«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » һорау-яуап



31.08.2010 һорау-яуап

Тәмәкенең күҙгә зыяны бармы?

Тәмәке һәм алкоголдең зыяны тураһында күп яҙалар. Әммә уларҙың күҙгә зыяны тураһында ишеткәнем юҡ ине әле. Күптән түгел, тәмәкене күп тартҡан кешенең һуҡыр ҡалыуы ла бар, тигән мәғлүмәткә тап булдым. Был һүҙҙәр дөрөҫмө икән? Ысынлап та, тәмәке тартыу күҙҙәргә лә зыян килтерәме?
Н. Тимур.
Нефтекама ҡалаһы.
Ысынлап та, тәмәке тартыуҙан һуҡыр ҡалырға мөмкин. Беренсенән, тәмәке төтөнө күҙ алмаһын ҡуҙғыта. Беренсе тапҡыр тәмәке тарт­ҡан кешегә күҙҙең әсетеүе, йәш ҡойолоуы кеүек билдәләр яҡшы таныш. Икенсенән, тәмәке төтөнө көслө аллерген да булып тора. Тәмәке тартҡан йәки тәмәке төтөнө менән тулған бүлмәлә булған кешелә никотинға ҡарата аллергия тыуыуы ихтимал: күҙҙәр һәм күҙ ҡабаҡтары ҡыҙара, күҙ ҡом тулған кеүек әсетә, бер туҡтау­һыҙ йәш аға...
Ә инде ҙур стажлы тәмәкеселәрҙә тәмәке амблиопияһы йәки һуҡырлыҡ барлыҡҡа килеүе бар. Эш шунда: тәмәкеселәрҙә күҙ шекәрәһендәге һары таптың үҙгәреүе йышыраҡ күҙәтелә. Һары тап, айырыуса уның үҙәк соҡоро – күҙҙең көндөҙ күреү һәләтенә йоғонто яһаусы иң һиҙгер урыны. Унда үҙгәрештәр барлыҡҡа килһә, тимәк, күреү һәләте лә насарая тигән һүҙ. Һәм әкренләп кешенең бөтөнләй күрмәй башлауы ихтимал. Шулай уҡ тәмәке тартыу күҙҙе ҡара ҡылау ҡаплауына килтереүе бар. Билдәле булыуынса, ул да – һуҡырлыҡҡа килтереүсе күҙ ауырыуҙарының береһе. Шуға күрә сираттағы тәмәкене ауыҙығыҙға алырҙан алда ныҡ ҡына уйларға кәрәк.

Балыҡ майы кемгә файҙалы?

Сабыйҙарға балыҡ майы эсерергә кәңәш итәләр. Күптән түгел дарыуханаларҙа капсулаларҙа һатылған балыҡ майын күргәйнем. Уны оло кешегә эсергә яраймы?
А. Гүзәлиә.
Белорет ҡалаһы.
Балыҡ майы ололар өсөн дә файҙалы. Унда атеросклероздың үҫешен тотҡарлаусы компоненттар бар. Бынан тыш, балыҡ майы организм өсөн бик файҙалы А һәм Д витаминдарына бай. Әммә, әгәр ҙә һеҙҙең бауырығыҙ йә ашҡаҙан аҫты биҙегеҙ ауырта икән, балыҡ майын бик һаҡ ҡулланырға кәрәк.

ТҮБӘН ҡАН БАҪЫМЫНАН НИМӘ ҡОТҡАРА?

Йәштән үк түбән ҡан баҫымынан интегәм. Тиҙ генә хәл бөтөп бара, күҙ алдым ҡараңғылана, айырыуса болотло көндәрҙә үҙемде насар тоям. Бының менән нисек көрәшергә мөмкин?
Ш. Фатима.
Ишембай районы.

Һеҙҙең ауырыу гипотония тип атала. Ул күберәк йәштәрҙә күҙәтелә. Былай ҡарағанда, гипотония ҡурҡыныс түгел, әммә күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе бар. Тынсыу бүлмәлә түбән ҡан баҫымлы кешеләр йыш ҡына иҫен юғалтып ҡолай, ятҡан ерҙән ҡапыл торғанда башы әйләнә, күҙ алды ҡараңғылана, ҡолаҡтары шаулай...
Иң мөһиме, һеҙгә тынсыу бүлмәлә оҙаҡ булыр­ға ярамай, шулай уҡ оҙаҡ хәрәкәтһеҙ торорға ла кәңәш ителмәй. Элеутрококк, женьшень кеүек үҫемлектәрҙән эшләнгән дарыуҙар эсергә кәрәк. Ә инде күңелегеҙ тыныс булмаһа, валерьянка эсергә мөмкин, меңъяпраҡ, мелисса, һары мәтрүшкә төнәтмәһе лә ярҙам итә.
ҡан баҫымы түбән булғанда көндө бер сынаяҡ ҡәһүәнән генә түгел, шулай уҡ сыр менән бутербродтан башларға кәңәш ителә. Сөнки сырҙағы тоҙ менән май ҡан баҫымын күтәреүгә булышлыҡ итә. Дөрөҫ, оло йәштәге кешеләргә сыр менән артыҡ мауығырға ярамай, сөнки уның атеросклероздың үҫешенә килтереүе ихтимал.

Ни өсөн ҡулдар ойой?

Төндә йоҡлағанда гел генә ҡулдарым менән аяҡтарым ойоп йонсота. Уянып китһәм, тәнемде ҡуҙғатып та ала алмайым, бармаҡ остары семетә. Бәлки, миңә махсус матрас йә мендәр һатып алырғалыр?
В. Миләүшә.
Сибай ҡалаһы.
Матрас йә мендәр һатып алырҙан алда һеҙгә невропатологҡа, ревматологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был хәл, бәлки, умыртҡа һөйәге ауырыуына (спондилез) бәйлелер. Был ауырыу ваҡытында артериялар ҡыҫыла ла, ҡан әйләнеше насар булғанлыҡтан, ҡулдар һәм аяҡтар ойой. Аяҡ-ҡулдар ойоуының сәбәбе Рейно ауырыуы ла булырға мөмкин. Шуға күрә мотлаҡ иң беренсе сиратта табипҡа күренеп, сәбәбен асыҡларға кәрәк, шунан һуң ғына матрас алырғамы, әллә дауаланыу курсы үтергәме икәнен хәл итерһегеҙ.

Гепатит менән ауырыған кешегә эсергә яраймы?

Бала сағында ирем гепатит менән ауырыған. Әммә ҡулына рюмка алғанда ул, бауырым һап-һау, бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ, тип ҡабатларға ярата. Ә мин гепатит менән ауырыған кешеләргә алкоголь бөтөнләй ярамай тип ишеткәйнем.
Лилиә.
Тәтешле районы.
Ысынлап та, һеҙҙең ирегеҙгә һәм ҡасандыр гепатит менән ауырыған бөтә кешеләргә лә алкоголле эсемлектәр рөхсәт ителмәй. Билдәле булыуынса, һыра, шарап, араҡы эскәндә төп сәп булып бауыр күҙәнәктәре тора. Аҙ миҡдарҙа булһа ла, даими рәүештә алкоголь ҡулланыу айырыуса зыянлы.
Әгәр ҙә ирегеҙ, үҙемде һәйбәт тоям, тип ышандыра икән, йә ул борсоулы сигналдарға иғтибар итмәй, йә әлегә уны бер ни борсомай. Әммә гел генә улай булмаясаҡ. Бауыр ауырыуының (цирроз) оҙаҡ ваҡыт үҙен һиҙҙермәүе ихтимал, әммә медицина тикшереүе үткәндә бауырҙағы үҙгәрештәр шунда уҡ күренәсәк. Шуға күрә гепатит ауырыуы үткәргән кешеләргә даими рәүештә бауырҙарын тикшертеп тороу кәңәш ителә.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға