерҙе. Ауыл хужалығында юғалтыуҙар миллиондарса һум менән иҫәпләнә.
Ул ғына ла түгел, урман янғындары ла ҡоторҙо. Әйткәндәй, Мәскәүгә торф яныуынан килгән төтөн дә «һөжүм» яһаны. Ул баш ҡала өҫтөндә бер нисә аҙна торҙо. Тын юлдары сирлеләр дауаханаларҙы тултырҙы. Һуңынан яһаған һөҙөмтәләр шуны күрһәткән: Мәскәү өлкәһенең бер генә лесничествоһы ла тәбиғи янғындар­ға ҡаршы әҙер булмай сыҡҡан. Үҙәк һәм Волга буйы федераль округында 30 мең самаһы янғын теркәлгән, дөйөм майҙан бер миллион гектарға етә. Тәбиғи янғындарҙы һүндереүҙә 170 меңләгән кеше ҡатнашҡан. Һәләк булыусылар һаны биш тиҫтәнән ашыу.

Йыл законы

Августа РФ Президенты Эске эштәр министрлығына, совет заманынан ҡалған исеменән баш тартып, яңыса эшмәкәрлеккә күсергә тәҡдим итте.
Һөҙөмтә­лә «Полиция тураһында» закон проекты дөйөм йәмәғәтселек фекерен белеү өсөн интернет селтәренә, zakonoproekt2010.ru сайтына ҡуйылды. Эксперттар баһалауынса, проект, йөкмәткене үҙгәртеүҙән бигерәк, булған төҙәтмәләрҙе генә тулыландыра, ә барлыҡ ведомствоны полицияға алмаштырыу өсөн 10 миллиард һумдан да күберәк аҡса талап ителә. Яңы закон 2011 йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә инһә лә, уның тирәләй бәхәстәр, тәҡдимдәр тынмай.

Йыл «урманы»

Уҙып барған йыл Химки урманындағы ваҡиғалар менән дә иҫтә ҡаласаҡ.
2004 йылда урманды ҡап уртаға ярып, Мәскәү – Санкт-Петербург түләүле автомагистрален һалыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Быға йәмәғәтселек риза булмай. 2010 йыл башына Химки урманын 40-тан ашыу экологик ойошма яҡлап, «баш күтәрә». Юлдың оҙонлоғо – 43 саҡрым, киңлеге 100 метр тәшкил итергә тейеш була. Июль аҙағында экологтар, һүҙ көсө тәьҫир итмәгәс, урманды ҡырҡыусылар­ҙың юлына уҡ ҡаршы сыға. Химки хакимиәте бинаһына таш бәреүселәр ҙә табыла. Артабан күп һанлы демонстрациялар, митингылар башлана. «Берҙәм Рәсәй» партияһы Дмитрий Медведевҡа мөрәжәғәт иткәс, август аҙағында Президент ил Хөкүмәтенә Химки урманын ҡырҡыуҙы туҡтатырға ҡушты. Әммә йыл һуңында махсус комиссия тәүге вариантты, йәғни юл һалыуҙы яҡлап сыҡты.


Йыл отставкаһы

Мәскәү үҙенең етәксеһен алмаш­тыр­ҙы. 18 йыл буйына мэр «тәхе­те»ндә ныҡлы ултырыусы Юрий Лужков «ышанысты юғалтты» тигән мөһөр менән отставкаға ебәрелде.
Уның сәбәптәрен халыҡ күп сығанаҡтан эҙләне – ҡатыны, байбисә Батурина ғәйепле, тип тә, урман янғындарын «ташлап», отпускыға сыҡҡан Лужковтың үҙен дә һүгепме- һүктеләр. Юҡ, юғалып ҡалманы Юрий Михайлович – яңы хәрәкәт төҙөнө, белеменә ярашлы эш тә тапты (Мәскәүҙең халыҡ-ара университетында эш тәҡдим ителгән), ҡайһы бер яман телдәр билдәләүенсә, ҡыҙҙарына Бөйөк Британия гражданлығын да юллап алып бирҙе.
РФ Президенты баш ҡаланың яңы мэры итеп Сергей Собянинды ҡуйҙы.

Йыл сараһы

14 – 25 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы үтте. Унда дөйөм халыҡтың 92 проценты ҡатнашҡан.
Уларҙың 66 проценты переписчик һорау­ҙарына шәхсән яуап биргән, 26 проценты был эште яҡындарына ышанып тапшырған. 1 миллион 22 мең кеше ҡатна­шыу­ҙан баш тартҡан. Быға тиклем илдә шул сама ҡаршылар теркәлмәгән. 2002 йылда әлеге күрһәткес ике тапҡыр кәмерәк булған. ҡайһы берәүҙәр иҫәп алыуҙа ҡатнашмауын власҡа ышанмауы менән аңлата. Бәғзеләр дини инаныуҙарын сәбәп итә, ә ҡайһылар, баҡһаң, бары тик «яуап бирергә йыбанған». Переписчиктар йәшәү урыны буйынса 2 миллион 600 мең кешене, шул иҫәптән Мәскәүҙә 620 мең кешене таба алмаған.

Йыл болаһы

Мәскәүҙең Манеж майҙанындағы бәрелештәрҙең эҙемтәһе дөйөм милләт-ара һәм раса-ара ыҙғышҡа күсеүе ихтимал.
Был ваҡиға «Спартак» футбол командаһы фанаты Егор Свиридовтың, Кавказ егеттәре менән һуғышып, һәләк булыуынан башлана. Үлтереүсене тапһалар ҙа, тиҙ үк иреккә сығаралар, шуға үс итеп көйәрмәндәр Ленинград шоссеһын баҫып ала, аҙаҡтан, 11 декабрҙә, «дошман» командалар фанаттары Кронштадт бульварында демонстрация үткәрә, артабан сыуалыштар, ғауға-дөмбәҫләшеүҙәр башлана. Әле «славяндар» араһынан да, «кавказдар»ҙан да 500-гә яҡын кеше ҡулға алынған. Нимәһе борсоуға һала: болала ҡатнашыусыларҙың күбеһе– йәштәр.


Йыл йыйыны

10 – 11 июндә Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтте. Был ҙур форумда, Рәсәй төбәктәренән, Белоруссия, Украина, Балтик буйы илдәренән, Мысыр, Израиль, Италия, ҡытай, Япония, АҡШ-тан һайланған 855 делегаттан тыш, РФ Федерация Cоветынан вәкилдәр, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, күрше төбәктәр етәкселәре һ.б. ҡатнашты.
ҡоролтайҙа 11 секция эшләне: делегаттар дәүләтселек, милли мәғариф, башҡорт теле, һаулыҡ һаҡлау, демография, эшҡыуарлыҡ, ер, тарихи һәм рухи мираҫ, ҡатын-ҡыҙҙың роле, милли матбуғат, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәргә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фекер алышты, тәҡдимдәрҙе тыңланы һәм ҡарарҙар ҡабул итте. Форум һуңында Рәсәй Президентына, Башҡортостан халыҡтарына, башҡорт халҡына мөрәжәғәттәр ҡабул ителде.
Оло йыйын сигендә Беренсе Йәштәр ҡоролтайы ла үтте. Бында 710 делегат һайланғайны. Улар араһында 15 йәш ғалим, 250 юғары уҡыу йорто студенты булды. Егерме беренсе быуаттағы глобалләштереү, юғары технологиялар осоронда асоциаль күренештәрҙе бөтөрөргә, эшҡыуарлыҡты, милли мәҙәниәтте үҫтерергә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡларға, тигән фекергә килде йәштәр. ҡоролтай ҡунаҡтары Ишембай районындағы Торатау буйына «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамына ла барҙы. Шулай уҡ бында «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексына нигеҙ ташы һалынды.
Әйткәндәй, ҡоролтайҙа тәүге тапҡыр «Алтын ҡурай» ордены тапшырылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының наградаһына үлгәндән һуң Әхмәтзәки Вәлиди Туған, уның көрәштәре Юныс Бикбов менән Муллайән Халиҡов лайыҡ булды. Орденды Сүбидәй Туған, Ю. Бикбовтың ҡыҙы Наилә Сәлихова, Муллайән Халиҡов исемендәге йәмәғәт фонды рәйесе Фәнил Шәрипов алды.

Йыл юбилейы

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителде.
2010 йыл ошо ваҡиғаның, йәғни Башҡортостан Республикаһының 20 йыллығы айҡанлы Республика йы­лы тип иғлан ителде. Ике тиҫтә йыл эсендә Башҡор­тостан бик күп үҙгәреш кисерҙе. Халыҡтың милли үҙаңы күтәрелеүе, ҡалаларҙа башҡорт мәктәптәре асылыу, башҡорт теленә дәүләт статусы биреү ҙә – ошо егерме йыл эсендә башҡарылған етди эштәр. Бөгөн республика Рәсәй төбәктәре, донъяның күп илдәре менән хеҙмәттәшлек итә, халыҡтың йәшәү кимәле үҫә, ҡаҙаныштар, уңыштар ҙа юҡ түгел. Республика йылы айҡанлы мәҙәни, фәнни, спорт саралары уҙҙы.

Йыл ваҡиғаһы

2010 йылдың июлендә Башҡортостанда әһәмиәтле сәйәси ваҡиға булды – республика етәкселеге алмашынды.
Башҡортостанды егерменсе быуаттың 90-сы йылдарынан алып етәкләгән Мортаза Рәхимов отставкаға китте. 15 июлдә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев указы менән Рөстәм Хәмитов БР Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. 19 июлдә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың сираттан тыш 29-сы ултырышында депутаттар Рәсәй Президентының кандидатураһын хупланы һәм Рөстәм Хәмитовҡа БР Президенты вәкәләттәре йөкмәтелде. Бер аҙҙан республика Хөкүмәте лә отставкаға китте. Әлеге көндә Президент Хөкүмәт рәйесе лә булып тора, уның ете урынбаҫары бар.

Йыл шәхесе

Быйыл башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, донъяға танылған ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл тулды.
Стәрлетамаҡ өйәҙенең Көҙән ауылынан сыҡҡан ауыл егете егерменсе быуат башындағы шанлы йылдарҙа башҡорт милли-азатлыҡ көрәше юлбашсыһы, философия докторы, Төркиәнең атаҡлы ғалимы, Германия университеттары профессоры, Англияның Манчестер университетының почетлы докторы кимәленә етте. Был юбилей айҡанлы күп илдәрҙә, шул иҫәптән Төркиә, Кипр, ҡырым, ҡаҙағстан, Үзбәкстанда фәнни-ғәмәли конференциялар, симпозиумдар үтте, профессорҙың исемен мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эш башҡарылды. Унда Башҡортостан ғалимдары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнашты. Республикала тиҙҙән Вәлидигә һәйкәл асыу ҙа күҙалланған.

Йыл тәҡдиме

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов башҡорт брендтарын рәсми сертификатлау тураһында тәҡдим индерҙе.
Нимә һуң ул башҡорт брендтары? Милли байлыҡтарыбыҙ – башҡорт балы, ҡымыҙы, Бөрйән бал ҡорто һәм башҡорт тоҡомло ат. Президент белдереүенсә, төйәгебеҙ Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә танылыу яуларға лайыҡлы. Традицион башҡорт брендтарын киң йәйелдереү менән республиканы беләсәктәр һәм был инвестор­ҙар йәлеп итеү өсөн дә ыңғай буласаҡ.

Йыл блогы

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты вазифаһында эшләй башлағас та «Тере журнал»да үҙ блогын асҡайны. Тәүге көндән үк киң танылыу алып, Рөстәм Зәки улының бөгөн дә илдә иң популяр блогҡа эйә булыуы билдәле.
Президент артынса республика министрҙары, башҡа ведомстволар етәкселәре лә үҙ блогтарын булдырып, халыҡ менән аралаша башланы. Бөгөн БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте, ауыл хужалығы, мәғариф министрҙарының, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесенең, БР Дәүләт заказы белгестәре берлегенең, БР Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы Халыҡ мәшғүллеге дәүләт идаралығы начальнигының блогтары бар. Шулай уҡ Урал аръяғының комплекслы үҫеш планы блогы ла булдырылған.

Йыл вәғәҙәһе

БР Президенты Башҡор­тостанда эш хаҡын дүрт йылда бер ярым тапҡырға күтәрергә вәғәҙә итте. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы 2013 йылғаса күтәреләсәк.
Әле республикала уртаса эш хаҡы 15 600 һум тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса беҙ Рәсәйҙә – 40 – 45-се, Волга буйы федераль округында бишенсе урында торабыҙ. Илдә уртаса хеҙмәт хаҡы – 20 300 һум.


Йыл проекты

Республика Президенты республика парламенты депутаттарының көҙгө сессияһындағы сығышында, ябай халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү мәсьәләһен 2011 йылдың төп мәсьәләһе итеп ҡуйып, властың бөтә тармаҡтары алдында ла бер мәсьәлә – кешеләргә хеҙмәт итеү, улар­ҙың йәшәйешен яҡшыртыу, граждандар фекерен иҫәпкә алыу, халыҡтың ышанысын яулау, тине.
«Беҙҙең граждандар етеш йәшәй, әммә был етешлек – минималь эш хаҡы түбән, әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр күп. Торлаҡты әҙ төҙөйбөҙ. Дауаханалар, балалар баҡсалары етеш­мәй. Транспорт хеҙмәттәре бик ҡиммәт. Шунлыҡтан тағы ла нығыраҡ һәм шәберәк эшләргә кәрәк», – тип билдәләне ул.
Бының өсөн республиканың иҡтисады инновацион, ә социаль өлкәһе адреслы һәм фәҡирлеккә ҡаршы көрәшкә эшләргә, йыл бюджеты кешеләргә, уларҙың мәнфәғәтенә йүнәлтелгән булырға тейеш.
Тағы ла бер мөһим бурыс – эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм инвес­тициялар йәлеп итеү.

Йылдың иң яҡшы йәш эшҡыуары

Республикабыҙҙың ике йәш эшҡыуары Сергей Белкин менән Эдуард Мәүлиханов 2010 йылда Мәскәүҙә ошо премияға лайыҡ булды.
Уларҙың тәүгеһе – туҡланыу индус­трияһында, икенсеһе сәнәғәт һәм инновацион технологиялар өлкәһендә эшләй. Эдуард ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә элекке катализатор цехын перспективалы һәм рентабелле производствоға әйләндергән.
Йәш эшҡыуарҙарға «Рәсәйҙең иң яҡшы идарасыһы» тигән алтын билдә тапшырылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға