«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?



30.10.2017 Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
Хужабикәләрҙең күбеһе ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә белмәй. Ташларға ашыҡмағыҙ. Уңған ҡатындың бер генә ризығы ла әрәм булмаҫ.

- Теләһә ниндәй һалҡын ашты ла яңыртып була. Бының өсөн уға томат йәки ҡаймаҡ соусы һалып, 5 – 8 минут йылытырға кәрәк. Табынға йәшел тәмләткестәр менән бирәләр.
- Иртән йәки кисен ҡалған бутҡаларҙан пудинг, кәтлит, запеканка, ҡоймаҡ әҙерләргә мөмкин.
- Кистән бешкән макарон ҡала, тип һис тә хафаланмағыҙ. Уны иртән майлы табаға һалы­ғыҙ ҙа, туҡылған йомортҡа, бер семтем тоҙ өҫтәп, өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибегеҙ. Алтынһыу төҫкә ингәнсе мейестә бешерегеҙ.
- Кипкән сырҙан бына тигән тәмле ризыҡ әҙерләргә була. 0,5 см ҡалынлығында ҡырҡыл­ған сырҙы туҡылған йомортҡаға манығыҙ ҙа, уға сохарый онтағы йәки он һибегеҙ. Шул килеш эҫе майҙа ҡыҙҙырып алығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға