«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Махсус биттәр » ИЛНУРҘЫ КИРЕ ҠАЙТАРЫП БУЛМАЙ



25.12.2010 ИЛНУРҘЫ КИРЕ ҠАЙТАРЫП БУЛМАЙ

Тик уның үлемендә ғәйеплеләр язаһын алырмы?
ИЛНУРҘЫ КИРЕ ҠАЙТАРЫП БУЛМАЙДонъя шулай ҡоролған – йәмғиәттә көслөләр һәм көсһөҙҙәр бар. Көслөләрҙең дә төрлөһө булыуы мөмкин, берәүҙәр – йәше олораҡ, икенселәр физик яҡтан шәберәк булыуы менән алдыра. Аҡыллылар һәм оҫта теллеләр ҙә күп. Биләгән юғары вазифаһы ла кешене башҡаларҙан өҫтөн ҡуя ала.
Тик беҙ бит көслөрәктәр генә еңеп сыға торған хайуандар һәм йыртҡыстар донъяһында йәшәмәйбеҙ. Кешелек донъяһында һәр кем мөһим һәм кәрәк. Шуға ла беҙҙең йәмғиәттә башҡалар өсөн яуап биреүсе шәхестәр, ойошмалар, башҡаларҙың именлеген булдырырға тейешле органдар, вазифалы кешеләр бар. Асылда, улар бер-береһенә бәйле, бер йүнәлештә эшләй. Шул сылбырҙың ниндәйҙер өлөшөндә ҡытыршылыҡтар сыға, сылбыр өҙөлә икән – фажиғә булырын көт тә тор.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курсында уҡыусы Бөрйән районының Байназар ауылы егете Илнур Буранбаев вәхшилек, йәмғиәтебеҙҙә булған мәрхәмәтһеҙлек һәм «бабайлыҡ» арҡаһында яҡты донъя менән хушлаштымы? Ошо һорауға яуап тапҡы килә.
Был хәл нисек килеп сыҡҡан һуң?

13 декабрҙән 14-енә ҡараған кистә Илнурҙың үҙенән өлкән бүлмәләше янына, вахта аша ҡасып үтеп, ауылдашы ингән. Улар төн буйы эскәндәр. Илнурға эсергә тәҡдим иткәс, егет баш тартҡан. Ғөмүмән, Илнур тәртипле, аҡыллы һәм ярҙамсыл булыуы менән айырылып торған. Быны дуҫтары ла, уҡытыусылары ла билдәләй. «ҡояш кеүек ине ул, тормошто ярата белде, бөтә ергә лә өлгөрөргә тырышты», – ти яҡындары.
Бер яҡтан ҡараһаң, бөтәбеҙгә лә таныш «классик» күренеш – беренсе курс студенттарын, көн тимәй, төн тимәй, тәҙрә аша тимәй, ишек тимәй, һыраға, сигаретҡа йүгерткәндәр. Шуныһын билдәләргә кәрәк: «ауылдаш егет» ун көн самаһы элек кенә әрменән ҡайтҡан, десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән (әйткәндәй, был элиталы ғәскәр һанала, шуға ла һалдаттың ҡайтып, ятаҡҡа барып, малайҙарҙы туҡмау менән шөғөлләнә башлауы аптыратырлыҡ). Ғөмүмән, кисәге һалдаттың «бабайлыҡ»ты бик шәп күренеш тип һанауын иҫбат итеү өсөн факттар етерлек. Мәҫәлән, ул шул төндә ятаҡта йәшәгән Урал исемле егетте лә барып туҡмап сыҡҡан. Урал уҡыу йылы башында өлкән курстарҙың «перваш»тарҙы һыра, сигаретҡа ебәреүҙәре хаҡында студенттар советына еткергән булған. ҡыҫҡаһы, кисәге десантсы егет ҡырағай юл менән «тәрбиәүи» эштәр башҡарған.
Ятаҡ бүмәһендә Илнурҙан башҡа тағы ла беренсе курс студенттары йәшәгән. Уларҙың икәүһен, шул иҫәптән Илнурҙы ла десант егет бер нисә тапҡыр туҡмаған. 14 декабрҙә иртән Илнур, күҙ йәштәренә төйөлөп, ятаҡ бүлмәһенән сығып киткән, тигән мәғлүмәт бар. Ятаҡтан сығып барғанлығын күргән кеше генә юҡ.
Төш ваҡыттары тирәһендә уның телефонынан ошо уҡ университетта уҡыусы бер туған апаһына ике смс-хәбәр килгән. Уларҙа Илнурҙың йәшәргә теләмәүе һәм үҙен ҡайҙан эҙләргә кәрәклеге хәбәр ителгән булған.
Бынан һуң Илнур Буранбаевтың үле кәүҙәһен 15 декабрҙә Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә урынлашҡан Нехаев урамындағы урмансыҡтағы бәләкәй генә ботаҡта аҫылынып торған килеш табалар.
Рәсәй Федерацияһының Башҡор­тостан Республикаһы буйынса Тикшереү комитеты хеҙмәткәрҙәре биргән мәғлүмәттәр буйынса, судмедэкспертиза патологоанатомы, Илнурҙың кәүҙәһендә быуылыуҙан барлыҡҡа килгәндәрҙән башҡа яралар юҡ, тип билдәләгән. Алдан күҙаллауҙар буйынса, үҫмер үҙ-үҙенә ҡул һалған һәм «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эшен асырға әлегә нигеҙ юҡ. Студенттар ятағына ситтән килеп ингән десантсы егет ҡулға алынған, уның менән тәфтишселәр эшләй. Тәфтишселәр ныҡлы тикшереүҙәр үткәрә, үҙ-үҙенә ҡул һалыу хәленә еткереү версияһы ла ҡарала.
Илнур Буранбаевтың ата-әсәһе, дуҫтары үҫмерҙең үҙен-үҙе үлтерә алыуына ышанмай. Быға тиклем дә яҙып сығыуыбыҙса, яңынан судмедэкспертиза ла үткәрергә ниәтләгәйнеләр. Тик был ниәттәре бойомға ашманы.

Битарафлыҡ юҡ

Әлбиттә, студентын юғалтҡан юғары уҡыу йорто был ауыр хәлгә битараф түгел. Университет етәкселәре Илнур Буранбаевтың ата-әсәһе, журналистар, йәмәғәт ойошмалары менән осрашыу ойошторҙо. Унда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ректоры Раил Әсәҙуллин, тәрбиә эштәре буйынса проректор Рәйсә Хәйруллина, башҡорт филологияһы факультеты деканы Винер Шәйәхмәтов, университеттың хәүеф­һеҙлек хеҙмәте башлығы Ирина Уразмәтова һәм башҡалар килде.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил ӘСӘҘУЛЛИН:
– Илнур Буранбаевтың үлеме – бөтәбеҙ өсөн дә ҙур фажиғә. Был хәл университет, студенттар өсөн башҡарған бөтә эште ҡайтанан ҡарарға, барларға мәжбүр итә. Студентыбыҙҙың яҡты донъя менән хушлашыуында университеттың ғәйебе бар, әлбиттә. Ни тиһәң дә, төп фекергә башҡарылған эштәргә ҡарап түгел, һөҙөмтәгә ҡарап киләһең. Студенттар менән ниндәй эштәр алып барыуыбыҙ тураһында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Тик бының менән генә Илнурҙы кире ҡайтарып булмай.
Илнур Буранбаевтың ата-әсәһе алдында рәсми рәүештә ғәфү үтенәм. Егетте һаҡлап алып ҡала алманыҡ. Был фажиғә тураһында билдәле булған беренсе минуттарҙан ваҡиғалар асыҡланһын өсөн бөтәһен дә эшләйбеҙ. Илнурҙың кәүҙәһе табыл­ғас та, кәрәкле органдарға хәбәр иттек. Шул иҫәптән Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратына ла. Улар ҙа хәлде етди күҙәтеү аҫтында тота. Университетта махсус комиссия төҙөлгән. Улар, мәғлүмәт йыйыу менән бер рәттән, Илнурҙың вафат булыуы сәбәптәрен асыҡлау эштәре тейешенсә алып барылыуына булышлыҡ итә.
Илнур Буранбаевтың үлемендә кемдәр ғәйепле икәнлеген тәфтишселәр, суд ҡына асыҡлаясаҡ. Шулай ҙа бөгөндән үк был хәлдең килеп тыуыуында ғәйепле булған кешеләр бар. Мәҫәлән, Илнур йәшәгән 6-сы ятаҡтың вахтеры. Ул ятаҡҡа сит кешене үткәрергә тейеш түгел ине. Ятаҡтың коменданты әле ауырый, ул вазифаһынан ситләтелде. Тикшереү тамамланғансы комендант булып эшләй алмаясаҡ. Һуңынан нимә эшләргә кәрәклеген тикшереү һығымталарын белгәндән һуң ҡарар итәсәкмен. Әлбиттә, ул студенттар ятағына кешеләр пропуск ярҙамында ғына үтеүен тәьмин итергә тейеш.
Ятаҡтарҙа видеокүҙәтеү ҡуйыу мәсьәләһе хәл ителә. Был проблема быға тиклем дә күтәрелә ине.
Осрашыуҙа ҡатнашыусы гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков билдәләүенсә, бындай хәлдәрҙең килеп сығыуында беҙҙең гәзиттең дә ғәйебе юҡ түгел. Сөнки үҫмер, редакцияға шылтыратып, ярҙам һорау мөмкинлеге бар икәнлеген белмәгән. Студент был турала хәбәрҙар булмаған! Йәштәр, үҫмер­ҙәр менән эшләүсе киң матбуғат саралары, йәмәғәт ойошмалары (Башҡортостанда Йәштәр ҡоролтайы, Йәш яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы һәм башҡалар эшләй), студенттар менән туранан-тура эшләргә тейешле профкомдар һәр ерҙә бар.
Тик әлеге фажиғә эштең етерлек кимәлдә алып барылмауына кире ҡаҡҡыһыҙ миҫал булып тора. Бындай фажиғәләрҙең ҡабатланмауын теләһәк, дөрөҫ һығымталар яһар­ға һәм, иң мөһиме, аныҡ саралар күрергә кәрәк. Был хаҡта осрашыуҙа «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев та айырып әйтте. Йәштәрҙе, студенттарҙы берләштергән йәмәғәт ойошмалары, ысынлап та, төрлө мәҙәни йәки күңел асыу саралары менән артыҡ шөғөлләнә. Был хаҡта быға тиклем дә әйтелә ине.
Бөгөн шул аңлашыла: студенттар, йәштәр ярҙам кәрәк ваҡытта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген ярты төндә уятып һораһаң да белергә тейеш. Бының өсөн һәр ятаҡта, уҡыу йортонда ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ ойошмаларҙың телефондары күрһәтелгән иғтибарҙы яуларлыҡ иғландар булдырыу зарур. Дөрөҫөн генә әйткәндә, һине, кәрәк булһа, һүҙ менән, кәрәк булһа, йоҙроҡ менән яҡларлыҡ кешеләрең булыу бик күп ауыр хәлдән ҡотҡара ала.
«Йәшлек» гәзите, «Шоңҡар» журналы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Йәштәр советы уҡыу йорттарында, ятаҡтарҙа тәртип боҙоу осраҡтарын ваҡытында асыҡлауға һәм профилактикалауға үҙ өлөшөн индерә. Ошо маҡсатта махсус сайт булдырылды. Хәҙер һәр студент, якла.РФ сайтына инеп, тәртипһеҙлектәр, хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында яҙып ҡалдыра ала. Мәғлүмәтте www.ye02.ru һәм www.shonkar.ru сайттарында ла ҡалдырырға мөмкин. Шулай уҡ махсус ICQ бар, уның номеры: 2533302.

«Минең балам юҡ инде...»

«Бала ҡайғыһы күрһәтмәһен Хоҙай», – тибеҙ. Илнурҙың ата-әсәһе, туғандары, дуҫтарының ҡайғыһын аңлатыу өсөн бер ниндәй һүҙҙәр ҙә таба алманым...

Илнурҙың әсәһе Рәзилә Буранбаева:
– Балаҡайымды үлгәндән һуң бишенсе тәүлектә генә ерләнек. Шуға тиклем уның йөҙө ҡарайманы ла хатта. Ул нишләп үҙе аҫылынған булырға тейеш?! Сессияһын алдан бирергә тырышып, ауылға тиҙерәк ҡайтырға ашҡынып йөрөй ине. Илнур һеңлеләренә, миңә бүләктәр һатып алған булған. Шул бүләктәрҙең ҡайҙа икәнлеген дә аңлап бөтмәйем. Үлеренән алда кисен уҡытыусыһына шылтыратып, зачет бирергә килергә һөйләшкән.
Ул бер ваҡытта ла беҙҙе ҡайғыға һалып, үҙ-үҙен үлтерерлек бала түгел ине. Улым бит Нижегородканың ҡайҙа икәнлеген дә белмәне, Өфөгә килеп уҡый башлауына нисә генә ай бит әле.
Илнурҙың тәнендә туҡмалған, күгәргән урындар бар, теше лә һынған. Туҡмағандар баламды. Бүлмәләрендә биш кеше йәшәне, араларында уҡымаған, эшләгән ҙурыраҡ егет тә бар ине. Ул нишләп минең улымды, үлем хәленә еткергәнде күреп тә, яҡлашмағандыр – белмәйем. Битарафлыҡмы икән – аңламайым инде.
Илнурҙың юғалғанын белгәс тә, Өфөгә килдек. ҡайғымдан нимә эшләргә лә белмәй, күпер тирәһенән эҙләйем. Иҙелгә тиклем үк төшөп етеп ҡараным, таба алманым. Ошо ваҡыт мин кисергәнде бер әсә лә йөрәгенән үткәрмәһен ине... Зинһар өсөн, был хәлде асыҡлаһындар. Минең балам юҡ инде, исмаһам, вәхшиҙәр ҡулынан башҡа егет-ҡыҙҙарҙың ғүмере өҙөлмәһен...
Тәүге ҡорбан ғына түгел

Әлбиттә, Өфөлә юғары уҡыу йорттарында уҡыусы студенттар тәүге тапҡыр ғына йүнһеҙ әҙәмдәрҙең ҡорбанына әүерелмәй. Бөтәбеҙ ҙә иҫләй­ҙер: ике йыл элек кенә баш ҡаланың мосолман зыяраты эргәһендә 19 йәшлек ике студент ҡыҙҙың үле кәүҙәһен таптылар. Улар Башҡорт дәүләт университетында уҡый ине. ҡыҙҙарҙың береһе – Бөрйән районынан, икенсеһе – Межгорье ҡалаһынан. Көсләнгән, быуылған, тәндәре сәнскеләнгән ҡыҙҙарҙы үлтергән әҙәм аҡтыҡтарын төрмәгә ултыртыуға ирештеләр.
Был студент ҡыҙҙар ҙа үҙҙәре яңы ғына таныш­ҡан егеттәрҙең эсеп, аңдары томаланыуы арҡаһында һәләк булды. Ә инде яҡшылап таныш булмаған әҙәмдәр менән ҡайҙалыр китеүҙең нигеҙендә һаман да шул ябайлыҡ, яңы ғына баш ҡалаға килгән йәш кенә егет һәм ҡыҙҙарҙың артыҡ ышаныусан булыуы ята.

Әлегә нөктә ҡуймайбыҙ

Үкенескә күрә, кеше ҡасан да булһа мәрхәмәтһеҙлек, «бабайлыҡ» менән күҙгә-күҙ осраша. Бының балалар баҡсаһында булыуы ла, инде университетты тамамлап, эшкә урынлаш­ҡандан һуң осрауы ла ихтимал. «Дедовщина» әрмелә һәм студент ятаҡтарында ғына була торған нәмә түгел. Ул күп ерҙә бар һәм бик күптәрҙе шаштыра, шул уҡ ваҡытта бик күптәрҙе рәнйетә. «Бабайлыҡ» алдында үҙеңде физик яҡтанмы, тел байлығы, йә булмаһа, уҫаллыҡ яғынанмы көсһөҙөрәк тояһың икән, мотлаҡ яҡлау эҙләргә тейешһең. Сөнки һине яҡларға тейеш булған кешеләр бар! Һине яҡларға тейеш булып, вазифа биләгән, эш хаҡы алғандар бар. Бында бит һүҙ гражданлыҡ позицияһы хаҡында ғына түгел! Бында һүҙ вазифа биләгән кешеләр­ҙең эштәрен еренә еткереп башҡарырға тейешлеге тураһында бара.
Илнур Буранбаевтың ниндәй шарттарҙа үлеүе әле тулыһынса асыҡланмаған. Шуға ла әле был фажиғә тураһында яҙыуға ла, ошондай проблемаларҙы күтәргән мәҡәләләрҙе баҫтырыуға ла нөктә ҡуймай торабыҙ. Балаһын, туғанын юғалтыу фажиғәһенә тарыған кешеләргә сабырлыҡ ҡына теләргә ҡала. Ә йәмғиәттәге һәр кем бындай ауыр хәлдән дөрөҫ һығымта яһаһын, кешеләрҙе яратһын, ҡурсалаһын ине...
Был ваҡиға буйынса бөтә яңылыҡтар беҙҙең гәзиттең www.ye02.ru сайтында.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға