«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Дымдан һаҡлау өсөн



08.12.2017 Дымдан һаҡлау өсөн

Дымдан һаҡлау өсөнСумка, аяҡ кейеме, көнкүреш техникаһы һатып алғанда иғтибар иткәнегеҙ бар­ҙыр, унда бәләкәй генә пакеттарҙа силикагель һалынған була. Ғәҙәттә, беҙ уларҙы ҡулланмағас, ташлар­ға ашығабыҙ. Көндәлек тормошта бына тигән файҙалы әйбер икән ул.
Был матдә әйберҙе дымланыуҙан, һыуланыуҙан һаҡлай. Ваҡ ғына гранулалар дымды үҙенә тартып, әйбер­ҙе киптерә. Хатта һыуланған кеҫә телефонын да киптереп алырға була. Силикагель бөртөктәре тултыртылған һауытҡа телефонды һалып ҡуйырға ғына кәрәк.
Ямғырҙа һыуланған сумкағыҙ дымланып, еҫләнеп торһа, силикагель киптерер ҙә, насар еҫен дә алыр. Серле пакеттағы был матдә спорт сумкаһындағы, кроссовкала, тирләгән футболка еҫен дә ала.
Фототехниканың линзалары ла дымлы һауала тирләй. Бының өсөн фотоаппараттың чехолына силикагель пакетын һалып тороғоҙ.
Яҙғыһын йәшелсә-емеш сәскәндә орлоҡтарығыҙ артып ҡалһа, дымланып ятмаһын өсөн уны силикагель пакеттары араһына һалығыҙ.
Гербарий өсөн сәскә киптереп алырға теләһәгеҙ, ҡағыҙға сәскә менән силикагель пакеттарын төрөп һалырға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға