28.12.2010 һүҙ – “ҡуян”ға
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ, филология фәндәре докторы, профессор :
– ҡуян йылында ҡуян ауылында тыуғанмын. Беҙҙең ауылды халыҡ телендә әле булһа ҡуян тип йөрөтәләр. Ә рәсми исеме – Нәбиулла, бәйғәмбәр исеме ул. Йылдың иһә имен килеүен, барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем. Һәр көн иртән теләгән теләгем – башҡорт халҡы аҫабалыҡ хоҡуғын кире ҡайтарып алһын ине. Юғиһә урман-ҡырҙарыбыҙ, йылға-күлдәребеҙ, тау-ҡаяларыбыҙға сит-яттар хужа булып бара.
Әле бына алдымда ҡырҡылған бәлеш ята, шуның кеүек үк ер-һыуҙарыбыҙҙы бүлгеләп тарата башланыҡ. Улар өсөн был киҫәктәр ымһындырғыс ҡабым ғына булһа, беҙҙең өсөн тыуған ил бит ул. Миҫал өсөн алыҫ йөрөргә лә түгел, Өфө ҡалаһының бәләкәй генә Мостай Кәрим урамын алайыҡ. Уңға ҡараһаң да – Мәскәүҙеке, һулға ҡараһаң да – Мәскәүҙеке. Һуҡмаҡ буйлап китеп барғанда, әлдә һуҡмаҡты һатып алмағандар, тип уйлап ҡуяһың. Бөтә ерҙәребеҙҙе лә һатып алып бөтһәләр, ҡайҙа барырбыҙ? Ирекһеҙҙән Жириновскийҙың бер мәл, Татарстан менән Башҡортостанға Монголия сүллеге, тип әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә.
Ике йыл элек Әбйәлил районының Ташбулат ауылына барғанда ла ауылды танымай торҙом. Халыҡ үҙҙәренең пай ерҙәрен дә һата башлаған. Иң беренсе сиратта, кешеләр үҙҙәре аңлап, ҡуҙғалып, ерҙәрен ҡулға алмаһа, ул шулай буласаҡ. Башҡорт халыҡ йырҙарында, бәйеттәрендә, эпостарында ла шул хаҡта әйтелә бит. Сит-яттар килгәс, ерҙең йәме, һыуҙа балыҡ, тауҙа еләк бөтә, тип. Бына шул мәсьәлә борсой мине.
Тамара ҒӘНИЕВА, күренекле шағирә:
– Беҙҙең халыҡ араһында бик таралмағанға күрәме икән, ҡуян тип үҙемде һис баһалай алмайым. Белә-белгәндән үҙемде Бесәй йылында тыуғанмын тип аңлайым. Ә бесәй, барыҫтың кесе туғаны булыу сәбәпле, ҡуяндан ныҡ айырыла, шуға ла уларҙы, был ике йәнлекте, ни өсөн бер йыл атамаһы итеп йөрөтөүҙәре ғәжәберәк. Ғөмүмән, йәшлегемдә йондоҙнамә менән ҡыҙыҡһыныу булманы, әммә ауылда халыҡтың, был йылда ҡоролоҡ була, йә ямғырға туйынасаҡбыҙ, йә ашлыҡ уңасаҡ, йә барыҫ йылында барын сәс, һис булмаһа, тары сәс, тигәнерәк, сысҡан йылы ел булыр, кеүегерәк әйтемдәр менән йылдарҙы исемләп әйтеүе булды. Мөсәл буйынса. Айырым кешегә ҡарата яҙмышын, ҡылығын айырым билдәләр менән фаразлау юҡ ине.
Мин – игеҙәк, ҡапма-ҡаршы сифатлы кешемен. Бер ҡараһаң, йомшаҡ күңеллемен, икенсе ҡараһаң, ярайһы уҡ уҫалмын. Уңған, йә булмаһа, ялҡау булып китәм. ҡыйыу ҙа, ҡурҡаҡ та булған саҡтарым бар. Июнь айына хас сифаттар былар.
Бесәй булараҡ, йылы һәм яҡшы мөнәсәбәткә мохтажмын. Шуларҙы күрмәгәндә, «тырнаҡ»ты сығара башлайым. Кешегә эйәреп йөрөмәйем, үҙ юлым бар. Яҡшылыҡҡа мырылдап ҡына, иркәләп яуап бирәм шикелле. Аслыҡты һәм һыуыҡты күтәрә алмайым, шуға күрә ҡурҡышымдан эшләйем дә эшләйем. Теләнселәмәйем. Миңә йә килтереп бирәләр, йә үҙем теш-тырнағым менән эҙләнеп, тырмашып табам.
Һуңғы осорҙа киләһе йылдарҙың ҡурҡыныс килеүен фаразлаған кешеләр бар. Гәзиттәр ҙә, телевидение ла, таныш-белеш тә шулай ти. Нибиру тигән планета ергә килә, имеш. Уның кеше психикаһына, тәбиғәт шарттарына йоғонтоһо ҙур, тип ҡурҡыталар. Эҫе булыр, фажиғә, хәүеф-хәтәр ҙә күп булыр, тиҙәр. Ләкин Аллаһы Тәғәлә, ер өҫтөндә ожмах юҡ, тип иҫкәрткән кеүек, беҙгә тәбиғәттән тик яҡшылыҡ ҡына өмөт итеп йәшәү урынһыҙ. Үҙебеҙгә лә изгелекле ер бәндәләре булып йәшәргә өйрәнеү фарыз. Һәр хәлдә, гел генә яҡшынан йә ямандан ғына торған йылдар булмаған кеүек, Яңы 2011 йылда ла яҡшы менән яман бергә етәкләшеп атлар. Шуныһы ғына хаҡ, минеңсә, кеше күтәрә алмаҫлыҡ һынауҙар ебәрелмәҫ күктән. Изге ҡөрьәнебеҙҙә лә шулай тип әйтелә бит.